Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 335


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САҒАН
САВАННА[ исп. sabana} (Р.: саванна; И.: savannah; T.: savana) и.
Тропик бүлкәттең ара-тирә ағас, ҡыуаҡ менән ҡапланған үләнле тәбиғәт зонаһы; тропик урманлы дала (Африка менән Көньяҡ Америкала экваторҙың ике яғынан ҙур ғына майҙанды эсенә ала). □ Саванна. / Саванный. Саванна үҫемлектәре. Африка саванналары. Саванналарҙасы климат.
САВРОМАТ [гр. Sauromatai} (Р.: савро-маты; И.: Savraumatian; T: Savromat {İskit boyu) и. этн.
Беҙҙең эраға тиклемге VII—IV быуаттарҙа Волга—Урал алды далаларында йәшәгән күсмә ҡәбиләләр. □ Савроматы. ■ Савроматтарҙың беҙҙең эраға тиклемге III быуатта — беҙҙең эраның III быуатында сармат исемендә йөрөүе күҙәтелә. Ғ. Хөсәйенов.
САГА [сканд. saga < исл. segja] (Р: сага; И.: saga; Т: saga) и. әҙ.
1. Боронғо скандинав һәм кельт халыҡтарының батырҙар тураһындағы прозалы хикәйәте. □ Сага. Королдәр тураһында сага. Боронғо замандар тураһында сага. Батырҙар тураһында сага.
2. Поэтик хикәйә, легенда. □ Сага. Сага яҙыу. Сага һөйләү. Сага нигеҙендә фильм төшөрөү.
САГО [малай, sagu} (Р: саго; И.: sago; Т.: sagu) и.
Ҡайһы бер пальмаларҙың крахмалынан, шулай уҡ картуф һәм кукуруз крахмалынан эшләнгән ярма. □ Саго. / Саговый. Саго ярмаһы. Саго крахмалы. Саго углеводҡа бай.
САГОВНИК [рус.] (Р: саговник; И.: cycas; T: yalancı sagu palmiyesi) и. бот.
Азия, Индонезия, Австралия, Тымыҡ океан утрауҙарында үҫкән, пальмаға оҡшаған тропик ағастар. □ Саговник (лат. Cycas). Саговник үҫентеләре. Саговниктар янында фотоға төшөү. Саговник олоно.
САГО ПАЛЬМАҺЫ (Р: саговая пальма; И.: true sago palm; T: sagu palmiyesi) и. бот.
Олононоң үҙәгенән ярма әҙерләүгә киткән крахмал алына торған пальмалар төрө. □ Саговая пальма (лат. Metroxylon sagu).
Саго пальмаһы үҫентеләре. Саго пальмаһы үҫкән урын. Саго пальмаһы крахмалы.
САҒА I (Р: бита; И.: willow; T: sopa) и. диал. ҡар. һаҡа.
Ашыҡ һуғыу уйынындағы һуҡҡыс.
□ Бита, свинчатка, налиток (для игры в бабки ). Саға менән һуғыу. Саға яһау. Ағас саға.
САҒА II (Р: светлый; И.: light; T: açık (gözün rengi) с. диал. ҡар. сағыр III.
Асыҡ төҫтәге (күҙгә ҡарата). □ Светлый (о цвете глаз). Саға күҙ. Саға күҙле ҡыҙ. Саға күҙле бала.
САҒАЛАҠ (сагалағы) (Р: щиповка; И.: spined loach; T: çoprabalığı) и. зоол.
Һаҙандар ғаиләһенә ҡараған тәңкәһеҙ ваҡ йылға балығы. □ Щиповка (лат. Cobitis taenia). Сағалаҡ күп ваҡытын һыу төбөндә үткәрә. Аквариумға сағалаҡ ебәрҙек. Сағалаҡҡа селәүсендәр ашатырға була.
САҒАЛДЫРЫҠ (сағалдырығы) (Р: тесьма, лента у женского платка, которая служит завязкой; И.: kind of kerchief tie; T: şerit) и. диал. ҡар. һағалдырыҡ.
Баш кейемен йәки ҡушъяулыҡты эйәк аҫтынан эләктерә торған таҫма. □ Тесьма, лента у женского платка, которая служит завязкой. Ҡушъяулыҡ сағалдырығы. Тәңкәле сағалдырыҡ. Мәрйенле сағалдырыҡ.
САҒАН (Р: клён; И.: maple; T.: isfanden çınarı) и. бот.
1. Киртләсле киң япраҡлы ҡаты ағас.
□ Клён. / Кленовый (лат. Acer). Саған япраҡтары. Саған өҫтәл. Саған мискә. ■ Кояш һаман юғарыға үрләй, сағандарым тора тын ғына. С. Ғәбиҙуллин. Һарғайған уҫаҡ, ҡайын, саған, миләш япраҡтары, йәйғорҙоң һәр төрлө буяуҙары менән уйнап, күҙҙәрҙе ҡамаштыра. Д. Исламов. Өй артындағы сағандың ысыҡҡа күшеккән япраҡтары тиҙерәк кипшенергә ҡояшты көтәләр. Ш. Янбаев. Оло ағас табаҡта туҫтаҡтарын, алдырын, сағандан юнылған ҡалаҡтарын, сеүәтәләрен йыуып, һике ситенә түңкәреп һарҡытҡас, Сажиҙә улы эргәһенә килде. Я. Хамматов.
2. миф. Һаҡлау, ҡурсалау көсөнә эйә булған ырыу ағасы, тотем. □ Клён (мифоло-
335