САБАНЛАНЫУ
of a cart; T.: araba gövdesini dingili ile bağlayan sırık) и. диал. ҡар. арата 2.
Арбаның аҫҡы күкрәге менән үрәсәһен тоташтырған таяҡтар. □ Жерди, соединяющие раму телеги с осями. Капка сабағы. ■ Егеттәр тәгәрмәстәре һурып ташланған, сабаҡтары ҡойолоп бөткән арбаның урәсәһенә барып ултырҙылар. Һ. Дәүләтшина.
САБАҠ Ш (сабағы) (Р.: черенок; И.: stem; T.: sap) и. диал. ҡар. һап.
Эш ҡоралдарының тотоу өсөн ҡулайлаштырылған өлөшө. □ Черенок. Шыбағас сабағы. Балта сабағы. Бысаҡ сабағы. Ҡылыс сабағы. Сабаҡ ҡуйыу.
САБАҠ IV (сабағы) (Р.: полотняная часть узорчатого полотенца; И.: large part of a towel; T.: süslü havlunun keten kısmı) и. диал.
Таҫтамал үҙәге. □ Полотняная часть узорчатого полотенца. Таҫтамал сабағы керләнгән. Таҫтамал сабағына ҡул һөртөу. Был таҫтамалдың сабағы ап-аҡ, ә сите матур итеп сигелгән.
САБАҠ V (сабағы) (Р: малёк; И.: tiny fish; whitebait; T: balık yavrusu) и. зоол. диал. ҡар. селбәрә 1, 2.
Ыуылдырыҡтан яңы сыҡҡан балыҡ балаһы. □ Малёк. Сабаҡтар сыҡҡан. Кулдең ярға яҡын урынында ваҡ ҡына сабаҡтар йыйылған. Малайҙар йылға буйында сабаҡ һөҙөп уйнайҙар.
САБАҠ VI (сабағы) (Р: объедья; И.: fodder left-over; T: saman veya ot gibi hayvan yemi artıkları) и. диал. ҡар. тапанды.
Мал ашап тапағандан ҡалған һалам, бесән. □ Объедья. Бесән сабағы. Мал аҫтына сабаҡ тушәу. Аҙбарҙы сабаҡтан таҙартыу.
САБАҠА и. диал. ҡар. сабаҡ V. Сабаҡа һөҙөу. Сабаҡалар йыйылған. Сабаҡалы урын.
САБАҠЫ (Р: поганка; И.: grebe; Т: dalgıçkuşu) и. зоол. диал. ҡар. сыпҡай.
Яҡшы сума, ерҙә шылышып ҡына йөрөй торған, өйрәккә оҡшаған ҡоштар төрө (аяҡтары бик артта, бармаҡ араларында ярыһы юҡ, һәр бармағы тирәһендә
ишкәктәре генә бар). □ Поганка (лат. Podiceps cristatus). Сабаҡы йомортҡаһы. Кулдә сабаҡылар йөҙә. Сабаҡы тауышы.
САБАН (Р: ленивый (о лошади); И.: sluggish (about horses); T: ağır yürür veya hareket eder (at) c.
1. Ялҡау тәбиғәтле, яй йөрөүсән (атҡа ҡарата). □ Ленивый (о лошади). ■ [Ҡотләхмәт:] Ана теге сабан туры бейәгә айырыуса әһәмиәт бирегеҙ, бик ук мантып етмәй. Ф. Иҫәнғолов. Емеш менән Иштуған да, төндә «арғымаҡҡа әйләнгән» сабан көрән бейә лә ҡалтыр арбаһы менән бергә һаман алға, ҡотолғоһоҙ рәуештә йондоҙҙар диңгеҙе эсенә йотола барҙы. 3. Биишева. Хәйри бабайҙың бер аты бик сабан, икенсе аты артыҡ ҡыҙыу булғанға курә, эш бик ауырға китте. М. Ғафури.
2. диал. Ҡабаланмай, яй ҡуҙғалыусан; әкрен хәрәкәтле; ығыш. □ Медлительный. * Дөрөҫ, була ҡасан арала сабан, сарға алабармандар, .. юҡҡа ғына мыжып барғандар. Ғ. Сәләм.
3. диал. Эшкә ихласлығы булмаған, эш һөймәҫ; ялҡау. □ Ленивый. Сабан кеше. Сабан егет. Сабан килен.
4. диал. Ҡушҡанды, әйткәнде үтәмәй ҡа-рышыусан; тыңлауһыҙ. □ Непослушный. Сабан бала. Сабан ҡыҙ. Сабан малай.
САБАНҠОРТ (Р: майский жук; И.: cockchafer; T.: mayısböceği) и. зоол. диал. ҡар. май ҡуңыҙы.
Иәшкелт-көрән төҫтәге эре яҙғы ҡуңыҙ. □ Майский жу к (лат. Melolontha). Сабан-ҡорт тотоу. Сабанҡорттар оса. Сабан-ҡорттар сыҡҡан.
САБАНЛАНЫУ (сабанлан-) (Р: становиться ленивым (о лошади); И.: become sluggish (about horses); T: tembelleşmek (at hakkında) ҡ.
Ялҡауға, яй йөрөүсәнгә әйләнеү (аттарға ҡарата). □ Становиться ленивым (о лошади). Сабанланып китеу. Сабанлана башлау. Атыбыҙ ҡартая, курәһең, сабанлана башланы.
321