РОМ
Роликтар (1) менән йөктө күсергән конвейер; роликлы транспортёр. □ Рольганг. ■ Слиткаларҙы махсус рольгангтар ку сереп йөрөтә. М. Хәйҙәров.
РОМ [рус. < ингл. гит] (Р: ром; И.: rum; Т.: гот) и.
Шәкәр ҡамышының һутынан йәки ҡуйы иҙмәһенән әсеткән ҡаты эсемлек. □ Ром. / Ромовый. Куба ромы. ■ Семәрле батмустарға ултыртып, инглиз вискиҙары, куба ромдары, гавай араҡылары килтерелде. Р. Өмөтбаев. Армия штабынан киткәндә, Әхтәм, уҙе эсмәһә лә, йә кәрәге тейер тип, флягаһына ром тултырып алғайны. Ә. Хәкимов.
РОМАН I [рус. < фр. roman] (Р: роман; И.: novel; T.: roman) и.
1. Ҡатмарлы сюжетҡа ҡоролған ҙур күләмле сәсмә әҫәр. □ Роман (произведение). / Романный. Антик роман. Мажаралы роман. Тарихи роман. Фәнни-фантастик роман. ■ Тормош ҡатлаулыраҡ романдарҙан, кешеләр ҙә унда төрлөрәк. Ғ. Сәләм. Сара сәйҙән һуң беҙҙең менән оҙаҡ ултырманы, өҫтәлгә ҡуйылған романды алып, уҙҙәренең йоҡо булмәһенең ишегенә табан атланы. Ғ. Хәйри. Уның [Танағол Ҡанбулатовтың] китаптары илдә генә тугел, сит телдәрҙә лә баҫыла, һуңғы бер романын Арынбаҫаровтар ирле-бисәле икәуләшеп уҡып сыҡты. Д. Бүләков.
2. Ир менән ҡатын араһындағы мөхәббәткә ҡоролған мөнәсәбәт. □ Роман (любовные отношения).
РОМАН II [рус. романский < лат. гота-nus\ (Р: романский; И.: Romance, Romanic; Т.: Roman) с.
Боронғо Рим мәҙәниәте менән бәйле булған (халыҡтарға, уларҙың теле, тарихы, мәҙәниәтенә һ. б. ҡарата). □ Романский. Роман халыҡтары. Роман филологияһы. Роман телдәре.
РОМАНИЗМ [рус. < лат. romanus] (Р: романизм; И.: romanism; T: romanizm) и.
1. Нидерланд сәнғәтендә XVI быуатта итальян Яңырыу сәнғәте тәьҫирендә барлыҡҡа килгән ағым. □ Романизм. Романизм принциптары. Романизм сәнғәте.
2. Роман телдәренән үҙләштерелгән һүҙ йәки әйтем. □ Романизм. Романизмдарҙы өйрәнеу. Романизмдарҙың уҙенсәлеге.
РОМАНИСТ I [рус.] (Р: романист; И.: Romance philologist; T.: romanist) и.
1. Романистика әлкәһендә эшләгән белгес. □ Романист (специалист в области романской культуры, филологии). Романист ғалимдар.
2. Рим хоҡуғы буйынса белгес. □ Юрист, специалист по римскому праву. Романистар конференцияһы.
РОМАНИСТ II [рус ] и. ҡар. романсы. Романист булып китеу. Талантлы романист.
РОМАНИСТИКА [рус. < лат. romanus] (Р: романистика; И.: Romance philology; T.: Romen filolojisi) и.
Роман телдәрен һәм мәҙәниәтен өйрәнгән фәндәр; роман филологияһы. □ Романистика. Романистика өлкәһендәге тик-шеренеуҙәр.
РОМАНС [рус. < фр. romance] (Р: романс; И.: lyrical sentimental song; T.: romans) и.
1. муз. Фортепьяноға йәки башҡа музыка ҡоралына ҡушылып йырлар өсөн яҙылған ҡатмарлыраҡ йөкмәткеле лирик йыр. □ Романс. / Романсный. Пушкин шиғырҙарына яҙылған романстар. Романс башҡарыу. Боронғо романс. Чайковский романсы. ■ Йырсының репертуарында башҡорт, татар, рус композиторҙарының, рус классиктарының йырҙары, романстары ла ҙур урын алып тора. 3. Биишева. Полина Сергеевна моңһоу ғына рус романсы башҡарҙы. Р. Камал. [Хөсәйен Әхмәтов] ысын мәғәнәһендә тәрән хисле, халыҡса моңло, философик, лирик «Төнгө Урал», .. «Яҙғы таң», «Сәләм һиңә, яҙғы ҡояш», «Куҙҙәреңдә кургәс уҙемде», «Диңгеҙ ярында», «һуңғы хат» романстарын тыуҙырҙы. Ә. Вәли.
2. Ғәҙәттә, мөхәббәткә арнап яҙылған йыр тибындағы шиғыр. □ Романс. Яҡуп Ҡолмой романстары. Романс яҙыу.
РОМАНСЫ (Р: романист; И.: novel writer, novelist; T: romancı) и.
Роман авторы, роман яҙған яҙыусы. □ Романист (автор романов). Билдәле ро-
288