САБЫШАҠ
Ырымбурҙың ул заман генерал-губернаторы генерал Циолковский уҙе лә тиң кургән Йософ Ҡарамышты, өйөнә килеп, ат сабыштары, милли уйындар ҡарап, рәхәтләнеп ҡунаҡ булып ятҡан. Р. Байымов. Ат сабышынан аҙаҡҡы шау-шыу ныҡлап баҫылып та өлгөрмәне, ярыш һыҙығына дөйәләр теҙелде. Н. Мусин. Хөсәйен, куцелһеҙ генә йөрөп, биш сабыш атын сығарҙы, малайҙарға кәңәштәрен бирҙе, алда килгән аттың район бәйгеһенә барасағын әйтте. Т. Ғарипова.
САБЫШАҠ (Р: резвый; И.: fast [of a horse]; T.: hızlı (at) с. диал. ҡар. сапсан.
Етеҙ, тиҙ хәрәкәтле; йылдам, йылғыр. □ Резвый (о лошади). Сабышаҡ ат. Са-бышаҡ атты өйрәтеу. Сабышаҡ атта юртыу.
САБЫШҠЫ (Р: скаковой; И.: racing; Т: koşu) с.
Шәп саба торған, бәйгелә сабыша торған (атҡа ҡарата). □ Скаковой, беговой. Сабышҡы ат. ■ Ерән сабышҡы, элекке хужаһының ҡаты ҡулын тойоп, уйнаҡлап килеп сыҡты һарайҙан. Б. Бикбай. Тәпәшерәк тороҡло, киң тояҡлы дала аттары бер ҙә сабышҡыға оҡшамай. Н. Мусин. • Сабышҡы сабыр, даны хужаһына булыр. Әйтем.
САБЫШТЫРЫЛЫУ (сабыштырыл-) ҡ. төш. ҡар. сабыштырыу, страд, от сабыштырыу. ■ Яҙғы сәсеу бөткәс, бесән алдына тиклем халыҡтың кубеһе буш була, ауылдарҙа бәйгеләр уткәрелә, аттар сабыштырыла, батырҙар көрәштерелә. Д. Юлтый.
САБЫШТЫРЫУ (сабыштыр-) (Р: организовать состязания, бега; И.: stage races; T.: yarıştırmak) ҡ.
Шәп сабыуҙа ярыштырыу. □ Организовать состязания, бега. ■ Рәшиҙә һыбай йөрөуҙә малайҙарҙан артта ҡалманы, киреһенсә, һабан туйҙарында ат сабыштырғанда алдынғылар иҫәбендә була торғайны. Ғ. Аллаяров. Ат сабыштырыу минең хәтеремдә бигерәк тә асыҡ, ғумергә онотолмаҫлыҡ бер хәтирә булып һеңеп ҡалды. Ф. Әсәнов. Сәмәр хан уландарын .. ат сабыштырырға ебәргән. «Заятүләк менән һыуһылыу».
САБЫШЫУ I (сабыш-) ҡ.
1. урт. ҡар. сабыу II, 1—7. взаимн. от сабыу II, 1—7. Сабышып йөрөу. Бала-саға көнө буйы урамда сабыша. М Ауылдың тубән осонан ҡыңғырау һәм ҡыҙыл материялар таҡҡан парлап ат еккән өс саналы йәнфарман сабышып килә. С. Агиш. Айсыуаҡты тыуған ауылдан, куккә зәңгәрһыу төтөн бөркөп ултырған атай йортонан, тал сыбығын ат итеп сабышып уйнаған йәшел урамдарҙан, бигерәк тә иптәш малайҙарҙан айырылыу аҙыраҡ моңһоуландырҙы. Т. Килмөхәмәтов. Дала буйлап бығаса куҙгә салынмаған буреләр, ҡыҙыл төлкөләр, ҡуяндар сабыша, аяҡ аҫтынан ҡорҙар, ҡыр кугәрсендәре пырылдап осоп сыға. Ә. Хәкимов. Тамаҡтары туйып, йылынып алғас, бәрәстәр бөтә өйҙө бер итеп сабышып уйнайҙар. М. Кәрим.
2. Сабышта ярышыу. □ Состязаться в скачках, в беге. Бәйгелә сабышыу. Amma сабышыу. ■ Ат һынаған кешеләр кемдеке уҙып киләсәген юрай, алдан әйтергә тырыштылар, ни өсөн тиһәң, сабышырға киткән аттар араһында һыналғандары юҡ ине. Ж. Кейекбаев. Тәнзилә хәҙер, Саптарҙы менеп, һабан туйында сабышырға ысынлап хыяллана башланы. Ш. Янбаев. Алты туған, аттарына менә һалып, кем уҙарҙан сабышып китә. «Заятүләк менән һыуһылыу».
САБЫШЫУ II (сабыш ) ҡ. урт. ҡар. сабыу III, IV. взаимн. от сабыу III, IV. Ит сабышыу. Утын сабышыу. ■ Фәниә менән Нәсихә: «Атай, беҙ ҙә бесән сабышайыҡ әле», — тип әйтеп ҡараһалар ҙа, Фәтих ағай: «Бесән сабыу ҡыҙҙар эше тугел, һеҙҙең уҙегеҙҙең дә эшегеҙ етерлек», — тип ҡырт киҫте. И. Абдуллин. Тағы ике көн Искәндәр еңгәһе Мәстурәнең бесәнен сабышты. Ә. Хәкимов.
САБЫЯ [ғәр. <^-»] (Р: маленькая девочка; И.: little girl, girlie; T.: küçük kız) и.
1. иҫк. Бәләкәй ҡыҙ бала. □ Маленькая девочка. Бик матур сабыялары бар. Сабыяларына бер йәш тула. ■ Кил, сабыям, килсе, ғисмәттән яралған сөмбөлөм. Ш. Бабич.
2. диал. ҡар. сабый 1. Сабыялары йугереп уйнап йөрөй. Сабыялары тәпәй баҫҡан. Ике сабыялары бар.
334