САБЫРТМА
Һалҡын һыуҙар эсһәм генә, йөрәгем сабырла-на. Халыҡ йырынан.
САБЫРЛЫ (Р.: терпеливый; И.: patient; T.: sabırlı) с.
Төрлө ҡыйын хәлгә түҙеүсән, ярһып, ҡыҙып бармаусан; тыныс, түҙемле. □ Терпеливый, выдержанный, спокойный. Сабырлы кеше. ■ Куңеле ашҡынған Миң-леғәле уҙен уҙе тыйҙы: «Ебемәҫкә, сабырлы булырға өйрәнергә кәрәк». Я. Хамматов. Янымда теге урта йәштәге врач, ул сабырлы йөҙ менән миңә ҡарап тора. С. Кулибай. Өмөтһөҙ ҡаты яралы булыуға ҡарамаҫтан, ҡаһармандарса сабырлы туҙемлелеге менән һоҡландырҙы [һалдат]. 3. Биишева. Сабырһыҙ ҙа — шайтан, сабырлы — солтан, сабырлыҡтар кәрәк һәр эштә. Халыҡ йырынан. • Сабырлы сыҙар, сабырһыҙ илар. Әйтем.
САБЫРЛЫҠ (сабырлығы) (Р: терпение; И.: patience; T: sabır) и.
Ҡыйынлыҡҡа түҙеү, сыҙау һәләтлеге; түҙемлек. □ Терпение, выдержка; терпеливость, кротость. Сабырлыҡ курһәтеу. Сабырлыҡҡа өйрәнеу. ■ Тимер, сабырлығы бөтөп, ырғып торҙо ла, иҙән буйлап йөрөй-йөрөй, ҡырҡа тауыш менән һөйләй башланы. Б. Бикбай. Сәрбиямал Нәғимәнең тел төбө асылда ҡайҙа барғанын һиҙеп торһа ла, уны һалҡын сабырлыҡ менән тыңланы.
3. Биишева. Шалтыран уҙәгенә килеп сыҡҡас, Фәтих, сабырлығын юйып, машинаны туҡтатырға ҡушты, һикереп төштө лә юл ситендәге ҡайынды барып ҡосаҡланы, уның тәлгәшләнеп эйелгән ботағын уҙенә тартып, япраҡтарына битен тейҙерҙе. А. Мағазов. Был хәлдәргә туҙер өсөн бирһен Хоҙай сабырлыҡ. Бәйеттән. • Сабырлыҡ — сәләмәт, сабырһыҙлыҡ — һәләкәт. Әйтем. Тоғролоҡтоң төбө — аҫыл таш, сабырлыҡтың төбө — һары алтын. Әйтем.
САБЫРЛЫҠЛЫ с. ҡар. сабырлы. Сабырлыҡлы кеше. Үҙеңде сабырлыҡлы тотоу. Сабырлыҡлы холоҡ.
САБЫРЛЫЛЫҠ (сабырлылығы) (Р: терпеливость; И.: forbearance; patience; T: sabırhlık) и.
Сабыр булыу. □ Терпеливость, выдержанность. Сабырлылыҡ менән уйлап ҡарау. Сабырлылыҡ курһәтеу. Сабырлылыҡҡа өйрәнеу.
САБЫРТ и. ҡар. самыт. Сабырт менән эшләу. Сабырт инеу. Сабырт уяныу.
САБЫРТҠЫ I (Р: сыпь; И.: rush; Т: döküntü) и.
1. Һалҡын тейеүҙән ауыҙ-моронға ҡыҙарып ҡабарып сыҡҡан һыулы ҡыуыҡса.
□ Сыпь. Иренгә сабыртҡы сыҡҡан. Сабыртҡы ҡаплау. Сабыртҡы сығыу.
2. ҡар. сабыртма 1. Тәнде сабыртҡы ҡаплаған. Сабыртҡының сәбәптәрен тик-шереу. Сабыртҡы сыҡҡан урынға мазь һөр-төу.
3. миф. Ышаныуҙар буйынса, ен-шайтан үбеүҙән ауыҙ-морон тирәһендә барлыҡҡа килгән ҡыуыҡса. □ Сыпь (в народной этиологии появление сыпи связано с поцелуем шайтана). Иренен сабыртҡы баҫҡан.
САБЫРТҠЫ II (Р: порезник; И.: perennial herb species; T: bitki türü) и. диал. ҡар. ҡырлы ҡурай.
Сатыр сәскәле, ҡыйғас япраҡлы, көпшә һабаҡлы күп йыллыҡ үлән. □ Порезник (лат. Libanotis). Сабыртҡы ҡырҡып алыу. Сабыртҡы уҫкән урын. Сабыртҡы япрағы.
САБЫРТҠЫЛАУ (сабыртҡыла-) (Р: высыпать (о сыпи); И.: appear (about rush); T.: dökmek (döküntü) ҡ.
Сабыртҡылы булыу, сабыртҡы сығыу.
□ Высыпать (о сыпи). Ирене сабыртҡылаған. Тәне сабыртҡылаған. Сабыртҡылап бөтөу.
САБЫРТМА (Р: сыпь; И.: rush; Т: döküntü) и.
1. Нимәлер тәьҫирендә йәки ниндәйҙер бер сир һөҙөмтәһендә тәнгә ҡыҙарып ҡалҡҡан ваҡ ҡына һыулы ҡыуыҡса.
□ Сыпь. Эренле сабыртма. Тәнде сабыртма баҫҡан. Сабыртма ҡаплау. Сабыртма сығыу. ■ Ҡыҙылса сабыртмаһынан арынған куҙҙәрен асып, ағас карауаттар өҫтөндә аяҡтарын һалындырып ултырған ҡоро һөлдә ише балаларҙың ауыҙынан «доктор апай», «Марита апай» тигән яғымлы һуҙҙәрҙе ишетеу Маргарита өсөн уҙе бер
329