САБАН МАЛАЙЫ
САБАН МАЛАЙЫ (Р.: вожжедержатель (на плуге}, И.: device to hold reigns; T.: dizgini tutucu (sabanda) и. диал.
Һабанда дилбегә эленеп ҡуйыла торған ҡулайлама. □ Вожжедержатель (на плуге). Дилбегәне сабан малайынан ысҡындырып алыу. Сабан малайы янына килеп еткәс, атты туҡтаттым.
САБАНСЫПСЫҠ (сабансыпсығы) (Р: полевой жаворонок; И.: Eurasian skylark; T.: çayır kuşu) и. зоол. диал. ҡар. һабан турғайы.
Күккә менеп һайрай торған һорғолт буҙ һыртлы эре турғай. □ Полевой жаворонок (лат. Alauda arvensis). Сабансыпсыҡ һайрай. Сабансыпсыҡ оса. Сабансыпсыҡ, уҡтай атылып, бер куккә менә, бер ергә төшә.
САБАН УҒЫ (Р: предплужник; И.: plough point; T.: öndeki kulak demiri) и. диал. ҡар. алтөрән.
Һабандың ҙур төрәне алдына ҡуйыла торған бәләкәй төрән (кәҫтең ҡыртышын һыҙырып бара). □ Предплужник. Сабан уғы ҡуйыу. Сабан уғы беркетеу. Сабан уғы алыу.
САБАР I (Р: вооружённый верховой часовой, охраняющий дворцы царей и ханов; И.: guard on horseback; T.: silâhlı atlı nöbetçi) и. map.
Батша, хан һарайын ҡарауыллаған ҡораллы һыбай һаҡсы. □ Вооружённый верховой часовой, охраняющий дворцы царей и ханов. ■ Әбелхәйер хандың тирмәһен ҡарауыллаған сабарҙар ҙа аттарын билбауҙарына бәйләп.. йоҡлай. Хикәйәттән.
САБАР II (Р: гонец; И.: rider, staffette; T.: ulak) и. тар. ҡар. сапҡын II.
Ашығыс хәбәр менән алыҫ юлға саба торған һыбай йомошсо. □ Гонец, конный посыльный, конный связной. ■ Ысынлап та, йәйләуҙән йәйләугә сабарҙар елде. Ғ. Ибраһимов. Миңнеғәлиев, Ҡорбан, Се-мёндар көнсығыш яҡҡа барыу тураһында кәңәшкәндә, бәйгелә сабар аттар ҙа иреккә ҡуйылды. 3. Ураҡсин. Иәмәлкә батшаның атсабары бойороҡ килтерҙе. А. Таһиров.
САБАРМАН и. ҡар. сапҡын II. ■ Ауылдың бай ҡаҙаҡтары, сабарман ебәреп, был турала .. аҡтарға хәбәр итте. Б. Хәсән. Сарай ҡалаһынан, Урҙаның төрлө тара-фындағы ғәскәр берекмәләренән килгән сабармандар ғына тугел, хатта юғары мансаблы әмирҙәр, һанаттар ҙа тимер ҡоршаулы ҡапҡа төбөндә ук туҡтатыла. Ә. Хәкимов. Сабармандар, һәр дурт тарафтан да буш ҡул менән әйләнеп ҡайтып, һәр ҡыуаҡты, һәр соҡорҙо, һәр ҡамышлыҡты ентекләп ҡарап сығыуҙарын хәрбиҙәрсә ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғына итеп рапорттар биреп торҙолар. 3. Ураҡсин.
САБАТА I (Р: лапоть; И.: bast shoe; T.: lapti (ipten örülmüş pabuç) u.
1. Ҡата рәүешендәрәк итеп, сей йүкәнән үрелгән аяҡ кейеме (силғау йәки тула ойоҡ менән кейелә). □ Лапоть, лапти. / Лапотный. Сабата ҡалыбы. Сабата бауы. Сабата уреу. ■ Шәриф, дәхи кәсеп эҙләп китергә уйлап, сабатаһын алып, сепрәктәрҙе урап кейенергә кереште. М. Ғафури. Яурынына бер өйөм арҡан һәм бер-береһенә ҡуша бәйләнгән сабаталар аҫып баҙарға килеусе Хәбибулла ла ауылдаштары һатыу иткән урынға урынлашты. Я. Хамматов. Бөтә ауыл кешеләренең дә купселегенең ышаныслы аяҡ кейеме сабата булыуын һәм уның урмандан ҡырҡып алынған нәфис йукәнән яһалғанын Зәбих ағай ҙа яҡшы белә. М. Садиҡова. • Ат тояғы сабата тугел, тишелһә, ямап булмай. Әйтем. Итектең башы туҙһа — ҡунысы ҡалыр, сабатаның башы туҙһа — субе ҡалыр. Әйтем. Майлаһаң, иҫке сабата ла утә. Әйтем.
2. диал. ҡар. танкетка. Сабатаһын эләктереп алды. Сабата кейеу. Йәй көнө кейер өсөн сабата бик уңайлы.
3. миф. Мифик мәғәнәгә эйә булған аяҡ кейеме (эсенә һуңғылыҡ һалып кумәләр). □ Лапоть (мифологизированный предмет, используемый при закапывании последа). ■ Һуңғылыҡты сабатаға һалып кумә кендекәй. Кендек яғын сабатаға ҡаратып
322