РОБОТ
рифмалаша. ■ Киләсәк хаҡында уйланыуҙан туҡталмаған Миңлеғәле, өйөнә ҡайтып, шиғыр яҙырға ултырҙы, һуҙҙәр ағымы, бер-береһен ҡыҫырыҡлап, юлдарға теҙелделәр һәм рифмалаштылар. Я. Хамматов.
РИФМАЛЫ (Р.: рифмованный; И.: rhyme; T.: uyaklı) с.
Рифмаға һалынған, ялғауҙар үҙ-ара ауаздаш килгән. □ Рифмованный, с рифмой. Рифмалы шиғыр. Рифмалы йыр. Рифмалы телмәр.
РИФМАҺЫҘ (Р: нерифмующийся; И.: поп rhymimg; T.: uyaksız) с.
Рифма һаҡланмаған, рифмалашып килмәгән. □ Нерифмующийся, нерифмованный. Рифмаһыҙ шиғыр. Рифмаһыҙ юлдар.
РИХЛӘТ [ғәр. (Р: путешествие; И.: traveling]; T.: rihlet) и. иҫк. ҡар. сәйәхәт.
1. Юл, йөрөш. □ Путешествие, поездка.
2. кусм. Донъя ҡуйыу, үлем. □ Смерть. Н Бер мең туғыҙ йөҙ ун етенсе йыл һикһән алты йәшендә икенсе февраль пән-жешәмбе көн Троицк өйәҙе Туңғатар волосы Шәрип ауылы шәйех Зәйнулла ибн Хәбибулла Наҡышбәнди ишан хәҙрәттәре дәрелфанадин дәрелбаҡыға рихләт әйләде. Р. Өмөтбаев.
РИХЛӘТ ИТЕҮ (рихләт ит-) [ғәр. ^j] (Р: путешествовать; И.: travel; Т.: rihlet etmek) ҡ. иҫк. кит.
1. Сәйәхәт итеү, юл йөрөү. □ Путешествовать.
2. Урын алмаштырыу, күсеп китеү.
□ Переехать. Улар икенсе ҡалаға рихләт иттеләр.
3. кусм. Донъя ҡуйыу, үлеү. □ Умереть. Ул ҡарт күптән рихләт иткән. ■ Алла бойорһа, дәрелфанадин дәрелбаҡыға рихләт иткәнсе иҫән-аман ятырмын тип торам. Р. Өмөтбаев.
РИШҮӘТ [ғәр. öjaİj] (Р: взятка; И.: bribe; T.: rüşvet) и.
Үҙ файҙаһына нимәлер эшләтер өсөн вазифалы кешегә биргән аҡса йәки нәмә; бирем.
□ Взятка. Ришүәт биреу. ■ Буранбайҙан ришүәт алыу өмөтө ғәмәлгә ашмаясағын белгәс, Алексей Терентьевич, маңлайын си
рылтып, ситкә атланы. Я. Хамматов. Эйе, ҡомһоҙлоҡ, ришүәт, һәр төрлө боҙоҡлоҡ бәкәленә һуға Урҙаның. Ә. Хәкимов. Әх-мәдиҙең таныштары яңы судья хаҡында, быныһы ришүәт яғына бер ҙә бара торған кеше түгел һымаҡ, тинеләр. Ж. Кейекбаев.
РИШҮӘТСЕ (Р: взяточник; И.: bribe taker; T.: rüşvetçi) и.
Ришүәт алған кеше. □ Взяточник. ■ Ун ете йыл эсендә Төхфәтулла кантон, ҙур ришүәтсе булараҡ, егерме тапҡыр хөкөмгә тарттырыла, әммә егермеһендә лә үҙе ришүәт биреп ҡотолоп ҡала. Ә. Харисов. [Ырыҫҡолов:] Шундай тәртипһеҙлеккә юл ҡуйған ришүәтсене нисек итеп эшендә ҡалдыраһың? Н. Мусин.
РИЯЗӘТ ҠЫЛЫУ (риязәт ҡыл-) [ғәр.
(р: голодать с целью похудения; И.: fast; T.: perhiz yapmak) ҡ. иҫк. ҡар. асығыу.
1. Ябығыр өсөн ашауҙан тыйылып ас йөрөү. □ Голодать с целью похудения. Риязәт ҡылыу организм өсөн зыянлы.
2. Сиргә һабышып, хәрби хеҙмәткә алынмаҫ өсөн юрамал ас тороу. □ Похудеть с целью получения отсрочки от армии. Риязәт ҡылып, хәрби хеҙмәткә бармай ҡалыу.
РИЯЗӘТ СИГЕҮ (риязәт сик-) ҡ. иҫк. ҡар. риязәт ҡылыу. Риязәт сигеп йөрөү.
РОБАҒИ [ғәр. (Р: рубаи; И.: rubais; T.: rubai) и. әҙ.
Дүрт юллы шиғыр (ғәҙәттә, беренсе, икенсе һәм дүртенсе йәки беренсе һәм икенсе, өсөнсө һәм дүртенсе юлдары рифмалашып килә). □ Рубаи. Классик робағи. Робағи яҙыу. ■ Робағи башҡорт шағирҙарының оло быуыны (М. Аҡмулла, М. Өмөтбаев, М. Ғафури һ. б.) ижадында йыш осрай. К. Әхмәтйәнов. [Мифтахетдин] һәр кис һайын фатирына ҡайтҡас, .. бөйөк Көнсығыш әҙиптәренең, бигерәк тә Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙарын ятланы. Я. Хамматов.
РОБОТ [рус. < чех. robot] (Р: робот; И.: robot; Т.: robot) и.
Ҡатмарлы техник хеҙмәт башҡарғанда кешене алмаштырыр өсөн тәғәйенләнгән автомат. □ Робот. Атлап йөрөүсе робот. Манипуляторлыробот. Программалы робот.
285