Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 327


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САБЫР
САБЫН (Р.: покос; И.: meadow; T.: biçme çayırı) и.
Бесән саба торған ер, сабынлыҡ. □ Покос, место косьбы. / Покосный. Сабын булеу. И Оло Эйек туғайы һаман әле йәм-йәшел, урамда ҡаҙ уләндәре купереп ята, сабынлыҡтарҙы йәш ҡурпы баҫып киткән.
3. Биишева. Сабынлыҡ киске һалҡын төшәрәк айырыуса йәмләнә, куңеллелек тағы ла арта. Б. Бикбай. Ике генә егет бесән саба туғай буйҙарында сабында. Халыҡ йырынан.
САБЫНГӨЛ (Р.: мыльнянка татарская; И.: common soapwort; T.: sabun otu) и. бот. диал. ҡар. һабын сәскәһе.
Алһыу йәки аҡ өйкөм сәскәле урман, һыу буйы үләне (тамыры һәм сәскәһе һабын кеуек куперә). □ Мыльнянка татарская (лат. Saponaria officinalis). Сабынгөл сәскә атҡан. Сабынгөл йыйыу. Сабынгөл — шифалы улән.
САБЫНДЫ (Р: гравий; И.: gravel; Т.: çakıllı kum) и. диал.
Төҙөлөш һәм юл эштәрендә ҡулланыла торған ярсыҡ таш. □ Гравий. Сабынды тушәу. Сабынды килтереу. Сабынды тейәгән машина.
САБЫНДЫРЫУ (сабындыр-) (Р: парить, хлестать веником; И.: switch; T.: hamamda birine huş ağacı yaprakları veya ince meşe dallarından yapılan yaprak süpürgesi ile vurmak) ҡ.
Кемделер мунсала миндек менән сабыу. □ Парить, хлестать веником кого. ■ [Бибекәй әбей — Заһираға:] Хәҙер бына мәтрушкә сәйе эсерермен, иртән иртук Хәсбиямал апайың мунса яғыр, май айында ғына яһаған ҡайын миндеге менән сабындырыр, йыуындырыр, таҙа кулдәктәр кейҙерер, һауығырһың. 3. Биишева. Ҡыҙ әбейҙе яҡшылап .. сабындыра, һәйбәтләп йыуындыра ла өйөнә алып ҡайта. Әкиәттән.
♦ Селек миндек менән сабындырыу ныҡ итеп әрләү, тәнҡитләү. □ Отчитать, обругать. И Мин ишетеп ултырам. Имеш, Хафиз ағай председателде мунса төшөрә, селек миндек менән сабындыра. М. Тажи.
САБЫНҠЫ и. диал. ҡар. миндек. Са-бынҡы менән сабыныу.
САБЫНЛЫҠ (сабынлығы) (Р: покос;
И.: meadow; T: çayır) и.
Бесән саба торған ер; сабын. □ Покос, место косьбы. / Покосный. Тәбиғи сабынлыҡ. Һуғарыу лы сабынлыҡ. Сабынлыҡ ерҙәре. Сабынлыҡ булеу. ■ Мең төрлө нәфис сәскәләр менән биҙәлгән сабынлыҡ, иҫ киткес татлы хуш еҫ бөркөп, яй ғына тулҡынып ята, сәскә таждарына ҡунған ысыҡ тамсыларында йәйғор семәкәйҙәре емелдәй, туңәрәк кулдә әрмәнделәр баҡылдаша, кул ситендәге моһабәт тирәктә һаҡаулана башлаған кәкук саҡыра. 3. Биишева. Сабынлыҡтың теге төндә айыу китеп олаҡҡан ситендә таратылып ташланған ҡырмыҫҡа иләуен кургәс, һолтанбай шунда табан боролдо. Н. Мусин.
САБЫНТӘТӘЙ и. бот. диал. ҡар. һабын сәскәһе. Сабынтәтәй япрағы. Сабынтәтәй сәскәһе. Сабынтәтәй йыйыу.
САБЫНЫУ (сабын-) (Р: париться; И.: take a steam-bath; T: hamamda huş ağacı yaprakları veya ince meşe dallarından yapılan yaprak süpürgesi ile kendine vurmak) ҡ.
Үҙ-үҙеңде мунсала миндек менән сабыу. □ Париться, хлестать себя веником. Мунсала сабыныу. Сабынып алыу. Рәхәтләнеп сабыныу. Тирләп-бешеп сабыныу. ■ Мунсала сабынып, еләк кеуек ҡыҙарынып ҡайтҡан Бибеш уға [Иштуғанға] бөгөн айырата һылыу куренде. 3. Биишева. Сабыныу ҡан йөрөшөн, матдәләр алмашыныуын шәбәйтә, һөйәк-быуындарҙы йомшарта. В. Ғүмәров.
САБЫР I [ғәр. (Р: терпение; И.: patience; T: sabır) и.
Ҡыйынлыҡҡа түҙеү, сыҙау һәләтлеге; сыҙамлыҡ, түҙемлек. □ Терпение, выдержка, сдержанность. Сабыр бөтөу. Сабыр етмәу. Сабырҙы юғалтыу. ■ Бар хыялдан, ярһыуҙарҙан мәңге йәшеренмәк булам, мәңгегә сабырым менән куңелемә баш булмаҡ булам. Ш. Бабич. Алтынсы ҡиммәт нәмә — сабыр, тигән, сабыр кеше моратын табыр, тигән. М. Аҡмулла. • Сабыр төбө — һары алтын. Мәҡәл. Сабыры юҡтың ҡәҙере юҡ. Әйтем. Диңгеҙҙең дә төбө бар, сабырҙың да сиге бар. Әйтем.
327