САДА
-ерәк, -ораҡ/-өрәк ялғауҙары ярҙамында яһала: ҡатыраҡ, йәшерәк, сөсөрәк.
САДА [ғәр. (5^-»] (Р.: эхо; И.: echo; Т.: yankı) и. иҫк. кит.
1. Кире сағылған, ҡаҡсыған тауыш; шаңдау. □ Эхо. Сада тауышы.
2. Тауыш, ауаз. □ Звук, возглас.
■ Урамда шулай уҡ шау-шыу, шатлыҡлы садалар яңғырай. Б. Мирзанов. Сәскәләрҙән сада сыҡмай, йығастарҙан нида сыҡмай. Бәйеттән.
3. кусм. Күмәк фекерҙе белдергән һүҙ, күмәк фекер. □ Общественное мнение.
■ Һәр тарафта мәҙәниәт тигән сада. М. Ғафури.
4. муз. Музыкаль тауыш, көй. □ Музыкальный звук. Беренсе сада. Икенсе сада.
САДАҠӘТ [ғәр. и. иҫк. кит. ҡар. тоғролоҡ. ■ Эй фәсих, куп әҙәмдә садаҡәт ҡалманы. «Ғибрәтнамә».
САДАРӘ [ғәр. =>| (Р: руководитель; И.: leader, chief; T: yönetmen) и. иҫк. кит. ҡар. етәксе 1.
Баш булып идара итеүсе. □ Руководитель. ■ Уның дек сыҡманы садарә рә-сулдәр араһынан. М. Өмөтбаев.
САДАФ (Р: пуговица; И.: button; Т.: düğme) и. диал. ҡар. һиҙәп.
Кейем-Һалымға таға торған төймә. □ Пуговица. Иҙеу садафын элеу. Садаф өҙөлөу. Садафты элеу.
САДИЗМ [рус.] и. ҡар. садислыҡ. Садизм куренеше. ■ Ер шарын афәткә әйҙәгән наркомания, эскелек, аҙғынлыҡ, садизм, геноцид, терроризм кеуек куренештәрҙе булдырмау халыҡтың уҙенән генә тугел, иң беренсе, ил етәкселәренән тора. «Ағиҙел», № 7, 2010.
САДИР БУЛЫУ (садир бул-) [ғәр. >и-а] (Р: возникать; И.: appear; T: meydana gelmek) ҡ. иҫк. кит.
Барлыҡҡа килеү, ғәмәлгә, алға килеү. □ Возникать, образовываться, зарождаться, появляться. ■ Башҡорттарҙы казак итеу тураһында фарман садир булғас, бәғзе башҡорт ауылдары казак булыуҙан баш тартҡан. Хикәйәттән.
САДИР ИТЕҮ (садир ит-) [ғәр. (Р: создавать; И.: create; T: meydana getirmek) ҡ. иҫк. кит.
Барлыҡҡа килтереү, ғәмәлгә ашырыу. □ Создавать, творить. Ҡанун садир итеу.
САДИСЛЫҠ (садислығы) (Р: садизм;
И.: sadism; T.: sadizm) и.
1. Үҙ енси тойғоһон ҡәнәғәтләндереү өсөн башҡа енес кешеһенә әрнеү яһап, уны интектереү теләгенән ғибәрәт енси боҙоҡлоҡ. □ Садизм. Садислыҡ һыҙаттары.
2. Йыртҡыстарса язалауға, интектереүгә булған ләззәт, нормаль булмаған теләк; залимлыҡ, йыртҡыслыҡ, ҡанһыҙлыҡ. □ Садизм. Садислыҡ куренештәре. Садислыҡ касафаты. Садислыҡ ауырыуы.
САДИСТ [рус.] (Р: садист; И.: sadist; Т: sadist) и.
Садислыҡҡа ныҡ бирелгән кеше. □ Садист, садистка. ■ Илғужа ла бер аҙға йомшарып китте, шулай ҙа тамағына тығылған ҡаты төйөндө көсәнеп йотоп ебәрҙе лә: «Уларға [егеттәргә] инәлмә, Гөлшан, — тине. — Улар— садистар». Д. Бүләков.
САДӘ [фарс. ûûU] (Р: простой; И.: simple; T.: sade) с. иҫк. кит.
1. Ябай, еңел; ҡатмарлы түгел. □ Простой, несложный. Садә эш. Яҙыусының теле садә. ■ Төрөк әҙәбиәте, төрөк телендәге фәнни китаптар һәм романдар, боронғо ислам мөхәррирҙәренең мәшһур әҫәрҙәрен уҡыу менән ғумеремде уткәрә башланым. Шулар арҡыры дини исламдың асылы нәмәләрҙән ғибарәт булғанын, уның садә вә ғадилеген өйрәндем. М. Ғафури. Тохфәт Йәнәбиҙең .. яҙғандары ғәҙәттән тыш садә, аңлайышлы. И. Насыри.
2. Эскерһеҙ, хәйләһеҙ, саф. □ Добродушный, простодушный, доверчивый. Садә куңел. Садә кеше. Үҙеңде садә тотоу.
САДӘЛӘШЕҮ (садәләш-) (Р: упрощаться; И.: become simple; T.: sadeleşmek) ҡ. иҫк. кит.
Ябайлашыу. □ Упрощаться. ■ Шул [1848] йылдан башлап, Рәсәйҙә почта эше бер аҙ садәләшә башланы. Ғ. Ғисмәти.
САҘАҒАН (Р: пожилой; И.: elderly; Т.: ihtiyar) с. диал. ҡар. оло 2.
344