Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 337


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САҒЫЛДЫРЫУ
САҒЫҘАҠЛАР (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Меңле ырыуы аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир-минцев. Сағыҙаҡлар нәҫеленән булыу. Сағыҙаҡлар нәҫеле ерҙәре. Сағыҙаҡлар нәҫеле шәжәрәһен төҙөу.
САҒЫЛ (Р.: косогор; И.: mountain slope; T.: dağ yamacı) и.
1. Тауҙың көнгә ҡараған яланғас (ғәҙәттә, текә, ташлы) битләүе. □ Косогор. Сағыл башы. Сағыл таш. ■ Сағылдарҙа имән нисек уҫһә, мин был ерҙә шулай уҫкән-мен. М. Кәрим. Төшкәнемдә бейек сағылдан, ат биленләп, өркөп юлдан сығып, кусәрҙәрен ватты арбаның. С. Кулибай. Туҡтамыш ҡырлаһы тип йөрөткән бер урҙе менгәс, улар [юлсылар] сағылға еттеләр. Ж. Кейекбаев. Юлдың ике яғында ла бейек-бейек тауҙар, таш ҡаялар. .. Ә сағылдарҙа төп-төҙ ҡарағайҙар уҫә. И. Ғиззәтуллин.
2. диал. Ағас үҫмәгән, бейек булмаған ҡалҡыулыҡ. □ Небольшая лысая возвышенность. Сағылдан барыу. Сағылға килеп сығыу. ■ Таштуғайҙа сағыл куп тип, килеп ултырған халыҡ. Экспедиция материалдарынан.
3. диал. Тәпәшәк тау. □ Покатая гора. Сағылға менеу. Сағылда еләк йыйыу. Сағылдан сана шыуыу.
4. диал. ҡар. сауыл 1. Яңғыҙ сағыл. ■ [Мин] тип-тигеҙ яланда ниндәй яҙмыш менәндер япа-яңғыҙ уҫеп ултырған сағыл янына килеп туҡтаным. Ә. Чаныш.
САҒЫЛДЫР и. диал. ҡар. сирткес 1. Мылтыҡ сағылдыры. Сағылдырҙы саҡтырыу. Сағылдырҙы тартыу.
САҒЫЛДЫРҒЫС (Р: отражатель; И.: viewfinder; T: vizör) и. махс.
Фотоаппаратта төшөрөләһе күренештең сиктәрен күрһәткән оптик элемент. □ Отражатель, видоискатель (в фотоаппарате). Көҙгөлө сағылдырғыс. Телескопик сағылдырғыс.
САҒЫЛДЫРЫҠ (сағылдырығы) и. этн. диал. ҡар. сағалдырыҡ. Ҡушъяулыҡ
сағылдырығы. Тәңкәле сағылдырыҡ. Мәрйенле сағылдырыҡ.
САҒЫЛДЫРЫЛЫУ (сағылдырыл-) ҡ. төш. ҡар. сағылдырыу I, 4, 5. страд, от сағылдырыу I, 4, 5. Әҫәрҙә сағылдырылған осор. һурәттә сағылдырылған кисерештәр. ■ «Бында төрлө дәуер сағылдырылған: иҫкенән — яңыға, боронғонан хәҙергегә кусә килгән», — тип ҡуйҙы Сәғит. И. Ғиззәтуллин.
САҒЫЛДЫРЫУ I (сағылдыр-) (Р: отражать; И.: reflect; T: aksetmek) ҡ.
1. Яҡтылыҡ нурын йәки тауышты ҡаҡсытып, кире ҡайтарыу. □ Отражать (свет, звук), отбрасывать (тень). Ҡар ҡояш нурҙарын сағылдыра. ■ Уны [Абдрахманды] куҙҙең яуын алып торған, иртәнге ҡояш нурҙарын сағылдырып ятҡан ап-аҡ ҡар, ауыл өҫтөнә ҡоларҙай булып торған, кәртә артынан уҡ башланған тарбаҡ ботаҡтары өҫтөнә ҡар ятҡан имәндәр, шыршы-ҡа-рағайҙар ҡаршы алды. Р. Өмөтбаев.
2. Асыҡ, ныҡ яҡтылыҡ төшөрөп, күҙ алдын ҡараңғылатыу, күрмәҫ итеү; сағылйытыу. □ Ослеплять, резать глаза. Көслө яҡтылыҡ куҙҙе сағылдыра. ■ Яҙғы сыуаҡ яҡтылыҡ, куҙҙе рәхимһеҙ сағылдырып, ғәжәп наҙлы иркәләй. Р. Байбулатов. Кара урман эсенән, .. куҙҙе сағылдырып ялтырап ятҡан ҡарҙы ярып, бормаланып-бор-маланып берләм юл сыҡҡан. Ғ. Дәүләтшин. Байырға тышау буйы ҡалған көҙгө ҡояштың ҡыҙғылт нурҙары, алда бейек стена булып баҫҡан, япраҡтары һирәгәйгән төҙ ҡайындар араһынан һарҡып, куҙҙе сағылдырҙы. Ш. Янбаев.
3. Нимәнеңдер һынын, һүрәтен барлыҡҡа килтереү (шыма, йылтыр яҫылыҡ өҫтөнә ҡарата). □ Отражать. Һыу яр буйындағы ағастарҙы сағылдыра. ■ Өмәнән һуң ҡала урамдары таҙарып, киңәйеп киткәндәй була, магазиндарҙың тотош быяланан ғына торған стеналары, ишектәре, яҙғы ҡояшты сағылдырып, куңелле йылҡылдай. Ш. Янбаев. Кәмәргә теҙелгән бармаҡ башы дәумәлендәге зөбәржәт, яҡут, фирузә таштар, киң ауыҙлы көршәк эсендә көйрәп ятҡан ҡуҙҙы сағылдырып, ялт-йолт уйнарға кереште. Ә. Хәкимов.
12 - 1.0072.15
337