САЙ
Хәйер һораусы; теләнсе. □ Попрошайка, нищий. ■ Бирһәләр бер һыныҡ икмәк, саилсы шатлана. С. Яҡшығолов.
САЙ I (Р.: сухое русло реки; И.: dry river bed; dry creek; T.: nehrin kuru yatağı) и.
1. Ике тау араһы, тәрән соҡор; уй. □ Сухое русло реки, суходол; низменность, низина. ■ Сылтыр-сылтыр йүгерә ҡар һыуҙары уйһыу ергә, оҙон сайҙарға. Т. Йәнәби. Һәр ваҡыт һыу тулы булыр тәрән сайҙа. М. Ғафури. Ҡамыш араларында быжҡылдашыусы һуна, сүрәгәйҙәр, томбойоҡтарҙа, сай араларында буталған ҡашҡалаҡтар, ҡашыҡморондар, сумғалаҡтар һунарсыларҙың түҙемлеген минут һайын нығыраҡ ҡаҡшата. Т. Килмөхәмәтов. Ҡараһаҡал сапҡан юл ҡайҙа? Әллә уның үткер ҡылысы ла һынды микән һуғышып был сайҙа? Халыҡ йырынан. • Яман сайға һыу төшһә, кисеү бирмәҫ үтергә. Мәҡәл.
2. Ике тау араһындағы бил. □ Седловина горы. Сайҙан барыу. Сайҙа еләк йыйыу. Сайҙа ағастар үҫә.
САЙ II (Р.: вид водорослей; И.: algae species; T.: yosun) и. диал. ҡар. ылымыҡ.
һыуҙың һай ерендә үҫкән оҙон һыу үҫемлеге. □ Вид водорослей. Сай баҫҡан урын. Сай баҫыу. ■ Күлдең көмөш һыуын сайҙар баҫҡан, һайыҡҡан ул. Ғ. Әмири.
САЙ III и. диал. ҡар. ләм I, 1. Сай менән ҡапланған һыу төбө.
САЙ IV и. диал. ҡар. сайынды 2. Сайҙы түгеү. Күҙ тейеүҙән сай менән бит-ҡулды саялар.
САЙ V и. диал. ҡар. сәй 3. Сай эсеү. Сай яһау. Һөтлө сай. Шәкәрле сай.
САЙ VI (Р.: ой!; И.: oh ту!; Т.: оһ!) оҡш.
Ҡурҡыуҙан йәки башҡа берәй сәбәптән ҡапыл ҡысҡырғанды белдергән һүҙ. □ Ой! Сай итеп ҡалыу. ■ Гөлшан ҡапыл башын бәрҙе. .. «Сай!» итеп, шунда эргәһендә тура килгән һике кеүек нәмәгә сүгәләне. Д. Бүләков.
САЙБАН [фарс. (Р: шатёр; И.: wall tent; T.: çadır) и. иҫк. кит.
1. Һыу үткәрмәй торған беше туҡыманан йәки кейеҙҙән, тиренән ҡаҙыҡтарға тарттырып киреп, елдән, ямғырҙан ышыҡланыу,
ваҡытлыса тороу өсөн эшләнгән еңел ҡоролма; сатыр (I, 1). □ Шатёр. ■ Ер-һыу өсөн ваҡиғалар булды. .. Һуңынан ике йәнептән моҡабил булдылар, сайбандар ҡорҙолар. «Башҡорт шәжәрәләре»нән.
2. һөжүмдән һаҡланыу өсөн төҙөлгән хәрби ҡоролма; нығытма. □ Укрепление, крепость. ■ Боронғо башҡорттар үҙ ерҙәрен дошман ябырылыуынан һаҡлау өсөн урҙар уйҙырып, сайбандар ҡороп, хәүеф-хәтәр килеүе хаҡында хәбәр биреп торорға тау баштарында тамдар ҡуйып йәшәгәндәр. Ғ. Ибраһимов.
САЙБАТА (Р: грязнуля; И.: sloppy Joe; T.: pis adam) и. диал. ҡар. әрпеш.
Бысраҡ кеше. □ Грязнуля. Сайбата булыу. Был бала бигерәк сайбата. Сайбата, кейемеңде бысратып бөткәнһең бит!
САЙҒА (Р: острога; И.: fish spear; T.: zıpkın) и. диал. ҡар. һалдау.
Осо ырғаҡлы бер нисә асанан торған балыҡ сәнсеү ҡоралы. □ Острога. Балыҡсы сайғаһы. Сайға менән сәнсеү.
САЙҒАҠ I (сайғағы) (Р: сайга; И.: saiga antelope; T.: sayga) и. зоол.
Ҡыуыш мөгөҙлөләр ғаиләһенә ҡараған, ҡуш тояҡлы, көйшәүсе дала хайуаны (антилопаның бер төрө). □ Сайга, сайгак (лат. Saiga tatarica). Мөгөҙлө сайғаҡ. Инә сайғаҡ. Ата сайғаҡ. ■ Сәхрәләй ерҙәр тора-бара йәшеллеккә һараныраҡ татырлы, текә һыртлы, ялаҡ яланлы яҡтар менән алышынғылай башланы, һырт буйҙарында субырынды мал һуҡмаҡтары, ҡолан, сайғаҡтар эҙе, өйөр йылҡылар юлы күренә торҙо. F. Хөсәйенов.
САЙҒАҠ II (сайғағы) (Р: балка пола; И.: tie beam; T.: taban kirişi) и. диал.
1. Иҙән өрлөгө. □ Балка пола. Сайғаҡ бысыу. Сайғаҡ һалыу. Сайғаҡ өсөн ағас алып ҡайттылар.
2. Иҙән таҡтаһы. □ Половая доска. Сайғаҡ түшәү. Сайғаҡты буяу. Сайғаҡтары һелкенеп ята.
САЙҒАҠ III (Р.: мелкий; И.: shallow; Т.: sığ) с. диал. ҡар. һай.
Өҫкө кимәлдән аҫҡы кимәлгә тиклемге араһы бәләкәй, тәрән түгел (һыуға, соҡорға
348