Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 323


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САБАТА ТИПКЕС
кумһә, бала ҡабат булмай. Экспедиция материалдарынан.
♦ Көн уҙһын {йәки үтһен), сабата туҙһын ялҡау, арамъя кешегә ҡарата әйтелә.
□ соотв. День прошёл, слава Богу. ■ Куптәр намыҫ тигән нәмәне алғы планға ҡуйып эшләһәләр, арала көн уҙһын, сабата туҙһын тип йөрөуселәр ҙә бар. И. Ғиззәтуллин. Самаһыҙ йәйелгән штат, кешенең көн утһен, сабата туҙһын тип эшләуе, техниканың ҡиммәт, ә ауыл хужалығы продукцияһының арзан булыуы уны [хужалыҡты] барыбер тотороҡло яһай алмай. Т. Ғари-пова. Сабатаны түргә эл еү үрләп алғас, маһайып, һауаланып китеү. □ Возомнить о себе. ■ Турә булып, сабатаһын тургә элеуе шул булғандыр инде. Уның [Моратшаның] курһәткәне етерлек булды. Т. Хәйбуллин. Сабата туҙҙырыу 1) бушҡа йөрөп ваҡыт уҙғарыу. □ Проводить время впустую; валять дурака. ■ Ҡуян Шәйми малайҙарына ғилем юлдары һайлап торманы, ғумер уҙҙырып, сабата туҙҙырып урамда йөрөмәһәләр, шул еткән. М. Кәрим; 2) эш-йомош артынан күп йөрөү. □ Хлопотать, ходатайствовать. ■ [Шаһнияз:] Был донъяла юҡҡа ғына сабата туҙҙырмағанбыҙ. Ә. Мирзаһитов.
САБАТА II (Р.: название родовых подразделений башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Бөрйән, ҡыпсаҡ ырыуҙарының аймағы.
□ Сабата (название родовых подразделений башкир племён бурзян, кипчак). Сабата аймағы ерҙәре. Сабата аймағы йәшәгән урамдар. Сабата аймағы шәжәрәһе.
САБАТА ҠАЙТАРЫУ (сабата ҡайтар-) (Р.: плести лапти; И.: make bast shoes; T.: lapti (pabuç) örmek) ҡ. диал.
1. Сабата үреү. □ Плести лапти. ■ Йомро Талип балсыҡ аласыҡ алдында, теҙенә бәйләп, сабата ҡайтарып ултыра ине. М. Кәрим. Үҫмер егет ныҡышмал, уҙ һуҙле, бөтә оҫталығын биреп сабата ҡайтарырға тотона. Н. Мусин.
2. кусм. Эшһеҙ йөрөү. □ Бездельничать. Урамда сабата ҡайтарып йөрөгәнсе, өйөңә ҡайтып, йорт-ҡураңды рәткә килтер.
САБАТАЛЫ (Р: в лаптях; И.: shod in bast shoes; T.: laptili, pabuçlu) c.
Сабата кейгән. □ В лаптях. ■ Палубала тубәтәйле, сабаталы малай бара. М. Кәрим. Тире баҙарында .. ниндәйҙер бер ҡуянсы ике ҡуян тиреһе кутәргән дә, һыуыҡҡа сыҙай алмай, сабаталы аяҡтарын бер-береһенә бәреп һикергеләй. А. Таһиров. [Кожемякин — Габдуллаға:] Сабаталы ауыл малайынан Магнитҡа кеуек данлы ҡаланың танылған ҡорос иретеусеһе дәрәжәһенә урләргә аҡылың еткәс, бөтөнләй шәп инде ул! Д. Исламов.
САБАТАСЫ (Р: лапотник; И.: bast shoe maker; T.: laptici, pabuççu) u.
Сабата үреүсе. □ Лапотник, мастер по плетению лаптей. К Сабатасы инең, йукә еҫе килә кеуек әле лә ҡулыңдан. Р. Шаммас. Элек сабатасы Сәләх менән Назим бер урмандың йукәһенән урһәләр ҙә, сабаталары ике төрлө була торғайны. С. Ҡудаш. Сабатасының ике тәгәрмәсле ҡул арбаһын Ишти тиҙ ук ҡураға тәгәрләтеп килтерҙе. М. Кәрим.
САБАТА ТИПКЕС (Р: название детской игры; И.: name of a children’s game; T.: bir çocuk oyununun ismi) и. этн.
Балалар уйыны (әйтемләп, көтөусе билдәләнә; бер башы ҡалҡытып ҡуйылған таҡтаның тубәнге осона бер тигеҙ оҙонлоҡтағы бер нисә (егерме-утыҙ) сыбыҡ һанап һалына; берәу таҡтаның башына баҫып сыбыҡтарҙы тарата, һәм көтөусе ошо сыбыҡтарҙы һанап йыйған арала, уйынсылар тирә-яҡҡа йәшенеп бөтөргә тейеш була, көтөусе у ларҙы эҙләп, кургән береһенең исемен ҡысҡыра бара; шул ваҡыт исеме әле ҡысҡырылмаған берәу йугереп килеп, таҡтаны тағы тибеп китергә мөмкин, ул саҡта табылған кешеләр кире йәшенә, уйын ҡабаттан башлана, әгәр көтөусе бөтәһен дә табып өлгөрһә, иң тәуҙә табылған кеше көтөусе була); сәсрәтмә. □ Название детской игры. Сабата типкес уйнау. Сабата типкескә көтөусе билдәләу. Сабата типкес уйыны ҡағиҙәләре.
323