САҒЫЛДЫРЫУ
4. Ниндәйҙер кисереште, фекерҙе һ. б. тышҡы яҡтан нисек тә белдереү, күрһәтеү; тышҡа сығарыу. □ Отображать, выражать (чувства и т. д.). ■ Фатима Тимерҙең ҡулын шатырлатып ҡыҫты. Был ҡыҫыуҙа купме әйтеп бөтөлмәгән йылы һуҙ, сағылдырырға теләгән укенесле тойғолар барҙыр, уныһы инде интегеусенең уҙенә генә билдәле. Б. Бикбай. Халыҡтың тормошон, йөрәген, уй-тойғоларын сағылдырыусы ысын йыр, ниндәй генә телдә йырланыуына ҡарамаҫтан, бутән милләт вәкилдәренең куңеленә лә яҡын һәм ҡәҙерле! Я. Хамматов. Лидия куңеленән «Зөлхизә»не һуҙҙы. Һуҙ-ҙәрен әйтә алмай, ә куңеле был йырҙың әллә ниндәй нескәлектәрен, сихри бөгөлдәрен сағылдыра. Т. Ғарипова.
5. Художестволы образдарҙа биреү, художестволы образдар аша күрһәтеү. □ Отображать, воспроизводить, изображать. // Отображение, изображение. Очеркта нефтселәр тормошон сағылдырыу. Әҙәбиәттә һуғыш осорон сағылдырыу. Тарихты сағылдырған әҫәрҙәр.
6. Нимәнеңдер булмышын, һыҙатын үҙендә күрһәтеү. □ Отображать. ■ Ҙур ҡаланың йәшәу айышын, тын алышын баҙарҙан да асыҡ сағылдырған көҙгө юҡтыр. Ә. Хәкимов.
САҒЫЛДЫРЫУ II (сағылдыр-) ҡ. йөкм. ҡар. сағыу I, 1, 2. понуд. от сағыу I, 1, 2. Саҡма сағылдырыу. Ике ташты сағылдырып ут тоҡандыралар. Мылтыҡты сағылдырыу. ■ Ҡолморҙа старшина .. мылтығын алды ла Сурағолға тоҫҡап сағылдырҙы. Т. Хәйбуллин. Мылтыҡты бер сағылдырҙым, ике сағылдырҙым — ут бирмәй. Экспедиция материалдарынан.
САҒЫЛДЫРЫУ III (сағылдыр-) (Р.: предупреждать; И.: forewarn; T.: uyarmak) ҡ. диал. ҡар. иҫкәртеү.
Алдан хәбәр итеү. □ Предупреждать. Сағылдырып ҡуйыу. ■ Апайыңа сағылдыр, бөгөн райондан киләләр. Экспедиция материалдарынан.
САҒЫЛЙЫТЫУ (сағылйыт ) (Р.: ослеплять; И.: dazzle; T.: göz kamaştırmak) ҡ.
Көслө яҡтылыҡ төшөрөп, күрмәҫ итеү; күҙҙе сағылдырыу. □ Ослеплять, резать глаза. Ҡояш куҙҙе сағылйыта. ■ Нурйән куҙҙәрен сағылйытҡан осҡон өйөрмәһенән ысынлап та ҡаушап ҡалғайны. С. Кулибай.
САҒЫЛЙЫУ (сағылйы-) (Р: ослепляться; И.: become dazzled; T.: göz kamaşmak) ҡ.
Яҡтылыҡ тура төшкәндән күрмәҫ булыу, сағылыу (куҙгә ҡарата). □ Ослепляться от света (о глазах). Ҡояшҡа куҙ сағылйый. ■ Самиғулла менән Салиха .. лампа яҡтыһына куҙҙәре сағылйып, ингән кешене танымай торҙо. Ж. Кейекбаев.
САҒЫЛТЫУ I (сағылт-) ҡ. ҡар. сағылдырыу I. Уйҙы сағылтыу. ■ Мең-мең төрлө сәскә куҙ сағылта, куңелемә уйҙар урмәләй! Т. Ҡарамышева. Байып барыусы ҡыҙғылт ҡояш нурҙары, тәңкә-тәңкә булып, аҡ кубектәр аҡҡан һыу өҫтөнә төшөп, мең төҫкә инеп балҡый, куҙҙе сағылта. Д. Бүләков.
САҒЫЛТЫУ II (сағылт-) ҡ. диал. ҡар. сағылдырыу II. Саҡма сағылтыу. Ике ташты сағылтып ут тоҡандырыу. Мылтыҡты сағылтыу.
САҒЫЛЫУ I (сағыл-) (Р: отражаться; И.: be reflected, reflect; T: yansımak) ҡ.
1. Һуғылып, кире ҡаҡсыу (яҡтылыҡ нурына йәки тауышҡа ҡарата). □ Отражаться (о свете или звуке). // Отражение. Сағылған тауыш бер аҙ ваҡыт уткәс кенә ишетелә. ■ Тыуып ҡына килгән ҡояш нуры уҙ салғымда уйнап сағылды. Р. Ғарипов. Өйҙә зырррр-зырррр әйләнгән орсоҡ тауышына туҡылдатып сабылған балта тауышы сағыла. Т. Хәйбуллин. Беҙҙән йәшеренгән ҡояштың ҡыҙғылт нурҙары, офоҡ ҡырыйында йоҡомһорап тороусы болот киҫәктәрендә сағылып, ер өҫтөн әле лә ярайһы уҡ яҡшы яҡтырта. Д. Исламов.
2. Көслө яҡтылыҡ төшөп, күрмәҫ булыу, сағылйыу (куҙгә ҡарата). □ Ослепляться (о глазах). ■ Куҙҙәр ана шул мең төрлө төҫкә инеп ялтырап ятҡан ҡар бөртөктәренә сағыла. Ғ. Хәйри. Ҡайҙа баҡма, куҙ сағыла, шундай аҡлыҡ. Ҡ. Даян. Куҙ яҡтыға сағылды, куҙ алдым ҡараңғыланды, баш әйләнде, куҙҙән йәштәр аҡты. Д. Юлтый.
338