САЙҠАЛЫУ
киңерәк булып, ғәжәп ҙур көҙгөләй, йәйрәп сайҡалып ята. Р. Байымов. Алҡынып, тулҡынып, ал-ял белмәй сайҡалып ятҡан икһеҙ-сикһеҙ һыуҙы кургәс: «Ошо була инде диңгеҙ, Мәҙинә», — тине Әптеләхәт. Т. Ғарипова. Аҫта сайҡалған йәшел диңгеҙ, армыт-армыт булып һуҙылған тау теҙмәләре, бормаланып-бормаланып аҡҡан йылғалар ни тиклем генә мөһабәт куренмәһен, Аҡсәсәктең ҡуҙғалған йөрәген тынысландыра алманы. Ш. Янбаев.
2. Ниндәйҙер көс тәьҫиренән төрлө яҡҡа һелкенеү, ҡуҙғалыу; бәүелеү. □ Колыхаться. Дала ҡылғаны елгә сайҡала. Флаг елгә сайҡала. ■ Юл буйҙарында һарғайған улән-дәр, буш башаҡлы елбәҙәк ҡамылдар эйелеп-бөгөлөп елгә сайҡала. Яр. Вәлиев. Өлгөрөп килгән арыш баҫыуҙары, туҡ башаҡтарының ауырлығына маһайғандай, әкрен иҫкән елгә, иренеп кенә сайҡалып, ҡыштырлашалар. Д. Исламов. Аҫта киң, ҡеуәтле йылға, ҡояшҡа әле бер, әле икенсе ҡабырғаһын ҡуйыусы януарҙай, ялҡау ғына тулғанып ята, йыуан таяуҙарға ултыртылған баҫмалар теҙелеп киткән, һәр береһенең ҡабырғаларында ишкәкле ҡайыҡтар һәм елкәнле кәмәләр сайҡала. Б. Рафиҡов. • Тирәк сайҡалһа — елдән, бейҙең бей булыуы — илдән. Әйтем.
3. Үҙенән-үҙе йәки ниндәйҙер тәьҫирҙән һелкенеү, ҡуҙғалыу; бәүелеү. □ Качаться. Сайҡалып атлау. ■ Хәҙисә әбейҙе сайҡалып киткән еренән тотоп ҡалдылар. В. Нафиҡов. Гикрәмә, баҫҡан ерендә сайҡалып торҙо ла, аңын юғалтып, ергә ауҙы. В. Исхаҡов.
4. кусм. Ҡайһы яҡҡа ауышырға белмәй, төрлө яҡҡа тайпылыу. □ Шататься. ■ Төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙ, уҫмер генә малай-шалай, йә ағас аяҡлы, йә һыңар ҡуллы, ярым хәрби кейемле ир-ат, ҡырмыҫҡа иләуе һымаҡ гөжләп, ел ҡыуалағандай ҡабаланып, бер тегеләй, бер былай сайҡала. Ә. Хәкимов. • Диңгеҙ ел менән, халыҡ хәбәр менән сайҡала. Мәҡәл.
САЙҠАЛЫУ II (сайҡал-) ҡ. төш. ҡар. сайҡау II. страд, от сайҡау II. Кер сайҡалған. Туҫтаҡ сайҡалған. ■ Ҡулдары сайҡалып, аяҡ кейемдәре һалынғас, ҡарттар тургә уҙҙылар. Т. Килмөхәмәтов.
САЙҠАЛЫШЫУ (сайҡалыш-) ҡ. урт. ҡар. сайҡалыу I. взаимн. от сайҡалыу I.
■ Ҡарағош менән Ҡарағол, дейеуҙең еленә туҙә алмай, сайҡалышып тора, ти. Әкиәттән.
САЙҠАНДЫ и. диал. ҡар. сайынды 1. Сайҡандыны тукмә. Сайҡандылы биҙрә.
■ Тифтың ҡыҙыу осорон уткәргәндәр ур-мәләп ялғаш янына киләләр ҙә, сайҡанды һыу менән йөрәк ялғайҙар. А. Таһиров.
САЙҠАТЫУ I (сайҡат-) ҡ. диал. ҡар. сайҡалдырыу I. Кәмәне сайҡатыу. Ел һыу өҫтөн сайҡата. Тулҡындарҙы сайҡатып ҡамыш һелкенә. ■ Хаят, башын артҡа ташлап, сәс толомдарын сайҡатып, тағы бер көлдө лә баҫҡыстан йугереп төшөп китте. Һ. Дәүләтшина.
САЙҠАТЫУ II (сайҡат-) ҡ. ҡар. сайҡау I, II. Кер сайҡатыу. Ҡулды сайҡатып алыу.
■ [Сәмиға] турҙәге быяла ҡапҡаслы шкафтан өсөнсө сынаяҡты алып, тәуҙә ҡайнар һыу менән сайҡатты ла, ап-аҡ таҫтамалға һөрттө. Ш. Янбаев. Хәбибулла ҡарт әрәмәлектән ҡоро утын йыйҙы, ҡыҙҙар картуф әрсене, Зәкиә шишмәнән һыу ташып ҡаҙанға тултырҙы, ҡашығаяҡ сайҡатты, табын әҙерләне. Я. Хамматов.
САЙҠАУ I (сайҡа-) (Р: качать; И.: rock, swing; T: sallamak) ҡ.
1. Ниндәйҙер көс тәьҫир итеп, төрлө яҡҡа һелкендереү, ҡуҙғатыу; бәүелтеү; сайҡалдырыу. □ Качать, раскачивать. // Качание, раскачивание. Ел ағас баштарын сайҡай. Тулҡын кәмәне сайҡай. ■ Килке-килке ойоҡһотоп сапҡан ел ҡайындарҙы сайҡай. Т. Хәйбуллин. [Ел] шыйыҡ һәм һалынҡы ботаҡлы ҡарт ҡайындарҙы, әле бер, әле икенсе яҡҡа сайҡап, ыңғыраштырҙы. С. Ҡудаш. Берсә һулға сайҡай уҙен [Котлобаевты]машина, берсә уңға, ә теге ике ҡулы менән тотоноп алған да туҙеп бара бирә. Д. Бүләков.
2. Тегеләй-былай йөрөтөү, ян-яҡҡа һелтәү; болғау. □ Качать, мотать. Кулды сайҡау. ■ Ул [Буранбай] Тимерйәнде байтаҡ ҡына бер уңға, бер һулға сайҡап торҙо ла, таҫтамалын йән көсөнә уҙенә тартып, батырҙы ерҙән айырҙы һәм кукрәгенә бейек итеп кутәреп, йомшаҡ ҡына итеп ергә һалды. Ф. Әсәнов. Ирек яҡлап башҡорт иле
350