Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 339


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САҒЫЛЫШ
3. Үҙенең һынын, һүрәтен шыма, йылтыр нәмәнең өҫтөндә күрһәтеү, барлыҡҡа килтереү. □ Отображаться. Көҙгөлә сағылыу. Ҡул өҫтөндә урман сағыла. ■ Тоноҡ ҡына һыуҙа шәулә сағыла, Байғубәгем иҫән-һау микән? Халыҡ йырынан. Тимер юл купере селтәре артында алһыуланып куренгән елбәгәй болоттар, киске Ағиҙел өҫтөндә сағылып, донъяға тағы ла куркәм-лек, наҙлылыҡ өҫтәй. Ш. Янбаев. Төн ҡараңғылығын йыртып, алыҫтан ялтыраған ялҡын телдәре һыуҙа сағылып, тирә-яҡҡа айырыуса матурлыҡ бирәләр. Ә. Чаныш.
4. Тышҡы яҡтан күренеү, тышҡа сығыу; беленеү (тойғоға, эске кисерешкә һ. б. ҡарата). □ Отображаться, изображаться, находить отражение. // Отображение, изображение. ■ Нисек кенә илһамланып, дәртләнеп һөйләһә лә, Фәриттең йөрәген елкендергән ҡыуаныслы тойғолар Зөмәррәттең куҙендә сағылманы. Ш. Янбаев. Хан куҙендә хәйлә сағылды, өндәште ул тыныс, яғымлы. М. Кәрим. Ҡояш сығып килгән ваҡыттағы матурлыҡ тәҙрә аша Мәҙинә ханымдың уйсан куҙҙәрендә сағыла. А. Мағазов.
5. Әсе йәки һыуыҡтан сәңгеү (тешкә ҡарата). □ Вязать (рот, язык, дёсны). Теш сағылыу. Шишмә һыуына теш сағыла.
6. Нимәнеңдер булмышы, һыҙаты, шауҡымы күренеү. □ Отображаться. ■ Бөйөк уҙгәрештең бөтә тауышы, бөтә шәуләһе, бөтә гөрөлдәуе Айбулаттың тыуған ауылында ла сағыла, тауышы яңғырай. Һ. Дәүләтшина. • Ташсыла ҡояш сағыла. Әйтем.
7. ҡар. салыныу III. Куҙгә сағылыу. Колаҡҡа сағылыу. ■ Артта ҡалған тормош, ғумер, утелгән юлдар төш кеуек йәки куҙгә сағылып уткән сағым кеуек кенә куҙ алдына киләләр. Д. Юлтый. Мәктәптә лә, урамда ла [Әлфиә] уның [Буранбайҙың] куҙенә сағылмаҫҡа, уның менән осрашмаҫҡа тырышты, кистәрен бөтөнләй сығып йөрөмәҫ булды. Ф. Әсәнов. Аҡйондоҙҙоң матур ирендәрендә беленер-беленмәҫ кенә йылмайыу сағылып ҡалды. М. Кәрим.
САҒЫЛЫУ II (сағыл-) ҡ. төш. ҡар. сағыу I, 1, 2. понуд. от сағыу I, 1, 2. ■
Беҙҙең йөрәк шундай саҡма таш — көн уғына сағылып тоҡана. Ғ. Амантай. [Арыҫландың улдарының] аттарының тояҡтары аҫтында саҡматаштар сағылып ҡалды. Ғ. Ибраһимов. • Сағылған таш ут сәсер. Әйтем.
САҒЫЛЫУ III (сағыл-) ҡ. төш. ҡар. сағыу II. понуд. от сағыу II. ■ Кесерткәндән сағыла-сағыла, өҫөбөҙ өс тәңгәлдән йылға буйына ташландыҡ. Ф. Иҫәнғолов. Бишкә ярылырҙай ҡыҙыу бесән ваҡытында береһе аяғын һындырып, икенсеһе тыраждан сағылып ятҡанды ишеткәндерме, төш алдынан больница ҡапҡаһына председатель боролдо. Ш. Янбаев. Бер аҙҙан оҙон буйлы, ҡуйы ҡара мыйыҡлы бер ағай, ҡатынын, ҡыҙы менән улын эйәртеп, ҡорттан сағылыуҙан ҡурҡа-ҡурҡа, өйгә килеп инде. Р. Байбулатов.
САҒЫЛЫУСАНЛЫҠ (сағылыусанлы-ғы) (Р.: отражаемость; И.: reflectivity; Т.: yansıma) и. физ.
Сағылыу һәләте. □ Отражаемость. Тауыш сағылыусанлығы. Яҡтылыҡ сағылыусанлығы. Радиотулҡындарҙың сағылыусанлығы.
САҒЫЛЫШ (Р: отражение; И.: reflection; T.: yansıma) и.
1. Яҡтылыҡ йәки тауыштың кире ҡаҡ-сыуы, әйләнеп ҡайтыуы. □ Отражение, отблеск. Ҡош тауыштарының сағылышы. Моңдар сағылышы. Ҡояш нурҙарының сағылышы.
2. Нимәнеңдер нурға йылтылдауы. □ Блеск. Ҡар бөртөктәренең ҡояшҡа сағылышы. Йөҙөк ҡашының сағылышы.
3. Нимәнеңдер йылтыр нәмәгә төшкән шәүләһе. □ Отражение, тень. Тауҙың һыуҙағы сағылышы. ■ Бөләңгерт офоҡ сите тәуҙә аҡһыл һарғылт төҫкә инә, унан әкренләп алһыуға мансыла башлай ҙа, кук йөҙөнә, алыҫтағы хәтәр янғын сағылышына оҡшап, сағыу шәмәхә ялҡын йәйелә. Ә. Хәкимов. Мейестең ҡапҡасын япмайым — землянкалағы ҡараңғылыҡта ялҡын сағылышы кинәнә-кинәнә бейей. Ш. Бикҡол. Яр буйында уҫкән ҡарағай, шыршылар һыуҙа шул саҡлы матур булып сағыла, ҡайһы саҡта шикләнеп ҡуяһың — ҡайһыһы быларҙың ысын ағастар ҙа, ҡайһылары — сағылыш. И. Абдуллин.
12*
339