РӘШӘ
Үҫемлеккә ҡунған бәшмәк саңы; тут.
□ Ржавчина. Рәшә төшөу. Рәшә баҫыу. Ашлыҡ рәшәһе. Арышҡа рәшә төшкән.
РӘШӘ III (Р: мгла; И.: mist; haze; T.: sis, buğu) и.
1. Эҫелә ерҙән күтәрелгән төтөн һымаҡ йылы пар; монар (2). □ Мгла, сухой туман. ■ Алыҫтағы ҡыйғас-ҡыйғас тау şap зәңгәрһыу рәшәгә төрөнгән. Н. Мусин. Миңлеяр тау артынан тау төшә, алдағы тауҙарҙы ҡаплап торған зәңгәр рәшәгә тиҙерәк барып етмәк, шуны тишеп утмәк була, ә рәшә, ул алға ынтылған һайын, артҡа ҡаса, шыла бара. Ғ. Хисамов. Бөрөгә тумалып ултырған ағастар бер-ике көн томанһыу рәшәгә төрөнөп ултыра ла япраҡ яра. Ә. Хәкимов.
2. Һауаның төрлө дәрәжәлә йылынып томанланыуы арҡаһында офоҡта күренмәгән нәмәләрҙең һауала сағылыу күренеше.
□ Мираж. ■ Таң нурҙары һымаҡ гузәл, рәшә тулҡындарындай еңел һәм нәфис кеуек тойола ул мауыҡтырғыс киләсәк. Ә. Байрамов.
3. миф. Ышаныуҙар буйынса, хәүефле күренеш булып иҫәпләнгән монар. □ Мгла, сухой туман (опасное явление).
4. диал. Баллы ысыҡ. □ Медвяная роса. Рәшә йәй көнө июнь, июль айҙарында була.
5. диал. Рашҡы. □ Мелкий моросящий дождь. Рәшә яуа.
6. диал. Бәҫ. □ Иней. Ағастарға рәшә ултырған. ■ Әллә ни арала сыйырсыҡ-ҡарға ҡайтып өлгөргән, ағастар, уянып, дымһыу рәшәгә төрөнгән. Ә. Хәкимов.
РӘШӘ IV (Р: мелкий моросящий дождь; И.: drizzle; T.: ince ince yağan yağmur) и. диал.
РӘШӘ БАЛ (P: падевый мёд; И.: honey fall; T.: yaprak balı) и. умарт.
Япраҡ бүлеп сығарған шәрбәтле матдәләрҙең ҡорттар тарафынан эшкәртеле-үенән йыйылған бал; япраҡ балы. □ Падевый мёд. Рәшә балдың составы.
РӘШӘ БЕЙЕҮ (рәшә бейе-) ҡ. ҡар. рәшәләнеү. ■ Ерем йылмая тип куҙәтәм сағылдарҙа рәшә бейеуен. М. Ғәли.
РӘШӘ ҠОРТ и. умарт. диал. ҡар. әре ҡорт. Рәшә ҡорттар кубәйгән.
РӘШӘ ҠОРТО (Р: опарыш; И.: gentle; Т.: kurt) и.
Рәшә себененең йомортҡаһынан сыҡҡан ҡорт. □ Опарыш. Рәшә ҡорто баҫҡан.
РӘШӘЛӘНЕҮ (рәшәлән-) (Р: свечение воздуха; И.: air glow; T.: gazışı) ҡ.
Һауала рәшә (III, 2) күренеү. □ Свечение воздуха. Рәшәләнеп тороу.
РӘШӘ СЕБЕНЕМ. зоол. ҡар. рәшә I. Рәшә себене эйәләгән.
РӘШӘТКӘ [рус. решётка] (Р: решётка; И.: grili; T.: parmaklık) и.
1. Таҡта йәки тимер менән арҡырыға араталап эшләнгән кәртә. □ Решётка, перила, ограда, изгородь. Ағас рәшәткә. Тимер рәшәткә. Рәшәткә ҡуйыу. Баҡса рәшәткәһе. ■ Боролманан поезд килеп сыҡты һәм ашыҡмай ғына тимер юл купере-нең рәшәткәләре эсенә инде. Ә. Вәли. Рәшәткәләрҙе йәшел буяуға буяп ебәргәс, уҙҙәренең йорт алдын уҙе танымай торҙо Рөстәм. Р. Байбулатов. Тимер рәшәткәләр менән булгеләнгән булмәгә ҡарауыл башлығы ла килеп инде. В. Исхаҡов.
2. Тәҙрәгә, ишеккә ҡуйылған селтәрле тимер. □ Решётка. ■ Әмирханов тәҙрәгә тимер рәшәткә ҡуйып йөрөгән милиционерға курһәтеп: «Ярҙамлаш», — тине. С. Агиш.
3. Һауа инеү, көл төшөү өсөн мейес табанының алғы өлөшөнә һалынған тимер; селтәр. □ Решётка. Мейес рәшәткәһе.
4. диал. Самауыр төбө. □ Решётчатая основа самовара. Самауыр рәшәткәһенә көл тулған.
♦ Рәшәткә артына ултыртыу (тығыу) төрмәгә ябыу. □ Посадить в тюрьму. ■ [Шымбай ҡарт:] Хамматтар, Иштуғандар оҙаҡламай бөтә кешене рәшәткә артына тығып бөтәсәктәр тигән һымаҡ берике ауыҙ ғына һуҙ ысҡындырып ебәрергә бик тә йәтеш булыр ине. 3. Биишева.
РӘШӘТКӘ ҠОЙМА и. диал. ҡар. рәшәткә 1. Рәшәткә ҡойма менән уратыу.
РӘШӘТКӘЛЕ (Р: ограждённый решёткой; И.: barred; T: parmaklıkla çevrilmiş) c.
1. Рәшәткә (1) менән уратылған, рәшәткә тотолған. □ Ограждённый решёткой. Рәшәткәле баҡса. ■ Өс яҡта икешәр ҡатлы
318