САБЫРТМАЛЫ ТИФ
ҙур бәхет ине. Р. Өмөтбаев. Диңгеҙ аръяғынан килтерелгән оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-тулек һәм генетик модификацияланған аҙыҡтан тәнгә сабыртма сығыусан. «Ашҡаҙар», 9 апрель 2013.
2. Ирен осонмаһы. □ Заеда, губной волдырь. Ирененә сабыртма сыҡҡан. Сабыртмаға мазь һөртөу. Сабыртманы дауалау.
САБЫРТМАЛЫ ТИФ (Р: сыпной тиф; И.: spotted fever; T.: tifüs, lekeli humma) u. мед.
Бет аша тарала торған бик йоғошло ауырыу. □ Сыпной тиф. Сабыртмалы тиф эпидемияһы. Сабыртмалы тиф симптомдары. ■ Әммә юлда ул [Аллабирҙе Йәғәфәров ] сабыртмалы тиф менән ауырып китә һәм февраль айында Һамар ҡалаһында вафат була. «Йәшлек», 8 июнь 2010.
САБЫРТЫУ (сабырт ) (Р: высыпать (о сыпи); И.: appear (about rush); T.: dökmek (döküntü) ҡ.
Тәнгә сабыртма сығыу, ҡалҡыу. □ Высыпать (о сыпи). Баланың тәне сабыртҡан. ■ Кесерткән сағып, әҙәм ҡарағыһыҙ булып сабыртып киткән ҡулдарын ыуа-ыуа, Самат та бурәнә өҫтөнә килеп ултырҙы. Ә. Хәкимов. Ерән һаҡаллы бер сирле, эскә батҡан куҙҙәрен секерәйтеп, кугәргән, сабыртҡан ирендәрен, һыуҙан яр башына ташланған балыҡ кеуек, бер асып, бер йомоп, фонарь янындағы есаул Әғзәмовҡа ҡараны. А. Таһиров. Аҙна уткәндән һуң, ауырыуҙарҙың тәнен, ябыҡ биттәрен ҡаплап алған сабыртыуы ҡуңыртлана башлағас ҡына, уларҙың [балаларҙың] температураһы төштө, шунан инде балаларын алмашлап көтөп ултырған ата-әсәләр ҙә, Маргарита ла бер аҙ тын алғандай булды. Р. Өмөтбаев.
САБЫРҺЫҘ I (Р: нетерпеливый; И.: impatient; T: sabırsız) с.
Төрлө ҡыйын хәлгә сыҙамһыҙ; түҙемһеҙ. □ Нетерпеливый, невыдержанный, невоздержанный. ■ Туҙемен юғалтҡан йәш Зарифа ултырған ерендә борһаланды, бер Ишмөхәмәткә, бер ҡарсыҡҡа сабырһыҙ ҡараштарын ташланы. Т. Ғарипова. Бына
бит, Байымда ҡарап тороуға кәуҙә-ҡиәфәт тә әллә ни юҡ, еңел холоҡло, өтәләу, утә сабырһыҙ кеше кеуек куренә, ә хеҙмәт юлы етди, һәр саҡ кутәрелешкә бара. Н. Мусин. Малы ла булыр, һаны ла булыр, булмайыҡ уҙебеҙ сабырһыҙ. Халыҡ йырынан. • Сабырһыҙға дәуләт ҡунмай. Әйтем.
САБЫРҺЫҘ II (Р: нетерпеливо; И.: impatiently; T: sabırsızca) р.
Сыҙамһыҙ, түҙемһеҙ рәүештә. □ Нетерпеливо. Сабырһыҙ булыу. Сабырһыҙ ҡыланыу. ■ Суфия, уҙ йөрәгенең артыҡ сабырһыҙ дөпөлдәуенә ҡолаҡ һала-һала, ҡара куҙҙәрендә ҡурҡыу осҡондары уйнатып, зәңгәр куккә тағы бик оҙаҡ текләп ултырҙы.
3. Биишева. Аттарҙың ҡыҫырыҡлауын оҡшатмаған кук бейә сабырһыҙ кешнәп ебәрҙе, ҡыҫыҡтан йырып сығырға ынтылды. Й. Мостафин.
САБЫРҺЫҘЛАНЫУ (сабырһыҙлан-) (Р: проявить нетерпение; И.: display impatience; T: sabırsızlanmak) ҡ.
Сабырһыҙлыҡ күрһәтеү, сабырһыҙ ҡыланыу; түҙемһеҙләнеү. □ Проявить нетерпение, терять терпение. Сабырһыҙланып көтөу. ■ Сабырһыҙланып торған көр аттар, саң-туҙан өйөмөн кырандас артынан эйәртеп, йән-фарман алға ынтылды. Я. Хамматов. Азат, сабырһыҙланып, тәҙрәгә куҙ ташланы, исмаһам, Һонтор ҙа ҡайтмай. Ә. Бикчәнтәев. Сабырһыҙланып ерҙе сапсыған Ҡарайғырҙың, хужа ымына буйһоноп, дәррәу ҡуҙғалып киткәнен, тимерле тәгәрмәстәр кутәргән һоро туҙанды ул [Рауза] ғәжәпһенеп ҡарап торҙо. Ш. Янбаев.
САБЫРҺЫҘЛЫҠ (сабырһыҙлығы) (Р: нетерпение; И.: impatience; T: sabırsızlık) и.
Сабыр, түҙем юҡлыҡ; түҙемһеҙлек. □ Нетерпение, нетерпеливость. Сабырһыҙлыҡ курһәтеу. М Матур бер әҫәрҙе уҡығанда ул [Ләйлә] сабырһыҙлыҡ менән китаптың нәтижәһен көтә, уҙенең вөжуден онотҡан рәуешле булып тыңлай, ҡыҙғаныслы урындар тура килһә, уфлап ҡуя ине. М. Ғафури. Рәшит был көндө, әсәһе куптән ултыртҡан ашты ла ашамайынса, Зөһрәнең мәктәптән ҡайтыуын сабырһыҙлыҡ
330