Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 286


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РОГАТКА
Робот ҡулланыу хеҙмәт етештереүсәнлеген кәмендә ике тапҡырға арттырасаҡ.
РОГАТКА [рус.] (Р.: рогатка; И.: sling; wye; T.: sapan) и.
1. Күсереп йөрөтөлә торған тағанлы кәртә. □ Рогатка. ■ Тегендә лә, бында ла урамдарға, майҙандарға тимер рогаткалар теҙмәһе тығыҙлап ҡуйылған. Д. Исламов. [Рота һалдаттары] ҡайһы көндә блиндаж яһайҙар, алдағы окоптарҙың алдына рогаткалар сығарып теҙәләр, уларҙы беркетәләр. А. Таһиров.
2. иҫк. Кешене язалау өсөн кейҙерә торған, эс яғына оҙон сәнскәкле тимер ҡуйылған муйынса. □ Рогатка. Рогатка кейҙереү. ■ Крәҫтиән йомошо менән йөрөүселәрҙе төрмәгә ябалар, бығауҙар менән бәйләп, үңәстәренә рогаткалар кейҙереп, каторға хеҙмәтенә ебәрәләр ине. Картотека фондынан.
3. ҡар. сөйөртмәк. Рогатканан атыу. ■ Әле генә, шундай йомартлыҡ күрһәтеп, рогатка биргән Вәзирҙең ғәйепһеҙ әрләнеүен Яҡуп тыныс ҡына тыңлап тора алманы. М. Кәрим.
РОДИЙ [рус. < гр. rhodon ‘роза’] (Р: родий; И.: rhodium; T.: rodyum) и. хим.
Химик элемент, аҡ алтын металдар төркөмөнә ингән, тиҙ генә иреп бармаған ауыр, көмөш һымаҡ ялтыр металл. □ Родий. Родий оксиды. Родий киҫәктәре. Родий изо-тобы.
РОДИОЛА [рус. < лат. Rhodiola] (Р: родиола; И.: rhadiola; T.: radiola) и. бот. ҡар.
Етендәр төркөмөнә ҡараған, урмандың дымлы урындарында үҫкән үҫемлек. □ Родиола (лат. Rhodiola). Ирәмәл ро-диолаһы. Родиола сәскәһе. Родиола япрағы.
РОДОДЕНДРОН [рус. < гр. rhodon ‘роза’ + dendron ‘ағас’] (Р: рододендрон; И.: rosebay; T: ormangülü) и. бот.
Арса һымаҡтар ғаиләһенә ингән эре сәскәле тау үҫемлеге (декоратив ағас итеп үҫтерелә). □ Рододендрон (лат. Rhodo-denron). Һары рододендрон. Кавказ рододендроны. Рододендрон үҫтереү.
РОЗА [рус. < лат. Rosa] (Р: роза; И.: rose; T: gül) и. бот.
1. Гөлйемештәр төркөмөнә ҡараған, төрлө төҫтәге, хуш еҫле сәскәле, сәнскәк һабаҡлы декоратив ҡыуаҡ һәм шуның сәскәһе. □ Роза (лат. Rosa). Роза сәскәһе. Роза майы. Роза үҫтереү. Аҡ роза. Кыҙыл роза. Һары роза. ■ Йә мин роза гөлө һымаҡ үҫеп ултырһам ине күркәм, ә һин ерҙе нурға күмгән сәскәһе булһаң, иркәм. Я. Ҡолмой. Баҡсаның бер мөйөшөндә астра, роза, тюльпан, пион һәм гладиолус сәскәләре үҫә ине. Ғ. Аллаяров. Баҡсалағы розаларҙан өйгә хуш еҫ тулды. Ф. Чанышева.
2. ҡар. гөлйемеш. Роза ҡыуағы. Роза төнәтмәһе. Роза емеше.
РОЗА СӘСКӘ Л ЕЛӘР (Р: розоцветные; И.: Rosales; T.: gülgiller) и. бот.
Емеш-еләк, декоратив, дарыу үҫемлектәрен үҙ эсенә алған ике өлөшлө үҫемлектәр ғаиләһе. □ Розоцветные (лат. Rosaceae). Роза сәскәлеләр ғаиләһенә алма, груша, сейә, ҡурай еләге, роза, ҡырҡҡолас кеүек үҫемлектәр ҡарай.
РОЗЕТКА [рус. < фр. rosette] (Р: розетка; И.: socket; T.: priz) и.
1. Төрлө приборҙарҙы электр сымына тоташтыра торған тишекле яйланма. □ Розетка. Радио розеткаһы. Электр розеткаһы. Розетка ҡуйыу. Я Йыһангир ҡапыл үрелде лә розетканан аҡ сымды шатырлатып тартып алды. Р. Байбулатов. Мәҙинә ханым һыйҙарын ҡунаҡҡа яҡыныраҡ этәрә бирҙе, самауырҙың шнурын розетканан тартып алды. А. Мағазов.
2. Ҡайнатма, бал өсөн бәләкәй генә һауыт. □ Розетка (для варенья, мёда). Гәл-сәр розетка. Баллы розетка. Розеткаға еләк ҡайнатмаһы һалып алыу.
3. Сәскәгә оҡшатып бөрөлгән орден таҫмаһы. □ Розетка (орденский бант для ношения на груди). ■ Ул [Иванов] .. байрам көндәрендә күкрәгенең һул яғына, роза сәскәһе һымаҡ итеп бөрөлгән ҡыҙыл ебәк розетка өҫтөнә боевой Ҡыҙыл Байраҡ ордены таға торғайны. Ә. Вәли.
4. Япраҡтарҙың бер тирәгә тупланып урынлашыуы. □ Розетка (листьев). Япраҡ розеткаһы.
286