с
С [сы] (Р.: двадцать четвёртая буква башкирского алфавита; И.: the twenty fourth letter of the Bashkir alphabet; T.: Başkurt alfabesinin yirmi dördüncü harfi)
Башҡорт алфавитының егерме дүртенсе хәрефе. Ышҡыулы, һаңғырау, тел алды— теш [с] тартынҡыһын билдәләй. Ҙур (баш) хәреф — С, бәләкәй — с формаһында яҙыла. □ Двадцать четвёртая буква башкирского алфавита. С хәрефенә башланған һуҙҙәр. Дәрестә [с]өнөн утеу. И [Төньяҡ-көнбайыш диалектта] бутән диалекттарҙасы һәм әҙәби телдәге [һ], [ҫ] өндәре урынына [с] өнө ҡулланыла: сағыҙаҡ, сигеҙ, сарымсаҡ. Р. Шәкүр.
СААМ (Р.: саам; И.: Lapp; T.: Lapon) и. этн.
Рәсәйҙә Кольский ярымутрауында, Норвегия, Швеция, Финляндияның төньяҡ райондарында йәшәгән халыҡ һәм шул халыҡтың бер кешеһе (фин-уғыр телдәренец береһендә һөйләшә). □ Саам. / Саамский. Саам халҡы. Саам ҡатыны. Саам теле. ■ Саам мифологияһында тылсымлы болан-әуермән Мәндәш егет уҙенә әҙәм затынан кәләш әйттереуҙе һорай. С. Бәҙретдинов.
СААМСА (Р: по-саамски; И.: in Lapp; T.: Laponca) р.
1. Саам телендә. □ По-саамски. Саамса һөйләшеу. Саамса уҡыу. Саамса яҙыу.
2. Саам халҡына хас булғанса. □ По обычаям саамов. Саамса кейенеу. Саамса бейеу. Саамса йолалар.
САБА I (Р: хвост (плётки); И.: tail of a lash; T: kırbacın ucu) и.
Ҡамсыға ҡуш итеп үрелгән тармаҡ; армыт. □ Хвост, конец (плётки). Ике сабалы ҡамсы. Саба уреу. ■ [Кәйум] тубылғы һаплы, ике сабалы, төлкө ҡолаҡлы ун икенән урелгән ҡамсы килтереп сығарҙы. С. Агиш.
САБА II [ғәр. М и. ҡар. саба еле. Саба иҫеп ебәрҙе. Дицгеҙ буйында йомшаҡ саба иҫә. Талғын иҫкән саба биттәрҙе һыйпап утә.
САБАҒАС (Р: цеп; И.: swinging hammer; T.: el döğeni) и. диал. ҡар. шыбағас.
Оҙон һапҡа сылбыр менән тағылған туҡмаҡтан ғибәрәт элекке ашлыҡ һуғыу ҡоралы. □ Цеп (ручное орудие для молотьбы). Сабағас менән ашлыҡ һуғыу. Сабағас тағыу.
САБА ЕЛЕ (Р: зефир; И.: zephyrus; Т.: saba rüzgârı) и.
Таңғы йомшаҡ талғын ел; зефир. □ Зефир (тёплый ветер). ■ Әкрен генә иҫкән саба еле биттәрҙе һөйөп китте. М. Ғафури. Дицгеҙ шауы ла көсәйә, еләҫ саба еле иҫә. Ғ. Хөсәйенов.
САБА-ЕЛӘ (Р.: спешно; И.: in a hurry; Т: acele olarak) р.
Шәп итеп, ҡабаланып. □ Спешно. ■ Башҡорт яугирҙары дошманды тиҙерәк ҡыуып етеп, өҫтәренә ырғыу теләге менән саба-елә килә. Н. Мусин. Иц ышаныслы һигеҙ һыбайлыны эйәртеп, төндә лә ал-ял белмәй саба-елә, Мөхтәбәр ауылға ҡайтып төштө. Ғ. Лоҡманов.
САБАҠ I (сабағы) (Р: плотва; И.: roach; T: çamça balığı) и. зоол.
1. Һаҙандар ғаиләһенә ҡараған күкһел һыртлы, аҡ ҡорһаҡлы, буҙ ҡойроҡло ваҡ йылға балығы. □ Плотва, сорога (рыба). / Сорожий (лат. Rutilus rutilus). M Яр буйына йыйылған ваҡ сабаҡтар, һыуҙыц өҫтөн зымбырлатып, тирә-яҡҡа һирпелде. Н. Мусин. Айҙарға матур ғына һигеҙ сабаҡ, ике алабуға, бер ҡыҙылғанат эләкте. М. Кәрим. Һыуҙыц ситендә генә йөрөгән сабаҡтар, йотҡолоҡтар таш төшкән ыцғайға өркөп ҡасалар, шунан йәнә ситкә киләләр. Ж. Кейекбаев.
2. миф. Мифлаштырылған балыҡ. □ Плотва, сорога (мифологизированная рыба, тотем, встречается в названиях родовых подразделений башкир). Сабаҡ араһы. Сабаҡтар шәжәрәһе.
САБАҠ II (сабағы) (Р: жерди, соединяющие раму телеги с осями; И.: poles as parts
320