Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 341


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САҒЫУ
■ Хәмдиә усаҡта сытырлап янған сағыр тәберҙәрен төҙәтте, һ. Дәүләтшина.
САҒЫР III (Р.: светлый; И.: light, bright; T.: açık) с. диал. ҡар. аҡһыл 1.
Асыҡ төҫтәге. □ Светлый. Сағыр төҫ. Сағыр болоттар. Сағыр кук йөҙө.
САҒЫР КҮҘ (Р.: зеленовато-голубые глаза; И.: greenish blue eyes; T: yeşil mavi gözler) и. диал.
1. Йәшкелт-күкһел күҙ. □ Зеленоватоголубые глаза. Сағыр куҙле егет. Сағыр куҙле ҡыҙ. Сағыр куҙле бала.
2. Таҫыр, аҡыш күҙ. □ Глаза навыкате, пучеглазый. Сағыр куҙҙәре менән текләп тора.
3. миф. Ышаныуҙар буйынса, күҙ тейҙереү һәләтенә эйә булған йәшкелт-зәңгәр күҙ. □ Зеленовато-голубые глаза (в мифологии: опасные, способные сглазить). ■ Зәңгәр куҙҙән, сағыр куҙҙән һаҡла. Имләүҙән.
САҒЫР-СОҒОР (Р: бурьян; И.: wild grass; T.: yabani ot) и. йыйн.
Төрлө ҡый үләндәре. □ Бурьян. ■ һуғыш йылдарында сағыр-соғор яғып йәшәнек. Экспедиция материалдарынан.
САҒЫУ I (саҡ-) (Р: высекать; И.: strike fire; T: kıvılcım çıkarmak) ҡ.
1. Саҡма, ҡорос һ. б. шуның кеүек ҡаты нәмәне бер-береһенә һыҙа һуғып, осҡон сығарыу. □ Высекать (огонь). Саҡма сағыу. ■ Ҡарт сиҙәмгә ултырҙы, кеҫәһенән саҡматаш сығарҙы, кескенә тимер киҫәге менән бер нисә ҡат сағыуы булды, кеҫәлә йөрөп, керләнеп бөткән мамыҡ киҫәге, өҫкә табан нәҙек төтөн ебе һуҙып, көйрәй башланы. Ғ. Лоҡманов. Шаһиморат,.. саҡма сағып, тәмәке тоҡандырып ебәрҙе. 3. Биишева. [Галип] хәнйәр сағып Урал таштарына, ялтыратып осҡон туҙҙырған. Б. Вәлид. • Ташты ташҡа саҡһаң, уты беленер. Әйтем.
2. Атыр өсөн сирттереү. □ Спускать курок. Мылтыҡ сағыу. ■ Тауышҡа өйҙән .. бабай килеп сыға, мылтығын сағып ебәрә. А. Ғирфанов.
3. диал. Ярыу (көнбағышты). □ Лущить (семечки). Әбейҙәр ишек алдында көнбағыш сағып ултыралар. ■ Мәрйә ҡыҙҙары ап-аҡ
ҡулъяулыҡҡа көнбағыш һалып сағып йөрөй. Ғ. Дәүләтшин.
САҒЫУ II (саҡ-) (Р: жалить; И.: sting; Т: sokmak, ısırmak) ҡ.
1. Теш йәки ҡаяу батырып, ағыу ебәреү (йылан-саянға, ҡортҡа ҡарата). □ Жалить, кусать. Ҡорт сағыу. Йылан саға. Һағыҙаҡ саҡты. Сағып бөтөрөу. ■ Кил, йылан, кил, миндә ус юҡ, һис ҡурҡма һин, кил дә саҡ. Ш. Бабич. Бәләкәй генә бал ҡорттарының айбарланып сағыуына туҙмәгән ҡарт айыуҙай булып, Баһауетдин ахырҙа сығып тайҙы. Ш. Янбаев. Бал ҡорттары айыуҙың еҫен һиҙеп һырып алалар, сағырға тотоналар. Әкиәттән. • Ҡорттоң сағыуы ла файҙаға. Әйтем. Ҡорт саҡмайынса бал булмай. Әйтем. Аяҡ аҫтынан саҡҡан йыландан һаҡлан, аяҡ аҫтынан сыҡҡан яланан һаҡлан. Мәҡәл. Бал тәмле лә, ҡорт саға. Әйтем. Йыланға юлдаш булһаң, ҡулың сағыр. Әйтем.
2. Оронған, ҡағылған саҡта ағыулап әсеттереү, әрнетеү. □ Жалить. Ҡесерткән саға. Саға торған медуза. ■ Тар һуҡмаҡ ситендәге кесерткәндәр аяғын саҡҡан һайын, Хәтирәнең асыуы ҡабара барҙы. Ф. Иҫәнғолов. [Зәйтунгөл] шырлыҡты йырып, бит-куҙенә, яланғас аяғы менән беләгенә сыбыҡ-сабыҡ һуғылыуына ла, кесерткән сағыуына ла ҡарамай, айыу осҡан соҡор яғына йугерҙе. Ғ. Хисамов.
3. кусм. һүҙ әйтеп рәнйетеү. □ Язвить, жалить. ■ [Рәхимә — Айбулатҡа:] Имаметдин белеп әйтә шул: «Ҡуйынығыҙҙа йылан аҫрайһығыҙ», — ти. Ысын шул, ҡайһылай ҡаты сағаһың. Һ. Дәүләтшина. Һинең телең бал ҡортондай саға зәһәр. Ҡ. Даян. • Саҡҡан — ултерер, маҡтаған — еткерер. Әйтем.
4. кусм. Ауыр кисереш тыуҙырыу, әсендереү; көйҙөрөү. □ Щемить, раздирать душу. ■ Тыңлайым мин .. ишетергә теләп әсәйем тауышын. Бер ен дә юҡ. Тып-тын. Йөрәгемде сағып алды әсә һағышы. К. Кинйәбулатова. Аңын ошо уй сағыуға, Маһинур торорға ынтылды ла тамағы сатнап ауыртыуҙан ҡабат анау төпһөҙ упҡынға осто. Ә. Хәкимов.
341