САБЫШ
1. Киҙәнеп килеп, ныҡ итеп һуғыу (биткә, яңаҡҡа һ. б.). □ Хлестать (по лицу). Сикәгә сабыу. Яңаҡҡа сабыу. ■ Куҙ асып куҙ йомғансы Фатима ҡапыл боролдо ла Әхмәҙиҙең яңағына ялт итеп сабып та ебәрҙе. Ә. Бикчәнтәев.
2. Мунса эҫеһендә парланған миндек менән тәнгә һуғып-һуғып алыу. □ Хлестать веником, парить кого. Баланың арҡаһын сабыу. Аяҡтарҙы сабыу. ■ Гәрәй эләукәгә йөҙ тубән ҡапланып һуҙылып ятты ла арҡаһын сабырға ҡушты. Б. Бикбай. [Сәлимә] мәт-рушкә һәм башҡа шундай хуш еҫле май сәскәләре ҡушып бәйләнгән ҡайын япрағы менән бейемен ҡат-ҡат сабып, йылы таҙа һыу менән ҡойондороп өйгә алып ҡайтып ятҡырғас, Хаммат менән уҙе мунса инеп сыҡты. 3. Биишева.
♦ Бот сабып көлөү мыҫҡыллап рәхәтләнеп көлөү. □ Валяться, кататься со смеху. ■ Берәуҙәр, аяҡтарын тыпырлатып, бот сабып көлә. Яр. Вәлиев. Мотиғулла бот сабып, хахылдап, уның [Зәйниҙең] куҙҙәренә ҡарап көлдө. Й. Солтанов. Бот сабыу аптырау, иҫ китеү. □ Удивляться. ■ Бәләкәй генә еңел автомобиль .. киң яландың тигеҙ юлынан, кукһел шар һымаҡ тәгәрләп, артынан оҙон аҡ саң ҡойроғо ҡалдырып, ауылға яҡынланы. Ололар бот сабып хайран ҡалдылар, һ. Дәүләтшина. Кире сабыу ҡаршы килеү. □ Препятствовать, опровергать, отклонять. ■ [Ҡолош:] Улар [Сурағолдар] илдең бәхетенә кире сапҡан боҙоҡтар. Т. Хәйбуллин.
САБЫУЛАУ (сабыула-) (Р.: забегать; И.: run about hurriedly; T.: koşuşturmak) ҡ.
1. Тиҙ-тиҙ ҡуҙғалыу; ашығып, йәһәтләп, тегеләй-былай йүгереү. □ Забегать, суетиться. Иртәндән сабыу лау. Сабыу лап йөрөп эҙләу. ■ [Председатель:] Мин һинең һымаҡ район буйлап сабыулап йөрөмәйем. Р. Солтангәрәев. Көтөу-көтөу кейектәр сабыулап утте. И. Ғиззәтуллин. Бында тәрбиә эшенең яҡшы ойошторолғанлығы куренеп тора. Балалар ҙа йугерешеп, сабыулап йөрөмәй, уҙҙәрен тыныс тота, һәр береһе «эш» менән мәшғул. «Ашҡаҙар», 3 апрель 2013.
2. диал. Сабып барыу. □ Скакать, бежать.
■ Һарыбай ҙа, арбаның әле ул яғына, әле был яғына сығып, сабыулай-сабыулай эйәреп китте. Экспедиция материалдарынан.
САБЫУСЫ (Р: косарь; И.: hay mower; Т.: biçici) и.
1. Иген йәки бесән сапҡан кеше. □ Косарь. ■ Һуғыш дәһшәте бик ук имгәтмәгән урындарҙа һирәгәйеп ҡалған мал көтөуҙәре куренгеләй, бесән сабыусылар осрап ҡуя, арыш урып аҙапланалар. Д. Исламов. Иҙел тубәнендә, бесән сабыусыларҙыҡы булһа кәрәк, ҙур итеп яһалған уттың ялҡыны төн ҡараңғылығын боҙоп, ике метр самаһы юғары кутәрелә. А. Таһиров. Шафиҡ бәләкәй сағында әлеге аҡланға бесән сабыусыларға эйәреп килгәнен хәтерләй. Ғ. Хисамов.
2. Ит, ағас һ. б. тураҡлаған кеше. □ Рубщик (мяса, дерева и т. д.). ■ Ҡарағол .. тиҙҙән, яйын табып, ит һата торған урынға сабыусы булып урынлашты. И. Ғиззәтуллин. Ҙур сауҙагәрҙәрҙең айырым ит сабыусылары була. 3. Биишева. Төш алдынан Рустик-ты яңынан ботаҡ сабыусылар бригадаһына кусергәйнеләр. Р. Байбулатов. • Йығылған ағасҡа балта менән сабыусы куп була. Әйтем.
САБЫУЫЛ и. ҡар. сапҡын II, III.
■ Тереклектәрен һаҡлау өсөн дошман са-быуылына ҡаршы сыҡҡандар. Ғ. Ибраһимов. Есем батыр ғәскәре тура сабыуыл яһарға, уңдан Жәнебәк батыр һыбайлылары арҡыры төшөргә тейеш. Ғ. Хөсәйенов. Әле ана шул йоҡоһоҙ таңда юлға сығып киткән сабыуылдарҙы көтә Боғара. Ә. Хәкимов.
САБЫУЫЛЛАУ (сабыуылла-) ҡ. ҡар. сабауыллау. ■ Хәҙер ук тирә-яҡты сабы-уыллап урап сығырға кәрәк. С. Кулибай. Хужаһының ҡыбырлауын Ҡөтмөр ҙә көтөп торған, ахыры, ялағайланып, һыйыр тирәләй сабыуыллап өрөп алды. Т. Ғарипова.
САБЫШ (Р: бега; И.: horse races; Т: at koşusu) и.
Ат сабышы, һыбайлылар ярышы. □ Бега, скачки. / Беговой, скаковой. Сабыш аты.
■ Йәренгә сабыш айғыры һатып алып, Өфө һабантуйында беренселекте алам, тип елкенеп йөрөй әле [Муллабаев]. И. Абдуллин.
333