Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 316


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РӘХМӘТЛЕ
нигы, приказында иҫкә алып, миңә рәхмәт белдергәйне. Ә. Бикчәнтәев.
РӘХМӘТЛЕ (Р.: милосердный; И.: merciful; T.: merhametli) с.
1. Изгелекле, яҡшылыҡлы; шәфҡәтле, рәхимле. □ Милосердный, добродетельный, благодатный. Рәхмәтле яҙмыш. Рәхмәтле тормош. Н Эй, Рәли, .. рәхмәтле ямғыр урынына боҙло ямғыр яуҙырһаң, ҡундырырбыҙ мороноңа. Ш. Бабич.
2. Яҡшылыҡ эшләп, рәхмәт алған (кешегә ҡарата). □ Благодарный. Рәхмәтле булыу. ■ Хөрмәттең йөҙөнә ҡан йүгерҙе, әкренләп үҙ хәленә ҡайтты һәм Шәмсиәгә рәхмәтле ҡарашын төбәп, тағы бер аҙ уйланып торҙо.
3. Биишева. Батырша Сурағол Миңлебай улынан рәхмәтле хат алды. Ғ. Хөсәйенов.
РӘХМӘТЛЕ БУЛЫУ (рәхмәтле бул-) (Р.: быть благодарным; И.: be grateful; T.: minnettar olmak) ҡ.
Берәйһенән күргән яҡшылыҡҡа, изгелеккә рәхмәт тойғоһон хис итеү. □ Быть благодарным, признательным. Ата-әсәгә бала мәңге рәхмәтле була.
РӘХМӘТ УҠЫУ (рәхмәт уҡы-) (Р: благодарить; И.: thank; T.: teşekkür etmek) ҡ.
Ҙур рәхмәт белдереү, ихлас күңелдән рәхмәт әйтеү. □ Благодарить. ■ Егет, әбейгә рәхмәт уҡып, ул өйрәткән юл менән киткән. Әкиәттән. Шулай итеп, беҙ һылыуым менән, Маһинур апайға рәхмәттәр уҡый-уҡый, ҡалала уҡый башланыҡ. Р. Байбулатов. «Рәхмәт, олатай, бер аяғың — ерҙә, икенсеһе гүрҙә торһа ла, дошманға баш эйергә, бирелергә теләмәйһең», — тип эсенән уға рәхмәт уҡыны [Рая]. И. Абдуллин.
РӘХМӘТ ӘЙТЕҮ (рәхмәт әйт-) (Р: благодарить; И.: thank; T.: teşekkür etmek) ҡ.
Яҡшылыҡ күрһәткәнгә ихлас күңелдән ҡәнәғәтлек, ризалыҡ тойғоһон белдереү. □ Благодарить. К Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте осоронда уға [Ғафуровҡа], бына тигән ойоштороусы, оҫта тәрбиәсе һәм иң яҡын кәңәшсе булғаны өсөн, күп тапҡыр рәхмәттәр әйттеләр. Ә. Байрамов. Басыров таныш булмаған кешегә юл өйрәтеүе өсөн рәхмәт әйтте лә, Сашаны ҡултыҡлап, алға атланы. Ә. Бикчәнтәев. Теге [Урбах] баш ҡағып ҡына рәхмәт әйтте. И. Абдуллин.
[Баязитов:] Тик ерҙән алып ҡына уға бер ни ҙә бирмәһәк, ул бик тиҙ ярлыланыр бит. Бының өсөн киләсәк быуын беҙгә рәхмәт әйтмәҫ. Ғ. Аллаяров.
РӘХӘТ I [ғәр. (Р: удовольствие; И.: pleasure; T.: zevk) и.
1. Мул, иркен тормош шарттары; йәшәү-эшләү өсөн кәрәк булған бөтә уңайлы шарттар, мөмкинлектәр. □ Удовольствие, наслаждение, блаженство. Алдағы көн рәхәте өсөн тырышыу. Рәхәт күреү. Рәхәт табыу. Рәхәттә йәшәү. Я Ауыл тын... Яҙ, йәй, көҙ буйы өҙлөкһөҙ эш эшләп арыған крәҫтиәндәр үҙҙәренең йыллыҡ хеҙмәттәре хаҡына ошо оҙон төндәрҙе алғандар ҙа, шуның икһеҙ-сикһеҙ рәхәтенә сумып йоҡоға талғандар. Ғ. Дәүләтшин. Алда рәхәт ҡәҙерен белмәккә михнәт файҙалы. Ш. Бабич. Үткән рәхәт иҫкә төшһә, ас үҙәктәр өҙөлә. Халыҡ йырынан. Һин күрә торған ҡайғыны ла, рәхәтте лә икенсе кеше кисерә алмай. Т. Ғарипова.
• Михнәт барҙа рәхәт бар. Әйтем.
2. Уңайлы, мул, тыныс шарттарҙа йәшәгәндән тыуған хуш, ҡәнәғәт һәм ләззәтле тойғо. □ Наслаждение, блаженство. ■ Ҡайҙан белеп өлгөрҙөң һин, Зәйнәп, шундай хыял, ғаилә рәхәтен. Ғ. Сәләм. Донъяның китте беҙҙән рәхәте, йөрәгемдә ҡалды һуғыш йәрәхәте. Бәйеттән. Сергейға Йәғҙә янында һәр ваҡыт рәхәт һәм ер-күк киңәйеп киткәндәй була ине. А. Абдуллин.
• Ҡыйынлыҡты еңгән — рәхәт күргән. Әйтем.
3. Ҡәнәғәтлек тойғоһо. □ Блаженство, упоение, наслаждение. Я Буран да баҫылғас, бүреләрҙән дә ҡотолғас, йәнгә рәхәт булып китте. Ғ. Ғүмәр. Ҡасимды башҡалар ҙа ихтирам итә, нисектер, ул янда булһа, күңелле лә, рәхәт тә. Ғ. Аллаяров. Ә йорт алдында, сәскәләр үҫеп ултырған яҡта, йылы, рәхәт.
3. Биишева.
♦ Донъя рәхәтен күреү мул, етеш, бәхетле һәм шатлыҡлы тормошта йәшәү. □ Жить в довольстве, в полном достатке. ■ Билде бөгөп байға эшләнек, донъя рәхәткәйҙәрен күрмәнек. Халыҡ йырынан.
РӘХӘТ II [ғәр. (Р: благодатный; И.: blessed; favored; T.: mutluluk veren) c.
316