Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 349


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САЙҠАЛЫУ
ҡарата). □ Мелкий. Сайғаҡ диңгеҙ. Сайғаҡ соҡор. Йылғаның сайғаҡ урынынан сыҡ.
САЙҒАҠЛАУ (сайғаҡла-) (Р.: заострять; И.: make pointed; T: sivriltmek) ҡ. диал. ҡар. ослау.
Нимәнеңдер башын нәҙек итеп ослау.
□ Заострять. Каҙыҡ сайғаҡлау. ■ Уғын осло сайғаҡлап, аҡ толпарға атлана. Бәйеттән.
САЙҒАРА с. диал. ҡар. сая I. Сайғара ҡатын. Сайғара егет. Ул сайғараның алдына сығырмын тимә.
САЙҒАШЫУ (сайғаш-) (Р.: пререкаться; И.: come to words with smb; T.: ağız kavgası yapmak) ҡ. диал. ҡар. телләшеү.
Ҡаршы һүҙ әйтеү, ҡаршы әйтешеү.
□ Пререкаться. Ололар менән сайғашыу. Бала сайғаша башланы. Сайғашып тороу.
САЙДА [рус.] (Р: сайда; И.: haddock; Т.: mezgit balığı) и. зоол.
Трескалар ғаиләһенә ҡараған диңгеҙ балығы. □ Сайда (лат. Pollachius virens). Сайда консерваһы. Сайда Балтик диңгеҙендә осрай. Сайда бешереу.
САЙ ҘА САЙ (Р: подражание многократным громким крикам; И.: onomatopoetic word; T: çığlık sesi) оҡш.
Ҡабат-ҡабат сай иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократным громким крикам. Сай ҙа сай килеп ҡысҡырышыу. ■ Улар [малайҙар] сисенделәр ҙә сай ҙа сай ҡысҡырышып һыу инергә тотондолар. Ж. Кейекбаев.
САЙҘАУ I и. диал. ҡар. сай I. Сайҙауҙан барыу. Сайҙауҙа утлап йөрөгән мал. ■ Айыуғолаҡ, .. сайҙауға сығып, ҡороғон ҡылтыратты, йугәнен шылтыратты, ти. Әкиәттән.
САЙҘАУ II (Р.: пряжка; И.: buckle; Т: toka) и. диал. ҡар. таралғы.
Ҡайыш, айыл кеүек нәмәләрҙең башына ҡуйылған тимер эләктергес. □ Пряжка. Ҡайыш сайҙауы. Айыл сайҙауы. Еҙ сайҙау.
САЙҘАУ III (сайҙа-) ҡ. диал. ҡар. сайҡау II. Кер сайҙау. Ҡулды сайҙау. Сайҙап алыу.
САЙКА [рус.] (Р: сайка; И.: roll of bread; T.: küçük francala) и. кул.
Тәм-том ҡушып бешерелгән аҡ икмәк. □ Сайка. Сайка бешереу. Тәмле сайка. Йөҙөмлө сайка.
САЙҠАЛҒАН ҺЫУ и. миф. ҡар. сайынды 2. ■ Сайҡалған һыуҙы кеше йөрөмәгән ергә сығарып тугәләр. Экспедиция материалдарынан.
САЙҠАЛДЫРЫУ (сайҡалдыр) (Р.: раскачивать; И.: sway; T: dalgalandırmak, sallamak) ҡ.
1. Тыныс һыу өҫтөндә тулҡын барлыҡҡа килтереү; тулҡындырыу. □ Раскачивать. Кулде сайҡалдырып, биҙрә менән һыу алыу.
■ Белла бөгөн көнө буйына куңелен диңгеҙҙе сайҡалдырған дауыл кеуек ярһытҡан кисерештәрен асып һалыуҙан тыйылып ҡалды. М. Садиҡова.
2. Ниндәйҙер көс тәьҫир итеп төрлө яҡҡа һелкендереү, ҡуҙғатыу; бәүелтеү. □ Качать, раскачивать. Арба сайҡалдыра. Вагон сайҡалдыра. Кәмәне сайҡалдырып ел иҫә.
■ һалҡын һауа ағымы бер аҙҙан купереп уҫкән улән баштарын сайҡалдырҙы, йылынып ҡына йоҡлап ятҡан ҡуян балаһын уятты. Ғ. Хисамов. Кискә табан ҡоро улән һабаҡтарын сайҡалдырып көньяҡтан дымлы ел иҫә башланы. Ғ. Лоҡманов.
3. Көс ҡулланып йәки ауырлыҡ менән һелкетеү, ҡуҙғатыу; ситкә ауышайтыу, бәүелтеү. □ Качать, раскачивать. Ағасты сайҡалдырыу. ■ Ҡарағастарҙы сайҡалдырып, баш осонан әллә ниҙә бер йә самолёт, йә вертолёт осоп уҙһа ла, ғифрит кургәндәй, иҫ-аҡылдан яҙыр хәлгә етешә торғайныҡ. С. Шәрипов. Кинәт кенә ку-тәрелгәндәй, киҫмә ел ағастарҙы аяуһыҙ сайҡалдыра башланы. Ә. Хәкимов.
4. кусм. диал. ҡар. тулҡындырыу 2. Куңелде сайҡалдырыу.
САЙҠАЛТЫУ (сайҡалт-) ҡ. ҡар. сайҡалдырыу. Ел һыу өҫтөн сайҡалта. Ағасты сайҡалтыу. Кәмәне сайҡалтыу.
САЙҠАЛЫУ I (сайҡал-) (Р: качаться; И.: sway; T: dalgalanmak, sallanmak) ҡ.
1. Тыныс һыу өҫтө тулҡынланыу. □ Качаться, раскачиваться, плескаться. Диңгеҙ сайҡала. Кәмә сайҡала. ■ Еуешуҙән уйпатлығында йыйылған даръя элеккенән дә
349