РОЛЬГАНГ
5. Япраҡ, сәскә һымаҡ итеп стенаға, түшәмгә һылап, йәбештереп эшләнгән биҙәк.
□ Розетка. Төрлө төҫтәге розеткалар менән биҙәу.
6. Электр лампаһы абажуры. □ Розетка (абажур лампы). Лампа розеткаһы.
РОЗМАРИН [рус. < лат. rosmarinus ‘диңгеҙ ысығы’] (Р.: розмарин; И.: rosmarinus; T.: biberiye) и. бот.
1. Ирен сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған түңәрәк япраҡлы мәңге йәшел ҡыуаҡ (япрағынан алынған эфир майы медицинала һәм парфюмерияла ҡулланыла). □ Розмарин (лат. Rosmarinus). Розмарин ҡыуағы. Аҡ розмарин. Мичурин розмарины.
2. Ҡышҡы алма сорты һәм шул алманың хуш еҫле әскелтем емеше. □ Розмарин. Розмарин алмаһы уҫтереу.
РОКИРОВКА [рус. < фр. roquer < фарс. Cjj] (Р: рокировка; И.: reshuffle; T.: tekrar karıştırmak) и.
1. шахм. Шахмат уйынында бер үк йөрөштә королдең бер шаҡмаҡ аша ладья янына, ә ладьяның король аша күсереп эргәләш ҡуйылыуы (уйын барышында бер генә тапҡыр һәм арала юл асыҡ булғанда рөхсәт ителә). □ Рокировка. Кыҫҡа рокировка. Рокировка яһау. Рокировканан яҙыу.
2. хәрби. Хәрби тактика. □ Рокировка. Рокировка шарттары.
РОЛИК (ролигы) [рус. < ингл. roller] (Р.: ролик; И.: caster; T.: küçük tekerlek) и.
1. Күсереп йөрөтөүгә уңайлы булһын өсөн мебелдең, роялдең һ. б. аяғына ҡуйылған бәләкәй диаметрлы тәгәрмәс.
□ Ролик. / Роликовый. Карауат ролигы. Пианино ролигы.
2. Ҡаты яҫылыҡта хәрәкәт итеү өсөн табанына тәгәрмәстәр ҡуйылған аяҡ кейеме йәки яҫы таҡта. □ Ролики. Роликта йөрөу. Ролик һатып алыу. Балалар ролигы.
РОЛИКЛЫ (Р.: роликовый; И.: rollertrack, rolling; T.: küçük tekerlekli) c.
Ролик ҡуйылған; ролик менән эшләнгән.
□ Роликовый. Роликлы коньки. Роликлы карауат. Роликлы подшипник. Роликлы транспортёр.
РОЛЬ [рус. < фр. role] (Р.: роль; И.: role; T.: rol) и.
1. Артист тарафынан сәхнәлә, кинола кәүҙәләндерелгән художестволы образ.
□ Роль. Комик роль. Эпизодик роль. Роль әҙерләу. ■ Ролгә бөтөнләй ингән Саҙрый трагедияны уҙенсә тамамланы: Дездемонины быумайынса, итек ҡуңысынан оҙон һаплы бысаҡ һурып сығарҙы. А. Абдуллин. Килен ролендә өҫтонә оҙон аҡ ебәк кулдәк, башына ҡыр сәскәләренән таж уреп кейгән Таңһылыу .. шишмә сылтырауына оҡшаш тауышы менән матур итеп йырлай. М. Садиҡова.
2. Артистың спектакль барышында һөйләгән бөтә һүҙе. □ Роль. Ролдәр дәфтәре. Роль ятлау. ■ Йыш ҡына Гөлсинә менән Рәмил дә уҙ ролдәрен өйрәнергә керешеп китәләр. Ф. Әсәнов. Спектакль ҡуйыу менән Ләйлә уҙе етәкселек итте. Үҙ ролен ул бөтөнләй ятлап уҡ бөтөргәйне инде.
С. Поварисов.
3. Кемдер йәки ниҙер сифатында башҡарылған эш, вазифа. □ Роль. И Куп мылтыҡтар окоп башына ташланалар йәки блиндаж тубәһенә арҡыры-торҡоро һалынып, өрлөк ролен уйнайҙар. Д. Юлтый. Вестибюль ролен утәгән баҫҡыс майҙансығы һары буяулы таҡта менән кәпләнгән, уртаһында ишек бар. Т. Сәғитов. Яңы аэродромда, осоу етәксеһе ролендә, заданиенан ҡайтыусы экипаждарҙы ҡаршыларға [Караваев] бер һуҙһеҙ риза булды. А. Мағазов.
4. Эш-тормоштағы әһәмиәт, урын.
□ Роль. Авангард роль. И Фольклор борон заманда .. хәҙерге яҙма әҙәбиәт ролен уйнаған. Ғ. Амантай. [Гумәр Хәбирович:] Ә бына урманға эстетик, әхлаҡи, тимәк, социаль категория булараҡ яҡын килгән, уның кешене рухи яҡтан тәрбиәләуҙәге ролен асҡан һәйбәт публицистиканы кургәнем юҡ. Н. Мусин. Балаға тәрбиә биреуҙә ата-әсә төп ролде уйнай. Ғ. Лоҡманов.
РОЛЬГАНГ [рус. < нем. Rollgang < Rolle ‘ролик’ + Gang ‘йөрөш’] (Р: рольганг; И.: conveyor roll; T.: küçük tekerlekli nakledici) u. тех.
287