САБЫУ
менән көттө. Д. Исламов. Үҙенең ауыр холоҡло булыуы менән комбаттан бер ҙә ҡалышмаған Ротовтың уйсан зәңгәр күҙҙәрендә — сабырһыҙлыҡ, хәрәкәттәрендә киҫкенлек күренә ине. Н. Мусин. • Сабыр-лылыҡ — сәләмәт, сабырһыҙлыҡ — һәләкәт. Әйтем.
САБЫУ I (Р.: пола; И.: fold[s]; T.: etek) и.
1. Ҡаптырмалы өҫкө кейемдең билдән түбән алғы өлөшө, асылып ябылмалы итәге; салғый. □ Пола, фалда. Бөрмә сабыу. Киң сабыу. Тар сабыу. Сабыуы асылып киткән. Бишмәт сабыуы. Сабыуҙы билгә ҡыҫтырыу.
■ [Ел] ярты сәғәт самаһы юлсыларҙың баштарындағы бүректәрен осороп, итәк сабыуҙарынан тартҡылап шаярғандан һуң әллә ҡайҙа китеп юғалды. Ш. Шәһәр. Сырым, йөҙөн йәмрәйтеп, ҡамсыһын күтәрә башлағайны, Ҡылтас Зирәк уны, сәкмән сабыуынан тартып, ҡабат ултыртты. Ә. Хәкимов. Ҡатын-ҡыҙҙың өҫтөндә сабыуы, яғаһы семәрле һырма көпө. С. Кулибай. • Тик торғансы, тун сабыуыңды ыуа тор. Әйтем.
2. диал. Ҡыя ҡырҡып алынған туҡыма киҫәге (кейемдең бер өлөшө булараҡ). □ Клин (в одежде). Сабыу индереп тегеү. Күлдәккә бер нисә сабыу индереп тегеү. Сабыуҙар ҡырҡып алыу.
♦ Сабыуҙы йыйып йөрөү һаҡланып, алды-артты ҡарап, абай йөрөү. □ Действовать аккуратно, быть осторожным. ■ [Хәйруллин — Салихҡа:] Ҡустым, бында [һатыу эшендә] сабыуыңды йыйып йөрө. С. Агиш.
САБЫУ II (сап-) (Р: скакать; И.: gallop; T.: koşmak) ҡ.
1. Ҡуш аяҡлап һикереп, бик шәп барыу (йәнлек, хайуанға ҡарата). □ Скакать, мчаться, нестись, быстро бежать. Сабып барыу. Сабып китеү. Сабып уҙыу. Болан саба.
■ Рауза инде дилбегәне йән-фарман тартып ҡарағайны ла, Бурыл баш бирмәй сабыуын белде. Ш. Янбаев. Берләм юлдан дөпөлдәп сабып төшкән ҡара айғырҙың тояҡ тауышы төнгө тынлыҡҡа сик ҡуйҙы. Һ. Дәүләтшина. Илгизәр Ҡаратал үрен генә күтәрелгәйне, ҡапыл ҡаршыһында йән-фарманға сабып
килгән ат күреп ҡалды. Р. Байбулатов. • Ат саба тип, эт саба. Әйтем. Байтал сабып бәйге алмаҫ. Мәҡәл.
2. Атҡа менеп, бик шәп елдереү. □ Скакать на лошади. ■ Шул саҡ ул [Яубөркөт] ҡая эргәһендә бүртә атҡа менгән ниндәйҙер һыбайлының йән-фарман сабыуын күреп ҡалды. Ғ. Хисамов, һыбайлылар, ҡыйҡыу һөрәнләп, дәррәү сабыуға күстеләр, рәт-рәт күҙҙән юғала торҙолар. Б. Рафиҡов. Ә кис .. бурыл ат өҫтөндә Йосоп сапты урман яғына. Р. Ниғмәти. Алыҫта тояҡ дөпөлдәүе ишетелде һәм йән-фарман сабып килгән һыбайлы күренде. А. Абдуллин. • Ат менмәгән ат менһә, саба-саба үлтерер, тун кеймәгән тун кейһә, ҡаға-ҡаға туҙҙырыр. Әйтем.
3. Ат менеп ярышыу, уҙышыу. □ Состязаться в скачках, в бегах. ■ Бәйгелә мин уның [Зөлҡәрнәйҙең] атына менеп тә сапҡайным. Н. Иҙелбай.
4. Бик етеҙ барыу, бик шәп хәрәкәт итеү.
□ Быстро бежать, нестись, мчаться. Сабып сығып китеү. ■ Әнүәр артынан малайҙар ҙа сапты. Р. Ғабдрахманов. Мин, өйгә терәлеп үҫкән каштан ботаҡтарына тотоноп, күрше йорттоң ишек алдына һикереп төштөм дә тороп саптым. И. Абдуллин. Тон ҡараһын ярып поезд саба. Ғ. Амантай. Хәҙер уның [Тирәнтәйҙең] ҡолағына ары-бире сабып үткән автомобилдәр тауышы ла, алыҫтан килгән паровоз һыҙғырыуҙары ла асыҡ булып ишетелмәй. С. Агиш.
5. Йүгереп йөрөү. □ Бегать. Унда-бында сабып көн үткәреү. ■ Зөфәр бер тимер карауаттан, артһыҙ ике ултырғыстан ғына торған ҡола ялан бүлмәлә рәхәтләнеп сабып йөрөнө лә, ҡапыл Әлфиәне етәкләп: «Әсәй, әсәй, киттек олатай янына», — тип, уны ишеккә һөйрәне. И. Абдуллин. [Ҡөтөүсе] мал аҙ ғына ҡатарҙан сыҡһа, уны ҡайтара, .. көтөүҙең йә уңына, йә һулына сабып сығып һайтылдай башлай. Һ. Дәүләтшина.
6. Ашығыс рәүештә ҡайҙалыр йүнәлеү.
□ Гонять, гнаться. ■ [Ғиләж — Мәхмүзәгә:] Бынау көн эҫеһендә Өфө сапмаһаң, һиңә нимә етмәгән? Д. Исламов. [Бригадир — Сәхипьямалға:] Хәҙер эш ваҡыты. Сәсеү бара. Һин баҙарға сабаһың. Ш. Насыров.
331