Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 347


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САИЛСЫ
сыҡты. 3. Ураҡсин. Алһыу сәскәле кулдәгенең еңдәрен терһәгенән дә юғары итеп һыҙғанып ебәргән Зөлфиә саж-сож килтереп мейес алдында белен бешерә. Ф. Әсәнов. Йәй тиһәң — лар-лар арба, ҡыш тиһәң — саж-сож сана; кем тиһәң — Рәләр, киләләр ҙә беҙгә керәләр, — тип таҡмаҡлаған ҡарсыҡ уҙенең көр тауышы менән. М. Садиҡова.
САЖЫЛДАТЫУ (сажылдат-) ҡ. йокм. ҡар. сажылдау, понуд. от сажылдау. Сажылдатып ҡоймаҡ ҡойоу. Сажылдатып балыҡ ҡурыу. Сажылдатып бысҡы игәу. Сажылдатып утын бысыу. ■ Ул арала пар ат егелгән ике сананы сажылдатып, өс кеше килеп туҡтаны. Һ. Дәүләтшина. Сажылдатып ҡырҡа егет ҡоросто. X. Түләкәев.
САЖЫЛДАУ (сажылда-) (Р.: шипеть;
И.: hiss; T.: cızırdamak) ҡ.
Саж-сож итеү, саж да сож килеү. □ Шипеть, визжать, свистеть. Сажылдап табала ҡоймаҡ бешә. Самауыр сажылдап ҡайнай. Сарлағанда балта осҡон сығарып, сажылдап тора. ■ Ул [егет], бөтә көсөн һалып, осҡан уҡтай алға ынтылды. Саңғылар ҙа нығыраҡ сажылданы. Ә. Байрамов. Сажылдап парҙар кутәрелә, ә ҡыҙыл әләмдәр, әйтерһең, яландарға йән индергән кеуек, вышкаларҙы алҡышлайҙар — мөһабәт елберләйҙәр һәм шунда Әхмәтгәрәй Йәнбулатовтың йөрәге сикһеҙ шатлыҡ, көс менән тула. А. Карнай.
САЗ [фарс. >->] (Р.: саз; И.: saz; T.: saz) и. муз.
1. Кавказда, Иранда, Афғанстанда һ. б. көнсығыш илдәрендә киң таралған ҡыллы музыка ҡоралы. □ Саз (струнный щипковый музыкальный инструмент, распространённый у народов Кавказа, Ирана, Афганистана и стран Востока). Саз уйнау. mAh, тағы унда берәуһе сирттерә моңло сазын. Д. Юлтый. Ҡайҙалыр ҡаланың ситендә барабан ҡағалар, саз уйнайҙар, ҡапыл-ҡапыл гөрләп, һеуләп ҡысҡырған тауыштар ишетелеп ҡуя. А. Таһиров. Урал тауҙа ғына купме шишмә! һәр береһе сеңләп кенә торған сазмы ни! Н. Нәжми.
2. кусм. Йыр, моң. □ Лира, муза. ■ Бәхеттең наҙы китте, сазы килде. Ш. Бабич. Саз ине йәш куңелемә һәр бер тә
биғәт лауҙары. Д. Юлтый, һандуғастар, ҡанаттарын ҡағып, саз тарттылар, һунер-һунмәҫ кенә иренеп янған йондоҙҙар ҡапыл ғына нурланып тулҡынланырға, йылмайырға тотондолар. И. Насыри.
3. миф. Элекке баҡсыларҙың әруахтарҙы саҡырыу өсөн ҡулланылған музыка ҡоралы. □ Саз (мифологизированный музыкальный инструмент, применяемый древними знахарями для вызывания духов-помощников).
САЗАН и. зоол. диал. ҡар. һаҙан. Сазан урсетеу. Сазан тотоу. Сазан ыуылдырығы.
САЗ ДҮҢГӘГЕ (Р: кочка; И.: tussock, hassock; T.: tümsek) и. диал. ҡар. түңгәк.
һаҙлыҡта, түбән урында сурайып торған өҫтө үләнле бәләкәй генә урын, ер. □ Кочка. Саз дуңгәгендә ҡоштар йөрөй. Саз дуңгәген-дә йәп-йәшел улән сыҡҡан.
САЗ ЖИМЕШ (Р: клюква; И.: cranberry; T.: frenküzümü) и. бот. диал. ҡар. мүк еләге.
Ялтырап торған мәңге йәшел ваҡ япраҡлы, алһыу суҡ сәскәле, ергә түшәлеп үҫкән ҡыуаҡ һәм унда үҫкән емеш. □ Клюква (лат. Oxy coccus). Саз жимеш йыйыу. Саз жи-меш ашау. Тәмле саз жимеш.
САИБ I [ғәр. »] (Р: правильный; И.: correct; T.: dürüst) с. иҫк. кит. ҡар. дөрөҫ.
Хатаһыҙ, яраҡлы. □ Правильный. Саиб ҡылыҡ.
САИБ II [ғәр. (Р: как, точно; И.: just, exactly; T: sanki, gibi) бәйл. иҫк. кит. ҡар. нэк.
Хас, кеүек. □ Как, точно. ■ Яҡын дуҫтар, туғандар ҡастылар яндан, саиб дошман. Б. Мирзанов.
САИЛ [ғәр. Jjb ‘теләнсе’] (Р: милостыня; И.: alms; T: tek sadaka) и. иҫк. кит. ҡар. хәйер.
Алла исеменә төбәп, доға ҡылдырып биргән нәмә; хәйер. □ Милостыня, подаяние. ■ Саил һорап, яланғастан кейем теймәй, уҙенә юҡ — кешегә ни бирһен инде. Ш. Әминев.
САИЛСЫ (Р: попрошайка; И.: beggar, canter; T.: dilenci) и. иҫк. кит. ҡар. хәйерсе.
347