САҒЫЛЫШ ТЕОРИЯҺЫ
4. Нимәнеңдер башҡа бер нәмәләге (мәҫәлән, уйҙағы, хыялдағы, ҡылыҡтағы) кәүҙәләнеше. □ Отражение. Кешенең эске донъяһының сағылышы. ■ Яҙ килтергән шатлыҡ, ҡыуаныстың кешеләр йөҙөндә сағылышы ла уның [Сәғиҙәнең] үҙенә күренмәне. М. Тажи. Ә ул, батырлыҡ төшөнсәһе, ныҡлабыраҡ ҡараһаң, тормоштоң һәр тармағында, кешеләрҙең бик куп төрлө эш-ҡылыҡтарында сағылыш таба бит. Н. Мусин. Тирә-яғыңдағы кешеләрҙең һиңә булған мөнәсәбәте — уҙ күңелеңдең сағылышы, ти Павел. Т. Ғарипова.
5. Ниндәйҙер хәлдең, булмыштың тасуири саралар менән һүрәтләнеше. □ Отражение, отображение, изображение. Тормоштоң әҙәбиәттәге сағылышы. Сағылыш табыу. ■ Әҫәрҙәге Закир образы объектив ысынбарлыҡтың әҙәбиәттә дөрөҫ сағылышы ул. Р. Байымов. Уның [Таңһылыуҙың] күңелендә бөрөләнеп сыҡҡан яҡты хисле, оптимистик әҫәрҙәр бәхетле тормоштоң матур сағылышы бул[ды]. М. Садиҡова.
6. Ниндәйҙер эш-хәлдең шауҡымы, тәьҫире. □ Воздействие, влияние. ■ Бөтә ерҙә байлыҡ, бәхетле тормош, тәртип күҙгә бәрелеп тора. Инде икенсе ай дауам иткән дәһшәтле һуғыштың сағылышы күренмәй ҙә. 3. Биишева. Шағирҙың Йәләлетдин хан-зада әмере менән зинданға ябылыуы ла шул аяуһыҙ ҡағиҙәнең сағылышы ине, күрәһең. Ә. Хәкимов.
7. фәлс. Аңдың тышҡы донъяны сағылдырыу үҙенсәлеге, объектив ысынбарлыҡты образдарҙа, төшөнсәләрҙә биреү һәләте. □ Отражение. Сағылыш категорияһы.
САҒЫЛЫШ ТЕОРИЯҺЫ (Р.: теория отражения; И.: theory of reflection; T: yansıma teorisi) и. фәлс.
Кешенең кисерештәре, күҙаллауҙары һәм төшөнсәләр әйләнә-тирәләге матди донъяны сағылдыра тигән фәлсәфәүи ҡараш. □ Теория отражения. Сағылыш теорияһы нигеҙҙәре. Сағылыш теорияһына таяныу. Сағылыш теорияһын өйрәнеү.
САҒЫМ (Р: мгла; И.: haze; foggage; T: buhar, sis) и.
1. Йәйге аяҙ көндәрҙә ер өҫтөнән земберләп күтәрелгән эҫе һауа; монар. □ Мгла, марево. ■ Күл аръяғындағы түбәлә емем тулҡынланып сағым уйнай. Ғ. Ғүмәр. Һары диңгеҙ өҫтөндә күкһел сағым бәүелә. Ғ. Аллаяров. Ә беҙҙең китә торған яҡта алыҫтарға һуҙылған урман, март ҡояшы аҫтында күм-күк сағымдарға күмелеп, тыныс ята. Д. Юлтый.
2. Офоҡ аръяғындағы алыҫ нәмәләрҙе күҙ алдына килтерә торған оптик күренеш (эҫе сүлдәрҙә һауа ҡатламдарының төрлө дәрәжәлә йылыныуы арҡаһында була). □ Мираж. Сағым күренеү. ■ Хыялында Гёте ғәрәп ҡом сахраларында гиҙә, оазистарына һоҡлана, ғәжәйеп сағымдарына тап була. Ғ. Хөсәйенов.
САҒЫМЛАНЫУ (сағымлан-) (Р: становиться мглистым; И.: become hazy; T: sislenmek) ҡ.
Сағым (1) менән ҡапланыу, монарланыу. □ Становиться мглистым; покрываться мглой. Һауа сағымланды. ■ Уйым китә алыҫ-алыҫтарға, сағымланған тауҙар башына. Д. Юлтый.
САҒЫНА ЕТЕҮ (сағына ет-) ҡ. ҡар. балиғ булыу. Сағына еткән ҡыҙ. Сағына еткән бала. Ғәлим дә сағына етте.
САҒЫР I (Р: вино; И.: wine; T: şarap) и. иҫк. ҡар. шарап.
1. Йөҙөм һутынан әсетелгән йомшаҡ иҫерткес эсемлек. □ Вино. Сағыр эсеү. Кы-ҙыл сағыр. Әсе сағыр.
2. Араҡы ҡушылған буҙа. □ Буза, смешанная с водкой. Сағырҙан баш әйләнеү. Сағыр башҡа сыҡты.
САҒЫР II (Р: прошлогодняя, высохшая на корню трава; И.: withered last year grass; T: geçen yılki kuru ot) и. диал.
1. Ҡау, ҡышлаған үлән. □ Прошлогодняя, высохшая на корню трава. Сағырлы бесәнде сабыуы ауыр.
2. бот. диал. һары сәрүәр ағасы. □ Жёлтая акация (лат. Caragana arborescens).
3. бот. диал. Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған ҡаты йәшкелт сыбыҡлы, ваҡ япраҡлы бейек үлән; күкһәүел. □ Полынь белая (лат. Artemisia absinthium).
340