САБЫУ
7. кусм. Ниҙер йәһәтләп, хәстәрләп йөрөү. □ Хлопотать, гнаться. Дан артынан сабыу. Эш артынан сабыу. Йомош менән сабыу. ■ [Өмәт] бер эште алдына алһа, осона сыҡмай тороп туҡтамай — кон саба, тон саба, аҙап сигеп йөрөй торғас, бер нәмәһен килтереп сығара. Д. Юлтый. Әхмәт көн буйы сапты ла сапты, ә кисен ҡыҙыҡ эш уйлап тапты. Ф. Рәхимғолова.
8. иҫк. Атлы яу менән килеп баҫыу. □ Совершать набег. // Набег. ■ Үҙенең өҫтөнлөгөн тойған ырыу башлығы әле яҡындағы, әле йыраҡтағы яңынан-яңы ырыуҙарға сабыуҙар ойошторҙо. Ғ. Хисамов. Ку-сәк батыр Ҡоломбәт ырыуын сабып алды. «Бабсаҡ менән Күсәк».
САБЫУ III (сап-) (Р: косить; И.: mow; Т.: biçmek) ҡ.
Үҫеп ултырған игенде, бесәнде йыйып алыр өсөн салғы йәки машина менән төптән ҡырҡыу. □ Косить. // Косьба, кошение. Салғы менән сабыу. ■ Ул [Сәлимә] бесән сабыу, бесән йыйыу эшендә лә, ураҡта ла, хатта урман ҡырҡыуҙа ла ирҙәр менән тиң тороп эшләне, һәр ваҡыт ҡырҙа, урманда ҡунып ятып эшләуҙең ауырлығын тойо-уын бер генә хәрәкәт менән дә курһәтмәне.
3. Биишева. Ҡатын-ҡыҙ бесән әйләндерергә, кубә йыйырға килгәнсе, егеттәр, йәш ирҙәр кулдәктәрен һалып, арҡаларын ҡояшҡа ҡуйып, кинәнеп сабалар. И. Абдуллин. «Тарыраҡ ал, — тинең [әсәй], — алдыңды, ипләп кенә өйөрөп сап шулай. Йөҙөн сәнсеп ҡуйма салғыңдың». Р Ғарипов.
САБЫУ IV (сап-) (Р: рубить; И.: chop; cut; T.: kesmek) ҡ.
1. Үткер ҡорал (балта, ҡылыс һ. б.) менән һелтәп ҡырҡыу. □ Рубить, разрубать. // Рубка. Ағасҡа сабыу. Өҙә сабыу. Сабып өҙөу. ■ Сапҡан саҡта балтаның йөҙө ниндәйҙер тимер ҡаҙауға тура килде. К. Мәргән. Дошман аты ҡапыл урәпсеп киткән ыңғайға, Алдар һыбайлының бот тәңгәленә ҡылысын сабыуға, теге эйәренән икенсе яҡҡа ауып та төштө. Ғ. Хөсәйенов. Егет ҡылыс менән сапҡан икән, ғифриттең башы әҙ генә өҙөлмәй ҡалған. Әкиәттән.
2. Һелтәгән көс менән ҡырҡыу (ҡоралға ҡарата). □ Рубить, разрубать. Балтаһы уткер, яҡшы саба. ■ Сапҡан саҡта таш ярған Урал батыр ҡылысы. «Урал батыр».
3. Үткер ҡорал менән һелтәп, киҫәк-киҫәккә ҡырҡҡылау, ваҡлау. □ Рубить, дробить, молотить. Кумер сабыу. Утын сабыу. Ит сабыу. ■ Бына ошо йылғаның боҙон ҙур-ҙур шаҡмаҡ итеп сабып алырға ла, ҡар тотоу осон файҙаланырға кәрәк. Ә. Вәли. [Ҡатын] ит сабып керетеп, аш һалды. Т. Килмөхәмәтов.
4. Балта менән һелтәп, нимәлер юныу.
□ Тесать, обтёсывать (топором). Ҡабыҡ сабыу. Таҡта сабыу. ■ Юл буйҡайҙарында ҙур ҡайын, саба ла юна тороғоҙ. Сеңләүҙән.
5. Балта менән юнып, нимәлер яһау. □ Тесать, обтёсывать (топором). Ишек яңағы сабыу. Өрлөк сабыу. ■ Көҙ ауыл халҡы һалабаш һыҙыра, ә ҡышын туғын саба, бурәнә ҡырҡа. Ж. Кейекбаев. [Ауыл халҡы] еп-йышыу ишеп, кәрәк сабып, туғын бөгөп, дегет ҡайнатып ала ла .. игенле яҡтарға сәфәр сыға. С. Ғәбиҙуллин.
6. Үткер ҡорал менән һырлау, сәкеү.
□ Вырезать узоры (острым орудием). ■ Ҡыҙҙар .. тәңкәләрҙе алып ҡыуандылар: «Әһемкәс, ун биш тинлек. Ҡыя сапҡан», — тип һикерештеләр. Һ. Дәүләтшина.
7. диал. Тупраҡты йомшартып, үҫемлектең төбөнә өйөү; күмеү. □ Окучивать. Картуф сабыу.
8. Тәрәшләү. □ Чесать (лён). Етен сабыу.
♦ Балта сабыу зыян эшләү. □ Вредить кому-чему. ■ Үҙ бәхетеңә у ҙең балта сабаһың һин. Ғ. Ғүмәр. Фашист һалдаты уның тыуған төйәген бысраҡ итеге менән тапап йөрөй, фашист уның [Бористың] киләсәк хыялдарына балта сапты. В. Исхаҡов. Оҙон арбала теҙелешеп ултырған балаларҙың да кубеһенең ғумеренә һуғыш балта сапты. Ш. Янбаев. Өрлөккә сабыу ант итеү. П Давать клятву. ■ Нурислам ҡайнаға бит, икенсе эсмәйем тип, өрлөккә сапҡан, тиҙәр. Ф. Иҫәнғолов.
САБЫУ V (сап-) (Р: ударять; И.: hit; Т: vurmak) ҡ.
332