Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 343


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САҒЫШТЫРЫУ ДӘРӘЖӘҺЕ
САҒЫУЛАТЫУ (сағыулат-) (Р.: делать ярким что; И.: make smth bright; T.: parlatmak) ҡ.
Сағыу итеү, сағыуға әйләндереү. □ Делать ярким что. ■ Ҡояш та бит, төшөн еткерһә, сағыулата алтын нурҙарын. Й. Солтанов.
САҒЫУЛАУ (сағыула-) ҡ. ҡар. сағыулатыу. Һурәтте сағыулай биреу.
САҒЫШТЫРҒЫҺЫҘ (Р: несравнимый; И.: incomparable, unparalled; T: kıyaslanmaz, eşsiz) c.
Тиңләштереп, сағыштырып булмаҫлыҡ.
□ Несравнимый, из ряда вон выходящий. Сағыштырғыһыҙ дәумәлдәр. Сағыштырғыһыҙ хәл. Сағыштырғыһыҙ ҙур. ■ Һүҙебеҙ эштән айырылмаһын, бер яҡлы, бер һуҙле булып, тыуған төйәгебеҙҙе, уның сағыштырғыһыҙ матурлығын һаҡлау һәм ҡурсалау өсөн бар көсөбөҙҙө һалайыҡ! «Һаҡмар», 23 апрель 2013. Балаларыңдың шат йылмайыуын куреу, уларҙың һәр рәхмәте, куҙҙәрендә балҡыған осҡондар сағыштырғыһыҙ рәхәтлек бирә. «Йәшлек», 9 сентябрь 2008.
САҒЫШТЫРМА (Р: сопоставительный; И.: comparative; T.: karşılaştırmalı) с.
1. Төрлө күренештәрҙе сағыштырыуға нигеҙләнгән. □ Сопоставительный, сравнительный. Сағыштырма анатомия. Сағыштырма грамматика. Сағыштырма метод. ■ Мәскәүҙән килгән Рәсәй фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, профессор Анна Дыбо [үҙенең докладында] башҡорт теленең сағыштырма-тарихи фонетикаһының ҡайһы бер мәсьәләләренә туҡталды. «Йәшлек», 30 март 2010.
2. Сағыштырыу нигеҙендә төҙөлгән.
□ Относительный, сравнительный. Сағыштырма мәғлүмәт. Сағыштырма таблица.
3. Билдәле бер күләм, дәүмәл менән сағыштырылған. □ Удельный. Сағыштырма дымлылыҡ. Сағыштырма ауырлыҡ. Сағыштырма бейеклек. Сағыштырма оҙонлоҡ.
САҒЫШТЫРМАСА (Р: сравнительно; И.: comparatively; T.: karşılaştırmalı olarak) р.
Сағыштырып ҡарағанда. □ Сравнительно, относительно. Тәжрибә сағыштырмаса уңышлы утте. Сағыштырмаса алғанда,
эштәр һәйбәт бара. ■ Быйыл яҙҙың сағыштырмаса йылы килеүе куҙаллана. «Табын», 9 март 2013.
САҒЫШТЫРЫЛЫУ (сағыштырыл ) ҡ. төш. ҡар. сағыштырыу, страд, от сағыштырыу. Ике төшөнсә сағыштырылып анализланды. Ҡапма-ҡаршы куренештәр сағыштырылды.
САҒЫШТЫРЫУ (сағыштыр-) (Р: сравнивать; И.: compare; T: karşılaştırmak) ҡ.
1. Оҡшашлыҡ йәки айырмалыҡ кимәлен билдәләү өсөн нәмәләрҙе үҙ-ара ҡара-ҡаршы ҡуйыу. □ Сравнивать, сопоставлять кого-что. / / Сравнение, сопоставление. Сағыштырып ҡарау. Ике телде сағыштырып өйрәнеу. ■ Элекке тормошобоҙ менән хәҙерге көнөбөҙҙөң айырмаларын сағыштырып ҡарайбыҙ. Т. Йәнәби. Мәхмүзә, һуңғы экзаменға әҙерләнергә кәрәклеген дә онотоп, гел генә Сынтимер хаҡында уйланы, уны башҡалар менән сағыштырҙы, уның хаҡында куп нәмәләр белергә теләне. Ш. Янбаев. Башта уҡ яугир һөйләгәндәрҙе баҫма әҙәбиәттә сыҡҡан мәғлүмәттәр менән сағыштырып ҡараным, уларҙың ысынбарлыҡҡа тап килгәненә тамам инандым.
3. Ураҡсин.
2. Оҡшашлыҡ йәки айырмалыҡ йәһәтенән тиңләштереү; оҡшатыу. □ Сверять, сличать. // Сверка, сличение. Сағыштырып тикшереу. ■ Уларҙы [балаларҙы] мин сағыштырып барам Сәйҙелдәрҙә кургән гөл менән. Ғ. Сәләм. Шайморатов, ғәҙәтенсә, Биштәкә ауылы эргәһендәге урманды бындағы тәбиғәт куренеше менән сағыштырып, бала сағын уҙғарған ерҙәрҙе куҙ алдына килтерҙе, ғумере буйына әсе әрнеү тойғоһо ҡалдырған тәуге мөхәббәтен — Хәҙисәһен иҫенә төшөрҙө. Я. Хамматов.
САҒЫШТЫРЫУ ДӘРӘЖӘҺЕ (Р: сравнительная степень; И.: comparative degree; T: üstünlük derecesi) и. гром.
Сифаттарҙың һәм рәүештәрҙең бер һыҙатты икенсе менән сағыштырғанда яһалған дәрәжәһе. □ Сравнительная степень (прилагательных, наречий). Сифаттарҙың сағыштырыу дәрәжәһе -раҡ/-рәк, -ыраҡ/
343