РЯСА
тимер ҡапҡалар, тышҡы ҡапҡа рәшәткәле, өҫтөнә осөусы өйрәктәр төшөрөлгән; көмбәҙ түшәм ун алты ҡеүәтле балкаларға «таянған». И. Абдуллин. Тиҙҙән көлтәләй ут яҡтыһында Байназар ауылының рәшәткәле ҡоймалары тоноҡ ҡына ҡыймылдай башланы. Р. Байбулатов.
2. Рәшәткә (2) ҡуйылған. □ С решёткой, решётчатый. Рәшәткәле тәҙрә. ■ Дауы-товты ҡулға алдылар һәм рәшәткәле машинала Өфөгә алып киттеләр. Ғ. Хисамов.
РӘШӘТКӘЛӘНЕҮ (рәшәткәләй-) ҡ. төш. ҡар. рәшәткәләү 1,2. страд, от рәшәткәләү 1, 2. Рәшәткәләнгән баҡса.
РӘШӘТКӘЛӘТЕҮ (рәшәткәләт-) ҡ. йөкм. ҡар. рәшәткәләү 1, 2. понуд. от рәшәткәләү 1,2. Йорт алдын рәшәткәләтеү.
РӘШӘТКӘЛӘҮ (рәшәткәлә-) (Р: огородить решёткой что', И.: bar; T.: parmaklıkla çevirmek) ҡ.
1. Рәшәткә (1) менән уратыу; кәртәләү.
□ Огородить решёткой что, ставить решётку куда, к чему. Баҡсаны рәшәткәләү. Тәҙрәне рәшәткәләү. Я Рәшәткәләп таҡта ҡағылған ой артында бер нисә муйыл һәм миләш ағастары үргенләп үҫеп килә. Н. Мусин.
2. Рәшәткәле итеү, рәшәткә (2) ҡуйыу.
□ Ставить решётку куда, к чему. Тәҙрәне рәшәткәләү.
РӘШӘТКӘЛӘШЕҮ (рәшәткәләш-) ҡ. урт. ҡар. рәшәткәләү 1, 2. взаимн. от рәшәткәләү 1,2. Ҡустым ҡойма рәшәткәләште.
РӘШӘТНИК (рәшәтниге) (Р: потолочные жерди навеса; И.: ceiling beams; T.: tavan direkleri) и. диал.
Лапаҫ түбәһенә һалынған һайғау. □ Потолочные жерди навеса. Лапаҫ башына рәшәтник йәйеү.
РӘШӘ УЙНАУ (рәшә уйна-) ҡ. ҡар. рә-шәләнеү.
РЮКЗАК (рюкзагы) [нем. Rucksack] и. ҡар. артмаҡ 3. ■ Беҙ, рюкзактар артмаҡлап, алыҫ юлдан килә инек. X. Түләкәев. Геолог ҡыҙ!.. Рюкзагыңда ниндәй таштар улар, ауыр түгелме һуң арҡаңда? Р. Ғарипов. Бер йәкшәмбе көндө кис Мәрхәбә апай подъезд баҫҡысында арҡаһына рюкзак аҫҡан Алёша менән ҡулына үҙ баҡсаларында үҫкән
эре башлы ромашкаларҙы тотоп ҡайтыусы Айгөлгә тап булды. М. Садиҡова. Миҙхәт сумаҙандарын шапылдатып эскәмйәгә ҡуйҙы ла, рюкзагын һала-һала, ҡыҙыу-ҡыҙыу һөйләргә тотондо. Б. Рафиҡов.
РЮМКА [гол. гоетег] (Р: рюмка; И.: tumbler; T.: kadeh) и.
Иҫерткес эсемлек өсөн тәғәйенләнгән бәләкәй һауыт. □ Рюмка. Рюмка күтәреү. Рюмканы тултырыу. Н [Фәтхиә:] Туй булғас, туй һымаҡ булһын. Харис, тултыр рюмкаларҙы! Ш. Янбаев. Күркәм итеп теҙелгән ашамлыҡтар араһына оҙон муйынлы шешәле шараптар, рюмкалар, бокалдар ҡуйылған. Ғ. Аллаяров. Гөлнара өҫтәлгә ултыртылған коньяк тултырылған рюмкаға ҡағылманы, йөрәге өсоноуын баҫыу өсөн, бер киҫәк лимон алып һурҙы ла урынынан торҙо. Н. Мусин.
РЯДОВОЙ I [рус ] (Р.: рядовой; И.: private; Т.: ег) с. хәрби.
Командирҙар сафына инмәгән; ябай.
□ Рядовой. Рядовой һалдат. М Яҡшы әҙерлекһеҙ һөжүмгә күсеү арҡаһында ҙур юғалтыуҙарға дусар булыуҙы командалыҡ ҡына түгел, рядовой атлылар ҙа ауыр кисерә. Р. Өмөтбаев.
РЯДОВОЙ II [рус.] (Р: рядовой солдат; И.: private; Т.: ег) и. хәрби.
Командирҙар сафына инмәгән һалдат.
□ Рядовой солдат. Гвардия рядовойы.
■ Ошоға тиклем бер кемгә лә билдәле булмаған ауыл егете рядовой Яуымбаев эскадронда ғына түгел, ә бөтә училище күләмендә дан ҡаҙанасаҡ. Р. Өмөтбаев. Иптәштәре үлемен ауыр кисергән гвардия рядовойы Александр Матвеевич Матро-совтың башҡаса сыҙар хәле ҡалмай, командирынан рөхсәт алып, алға табан шыуа. Я. Хамматов.
РЯСА [гр. rason] (Р: ряса; И.: cassock; robe; T.: papaz cüppesi) и.
Христиан руханиҙарының киң еңле, оҙон тар билле өҫ кейеме. □ Ряса. Ряса кейеү.
■ Бына рясаларын ялтыратып, оло әүернә тәреһен аҫып, кандилдәрен һелкетеп күтәрмәнән оло поп күтәрелде. Ғ. Хөсәйенов.
319