САЖИН
Ҡарт, оло йәштәрҙәге. □ Пожилой. Саҙа-ган ҡарттар. Саҙаған бабай. Саҙаған мал.
САҘАҠА [ғәр. (Р.: приношение (служителям культа); И.: heave-ofFering; T.: sadaka) и. дини.
1. Алла исеменә төбәп, доға ҡылдырып биргән нәмә; хәйер. □ Приношение (служителям культа). Саҙаҡа биреу. Саҙаҡа алыу. ■ (Тәңкәбикә — Дәруишкә:] Яҡшы хәбәрең осон, изге кеше, саҙаҡа итеп, көтөуемдән үҙеңә оҡшаған йылҡыны һайлап ал. М. Кәрим. Хөрмәтле юлдаштарым, мин доғаны саҙаҡа өсөн уҡыманым, — тип әйтергә ашыҡты Алдарбай. Н. Мусин. • Саҙаҡаһына курә до-гаһы. Әйтем. Һуҙенә курә яуабы, саҙаҡаһына курә һауабы. Әйтем.
2. Мохтаждарға үҙ теләгең менән бирелгән аҡсалата (кейем-һалым, аҙыҡ һ. б.) ярҙам. □ Подаяние, милостыня. Саҙаҡа алыу. Саҙаҡа биреу. ■ Шәриф, бына был да бер кәсеп икән, тағы бер аҙ булмаҫмы тип, икенсе өйҙәргә лә кереп, бер йәһәттән эш һорап, икенсе яҡтан саҙаҡа һоранып, бер аҙ нәмәләр йыйҙы. М. Ғафури.
САҘАУНИК (саҙаупигы) (Р: лукошко;
И.: bast basket; T.: sepet) и. диал. ҡар. тубал.
Ҡабыҡтан киң һәм түңәрәк йәки оҙонса итеп яһалған һауыт. □ Лукошко. Бер саҙауник бойҙай. Саҙауникка алма йыйыу. Саҙауник яһау.
САҘУҠ (саҙуғы) [рус. садок] (Р: палисадник; И.: front garden; T.: küçük bahçe) и. диал.
1. Өй артындағы баҡса. □ Палисадник. Саҙуҡта ял итеу. Саҙуҡҡа емеш-еләк ултыртыу. Саҙуҡта сәскәләр уҫә.
2. Эре ағас өйкөмө. □ Большая купа деревьев. Саҙуҡлы урын. Саҙуҡҡа килеп етеу. Саҙуҡ төбөндә ултырыу.
САЖ (Р: подражание шипению масла на горячей сковороде; И.: sound imitative word; T.: cızır cızır) оҡш.
Ҡыҙған майлы табаға ниҙер һалғанда йәки етеҙ хәрәкәт менән ниҙер ҡырҡҡанда, ышҡығанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание шипению масла на горячей сковороде, визгу, свисту. Саж итеу. Саж итеп ҡалыу.
САЖ ДА СОЖ оҡш. ҡар. саж-сож. Саж да сож балыҡ ҡурыу. Саж да сож ҡоймаҡ ҡойоу. Саж да сож бесән сабыу. Саж да сож саңғы шыуыу. Саж да сож сыбыҡ һелтәу. ■ Салғы саж да сож итә, ысыҡлы улән .. тигеҙ булып һуҙылып ҡала. И. Абдуллин. Марковна, биҙрәһен саж да сож яңғыратып, аҙбар алдында һыйырын һауа башлағайны инде. Д. Исламов. Аласыҡ эсе мунса кеуек эҫергән, Зөләйхә инәй ысынлап та саж да сож ҡоймаҡ ҡоя. Й. Солтанов.
САЖИН [рус. сажень] (Р: сажень; И.: Russian fathom; Т.: sajen) и. иҫк.
1. Метрик системаны индергәнгә тиклем ҡулланылған, 2,13 метрға тигеҙ булған элекке оҙонлоҡ үлсәү берәмеге. □ Сажень. / Саженный, сажённый. ■ Янғантауҙың көньяҡҡа ҡараған иң бейек тубәһенән сажин буйлы ир-егет атлай. Ф. Әсәнов. [Иҫәкәйҙә] сажин бейеклек кәуҙә, киң кук-рәк, текә яурындар, имәнде төбө-тамыры менән йолҡорҙай көс. Н. Мусин. Аҙаҡ, [Хаммат] уҫеп етеп, сажин кәуҙәле, бөркөт ҡарашлы ир булып еткәс, уның менән көрәшеп, көс һынашып ҡарарға батырсылыҡ итеуселәр һирәк булды. 3. Биишева.
2. ҡар. сажин таяғы. Сажин менән ер улсәу. ■ Бригадир Ғәлекәй, сажинын өйләндереп, урылған ерҙәрҙе улсәп йөрөй ине. Яр. Вәлиев. Бер ҡараһаң, ул [Булат] бирелеп китап уҡый, икенсе ҡарағанда, ең һыҙғанып трактор ремонтлаша йә механизаторҙарға донъя хәлдәрен һөйләй; сажинын уйнатып ер улсәргә лә, отчёт алып барырға ла өлгөрә. Т. Килмөхәмәтов.
3. Нимәнеңдер шул үлсәүгә һалынған күләме (ғәҙәттә, һандар менән курһәтелә). □ Сажень. ■ Бер ун сажиндар самаһы эскә инеугә, боҙ сатырлап ярылды; мин бер аяғым менән һыуға батып та сыҡтым. Д. Юлтый. Бәйгегә һөҙөмтә яһағанда, Ғәлиәхмәт купме ҡарыулашмаһын, беренсе урын Ирназарҙан егерме-егерме биш сажин артта ҡалып килгән Дауытҡа бирелде. Ә. Хәкимов. Әлтәф ҡарттың куҙенә, ауылдың ҡапҡаһынан урамға килеп инеу менән, йөҙ сажиндар алыҫлыҡтағы ҡайнашҡан халыҡ
345