Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 328


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САБЫР
САБЫР II [ғәр. (Р.: терпеливый; И.: patient; T.: sabırlı) с.
Ҡыйын булған төрлө хәлгә түҙеүсән, ярһып, ҡыҙып бармаусан; тыныс, түҙемле.
□ Терпеливый, выдержанный; уравновешенный, спокойный. Сабыр кеше. Сабыр холоҡло. ■ Йәғҙә тәүге минуттан уҡ үҙен ябай һәм иркен тотто: юҡ-барға ҡыҙыҡманы, сабыр, кеселекле ине. А. Абдуллин. Һүлпән, сабыр Кәшфулла менән йор һүҙле у уған Гөлғәйшә үтә пар килде. М. Кәрим. Тик Таһир, сабыр тәбиғәтле, нескә хисле үзбәк егете, беҙҙең күңелебеҙҙән китмәй, һуғыш тынып торған саҡтарҙа беҙ уны йыш ҡына һағынып иҫкә алабыҙ. Ғ. Лоҡманов. • Сабыр эшен бөтөрөр, ҡауҙыр үҙен бөтөрөр. Әйтем.
САБЫР III (Р: терпеливо; И.: patiently; T: sabırla) р.
Тыныс, сыҙамлы рәүештә. □ Терпеливо, спокойно. Сабыр ғына көтөү. Сабыр ҡыланыу. ■ Аҡыл, фекер камиллаша күргән менән, сабыр йәшәп, үҙең татып белгән менән. Ҡ. Даян. Күп тә үтмәй, Фәрит тимер юл вокзалына барып етте һәм сабыр ғына поезд көтә башланы. Р. Кинйәбаев.
САБЫР IV (Р: название родовых подразделений башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Салйоғот, ҡатай, мең ҡәбиләләренә ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме.
□ Сабыр (название родовых подразделений башкир племён салъюгут, катай, мин). Сабыр аймағынан булыу. Сабыр аймағы кешеләре. Сабыр нәҫеле шәжәрәһе.
САБЫР БУЛЫУ (сабыр бул-) (Р: быть терпеливым; И.: be patient; T: sabırlı olmak) ҡ.
Тыныс, түҙемле булыу. □ Быть терпеливым, спокойным. ■ Шакир Вилданович та үҙенең уҡыусыларын, мөмкин тиклем сабырыраҡ булырға өндәп, артынан эйәртте. Р. Байбулатов. Сажиҙә, киленен сабыр булырға өйрәтергә тырышып, заманында үҙе кисергән ауыр михнәттәрҙе һөйләне. Я. Хамматов. Быға тиклем сабыр булырға тырышҡан Рауза ла, өҫтөнән ауыр йөк
төшкәндәй, быуынһыҙланып, ултырғысҡа барып лып ултырҙы. Ш. Янбаев.
САБЫРҒА ҠУЙЫУ (сабырға ҡуй-, сабырға ҡуя) (Р: просить быть терпеливым; И.: ask to be patient; T: birine sabretmesini söylemek) ҡ. диал.
Сабыр итергә ҡушыу. □ Просить быть терпеливым. Балаларҙы сабырға ҡуйыу. ■ Мине сабырға ҡуйҙы, үҙе китте. Экспедиция материалдарынан.
САБЫР ИТЕҮ (сабыр ит-) (Р: терпеть; И.: endure; T: sabretmek) ҡ.
Ашыҡмау, ҡабаланмау, түҙемле булыу.
□ Терпеть, проявлять терпение, иметь терпение. ■ Башҡалар алдан ҡуҙғалды, ә Бәпәнәй абыз, Булаттимер менән Кара-һаҡалды табипҡа күрһәтергә вәғәҙә иткәнен иҫкә төшөрөп, сабыр итергә күндерҙе. Б. Рафиҡов. Ғәлимйән атын алып китергә уйлаһа ла, командир: «Әҙ генә сабыр ит, беҙҙең менән барырһың!» — тип туҡтатты. И. Насыри. • Ашыҡҡан ашҡа бешкән, сабыр иткән моратына еткән. Әйтем. Барына ҡәнәғәт ит, юғына сабыр ит. Мәҡәл. Эште эшлә, юғарыға ҡарап, сабыр ит, түбәнгә ҡарап. Мәҡәл.
САБЫР ЙӘМИЛ [ғәр. jx-] (Р: терпение; И.: patient, endurance; T: sabır) и. иҫк.
Ныҡлы, күркәм сабырлыҡ, бирешмәүсәнлек. □ Терпение, выносливость. ■ Ауыр хәсрәт менән түктек беҙ күҙ йәше, Хаҡ Тәғәлә сабыр йәмил бирһен инде. Бәйеттән.
САБЫРЛАНЫУ (сабырлан-) (Р: становиться терпеливым; И.: become patient; T: sabırlı olmak) ҡ.
Сабырлыға әйләнеү, сабырлы булыу
□ Становиться терпеливым, выдержанным. Бала сабырланды. ■ Әллә аҙ ғына ҙурая төшкәнгәме, әллә инде күңелендәге теге антына йондоҙ һымаҡ бағып йөрөгәнгәме, Вәсил һуңғы ваҡытта уйсанланып, сабыр-ланып, һалмаҡланып китте. Р Байбулатов. Бала саҡта көндәр буйы Димдә Буранбай менән бергә һыу инеп, яр буйында Буранбайҙың салбар-күлдәктәрен һаҡлап ултыра торған Әлфиә үҫә төшкән һайын оялсанлана, сабырлана барҙы. Ф. Әсәнов.
328