САЖИН ҠЫРҠЫУ
төркөмө төртөлдө. Ғ. Хәйри. • Бер сажин ер, өс сажин кәфен етә. Әйтем.
САЖИН ҠЫРҠЫУ (сажин ҡырҡ-) (Р.: заготавливать дрова; И.: store up firewood; T.: odun hazırlamak) ҡ.
Ошо үлсәм күләмендә утын әҙерләү; әрҙәнә ҡырҡыу. □ Заготавливать дрова (длиной в сажень). ■ Аҡбулат ҡарт ғүмер буйы сажин ҡырҡҡан да ҡыуғын ҡыуған. Әкиәттән.
САЖИНЛАУ (сажинла-) (Р.: мерить саженью; И.: fathom; T.: sajenle ölçmek) ҡ.
Сажинға (1, 3) һалыу. □ Мерить саженью. Сажинлап ер үлсәү. Сажинлап сығыу. Сажинлап ҡарау. ■ Минең атайымдың төп һәнәре тауҙан сажинлап таш сығарыу һәм таштан нигеҙ, келәт һалыу ине. Т. Йәнәби.
САЖИНЛЫ (Р: длиной в ... сажени(ей); И.: ... Russian fathom long; T.:... sajen uzunluğunda) с.
Күпмелер сажинға (1) тиң. □ Длиной в ... сажени(ей), равный ... саженям. ■ Ябалаҡлап яуған епшек ҡарҙан өҫтө ап-аҡ Насретдин сажинлы ҡулдары менән Са-лихты күкрәгенә ҡыҫты. Ғ. Хисамов. Егет инде хәтһеҙгә йырағайып та бара — уға йөҙ илле сажинлы сабынлыҡтың башына етергә лә күп ҡалмаған. В. Исхаҡов.
САЖИН ТАЯҒЫ (Р: сажень (палка длиной в сажень); И.: measuring stick; T.: sajen (sajen uzunluğundaki sopa) и. иҫк.
Сажинға тигеҙ үлсәү ҡоралы. □ Сажень (палка длиной в сажень). Сажин таяғы менән үлсәү. ■ Хисапсы тигәнебеҙ кисҡорон ғына килеп урай ҙа бер ер башына сәнсеп киткән сажин таяғы янына туҡталып: «Ағайҙар, нисә круг бирҙегеҙ бөгөн?» — тип белешә. Й. Солтанов. Шаҡай менән атаһы .. ишек алдына сыҡҡан да пландарының яртыһын алыр өсөн сажин таяғы менән үлсәп йөрөй икән, ти. Әкиәттән.
САЖЛАП (Р: быстро; И.: rapidly; Т.: çabuk çabuk) р.
Тиҙ, етеҙ. □ Быстро, проворно. Сажлап китеп барыу. Сажлап килеп етеү. ■ Тимер-бетон күпер, ҡотороп, сажлап аҡҡан һәм ағымға осраған бер нәмәне алып киткән болғансыҡ һыу диңгеҙе эсендә, бөтә торо
шо менән ағымдың ҡаты һәм үлсәүһеҙ ҙур көслө һуғыуы аҫтында ултыра ине. Б. Дим. [Ильяс] ҡараһа, ни күрһен — йөҙ-йөҙ илле метр йыраҡлыҡта ғына ҡалған поезд, сажлап, был яҡҡа ҡарай елдерә. В. Исхаҡов.
САЖЛАТЫП (Р: быстро; И.: briskly; Т.: çabuk) р.
Етеҙ, тиҙ. □ Быстро, проворно. ■ Көн ярымлыҡ юлды бер аҙнаға һуҙып, икенсе аҙнаның тәүге көнө ингән иртә менән сажлатып, Өфөгә лә килеп индек. С. Агиш.
САЖЛАТЫУ (сажлат-) ҡ. йөкм. ҡар. сажлау, понуд. от сажлау. Сажлатып балыҡ ҡурыу. Сажлатып ҡоймаҡ ҡойоу. Сажлатып утын бысыу. ■ Башҡорттар ҡылыстарын ҡынынан сажлатып һурып алды. Ә. Ихсан. Сажлатып һауа киҫеп килгән пулялар, үҙҙәренә махсус бер биҙәк яһап, тау итәгенә ҡойолдолар. И. Насыри. Пар ат егелгән ике сананы сажлатып, өс кеше килеп туҡтаны. һ. Дәүләтшина.
САЖЛАУ (сажла-) (Р: издавать звук шипения; И.: make a hissing sound; T.: cızırdamak) ҡ.
Саж итеү, саж-сож килеү. □ Издавать звук шипения, шумного кипения, свиста, визга (например, при взмахивании кнутом, прутом или при косьбе сена). Самауыр сажлай. ■ Балта сапҡан, бысҡы сажлаған, ҡаҙау ҡаҡҡан тауыштар яңғырай. А. Карнай. Өҫтөнән майҙары ағып торған ҙур балыҡ киҫәктәренең сажлаған тауышы, өйгә таралған тәмле еҫ Еимайҙың аппетит ҡылдарын тирбәттеләр. И. Насыри. Табала сажлап майлы ҡоймаҡ бешә, ти. Әкиәттән.
САЖ-СОЖ (Р: подражание шипению масла на сковороде, свистящему звуку, визгу; И.: onomatopoeic word; T: cızır cızır) оҡш.
Ҡабат-ҡабат саж иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание шипению масла на сковороде, свистящему звуку, визгу (например, при взмахивании кнутом, прутом или при косьбе сена). Саж-сож утын бысыу. Сыбыҡ менән саж-сож һыҙырыу. Н Ҡорбан йолаһын башлап, бәһлеүән кәүҙәле биш салғыр оҙон бысаҡтарын ҡайраҡ ташҡа саж-сож ышҡып торғанда, Аҡтау мороно тәңгәленән балаҫтай ғына ҡара болот шылып килеп
346