Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 342


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САҒЫУ
5. кусм. Ошаҡлау, кемдеңдер өҫтөнән һөйләү. □ Доносить на кого. Куршеһен сағыу. Хеҙмәттәше өҫтөнән сағыу. ■ Салих Степан бабайҙың: «Әҙемә төштөләрме икән ни? Ләкин кем саҡты икән? Кем?» — тигән һуҙҙәрен иҫләне. X. Мохтар.
6. миф. Шешекте бөтөрөү ысулы. □ Жалить (магический способ избавления от фурункулов). ■ Моряк булған кеше ике ташты йә ҡайраҡ менән бысаҡты алып сыға. Саҡҡанда ут сәсрәп китә, шул ут менән Ҡутыр эйәһе осоп китә. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
САҒЫУ III (Р.: яркий; И.: bright; Т.: parlak) с.
1. Күҙ сағылдырғыс; салт. □ Яркий (о свете и цвете). Сағыу нур. Сағыу балҡыу. Ҡояштың сағыу нурҙары. ■ Сағыу ҡояш көлә-көлә йәуһэр нурын ҡойғанда, йугерә-йугерә йыуа йыйҙым яҙғы йәшел урманда. А. Игебаев. Яҙҙың сағыу ҡояшы ҡышҡы йоҡонан уятҡан, йылы быу бөркөп ятҡан дымлы тупраҡҡа төшкәндә генә орлоҡ дәррәу шыта, тәрән тамырҙар ебәрә, буйға кутәрелә. Ш. Янбаев. Сағыу ҡояшта ҡылыс ҡындарының көмөшө, эйәр-әпсендәрҙең еҙ айылдары йымылдай. Ә. Хәкимов.
2. Яҡты, ҡояшлы. □ Солнечный, ясный. Сағыу көн. ■ Етмәһә, киң, бейек тәҙрәләрҙән тугелгән яҙ ҡояшының алтын нурҙары ла, йомшаҡ өйкөм болоттар менән биҙәлгән сағыу зәңгәр кук тә баянан бирле уны тышҡа саҡырып тора: «Яҙ етте бит, Емеш!»
3. Биишева.
3. Күҙгә ныҡ ташланған, асыҡ, баҙыҡ. □ Яркий, красочный. Сағыу төҫ. ■ Менәуәрә иһә ялан баш, биҙәк төшкән ситса кулдәк кейгән, яурынына .. сағыу биҙәкле боронғо шәлъяулыҡ һалған. Н. Мусин. Ҡайҙан килгән кешеләр генә юҡ был бер яғында сағыу витриналы магазиндар, ресторандар, кафелар теҙелеп киткән, икенсе яғында икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙ йәйрәп ятҡан һәм төрлө теплоходтар, катерҙар туҡтала торған портлы урамда! М. Садиҡова.
4. кусм. Үтеп инерҙәй, үткер (ҡарашҡа ҡарата). □ Острый, проницательный
(о взгляде). Сағыу ҡарашлы ҡатын. Сағыу ҡарашын миңә төбәне.
5. Яңғырауыҡлы, көслө; асыҡ (тауышҡа ҡарата). □ Звонкий, пронзительный (о звуке). Ъ Ул [Вәзир] ҡапҡанан инеу менән, асыҡ тәҙрәнән әсәһенең сағыу тауышы яңғыраны. М. Кәрим. Ул [Юлдаш] барып еткәндә, мәктәп алды балаларҙың сағыу тауыштары менән шаулап тора ине. 3. Биишева.
6. кусм. Асыҡлығы, көсө, тәьҫире һ. б. яғынан башҡаларҙан айырылып торған.
□ Яркий. Сағыу талант. Сағыу һәләт. ■ Ваҡыт утеп, миҙгелдәр, замандар алмашынған һайын, утә әһәмиәтле, ҡәҙерле, тетрәткес һымаҡ тойолған сағыу шәхестәр йылдар саңына кумелеп онотола, кешеләр иҫенән әкренләп-әкренләп юйыла бара. Я. Хамматов. Һәр хәлдә Белла һылыуҙың куңелендә ҡараҡай Фәриттең мәктәптән икәуһенең дә сумкаларын тотоп оҙата килгән саҡтар ғумеренең иң сағыу бер миҙгеле булып һаҡланған. М. Садиҡова. Мозыръ һәм Ҡалинковичи ҡалаларын азат итеу кавалерия тарихына сағыу биттәр булып инде. Р. Өмөтбаев.
7. кусм. Асыҡлығы, мәғәнәлелеге, ышандырыу көсө менән ныҡ тәьҫир иткән.
□ Яркий, убедительный. ■ Нәҫер, .. поэтик публицистика булараҡ, яңы прозаның сағыу, ҡабарынҡы башланғысы булды. Ә. Вахитов.
8. миф. Ҡара көстәрҙе ҡыуыусы, шул уҡ ваҡытта йәлеп итеүсе төҫ. □ Яркий (цвет, который отгоняет, но в то же время притягивает нечистую силу). Сағыу төҫ. ■ Башҡорт ҡатындары сағыу кейем, тәңкәле камзул, яға, ҡашмау менән яман көстәрҙән һаҡланған. «Башҡорт мифологияһынан.
САҒЫУЛАНЫУ (сағыулан-) (Р: становиться ярким; И.: become brighten, brighten; T.: parlamak) ҡ.
1. Сағыу булыу, сағыуға әйләнеү. □ Становиться ярким. Йәй ҡояш нурҙары сағыу лана. ■ Мин, .. сағыулана барған таң нурҙарына ҡарап ятам. Й. Солтанов.
2. Яңғырауыҡҡа, көслөгә әйләнеү. □ Становиться острым, проницательным. Егеттең тауышы сағыуланып киткән.
342