Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 351


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САЙЛАУ
яу сыҡҡас, ул тәүгеләрҙән булып атҡа атланды, оран һалып йорт-ил буйлап ир-егеттәр тупланы, сиреү башында ҡылыс сайҡап дошмандары өҫтөнә ташланды. Ғ. Хөсәйенов.
3. Башты уңға-һулға бороу □ Качать, мотать (головой). // Мотание. Риза булып баш сайҡау. Ризаһыҙлыҡ белдереп баш сайҡау. ■ Һабрауҙың йомошон ишеткәс, Нарморат, башын сайҡап, бер тын уйланып торҙо ла: «Ошонда көт», — тип ҡайҙалыр китеп барҙы. Ә. Хәкимов. Иҫәнбай ҡарт, имәндәрҙең ныҡлығын белергә теләгәндәй, һәр береһен сыбыртҡы һабы менән һуҡҡылап сыҡты, башын сайҡап, телен шартлатты. Ә. Әминев. Мөхәммәтсәлименең аҙаҡҡы осорҙа ныҡ һурыҡҡан, йонсоу, бошонҡо һәм уйсан йөҙөнән күҙҙәрен алмайынса, Бәлхизә башын сайҡаны. Я. Хамматов.
САЙҠАУ II (сайҡа-) (Р.: полоскать; И.: rinse; wash off; T.: yıkamak, çalkamak) ҡ.
1. һыуға тығып бер тегеләй, бер былай йөрөтөп йыуыу, йыуҙырыу; сайҡатыу, сайыу. □ Полоскать, споласкивать. Һауыт-Һабаны сайҡау. Кер сайҡау. ■ Өләсәһе Ҡаҙаяҡ буйына кер сайҡарға йә ҡаҙ ҡыуырға барамы, баҡсала соҡсонамы, Искәндәр уның артынан тотамлап йөрөй. Ә. Хәкимов. Ҡыҙҙар сәй эскән арала, егеттәр туланы шишмә буйына алып барып, сайҡап, еүешләп алып ҡайтты. Ф. Әсәнов. Күңел ҡылдарын ҡалтыра-тырлыҡ ошо моң [ҡурай моңо], сылтырап аҡҡан йылға тауышы булып, һалсыларҙы ялһыҙ-ҡойроҡһоҙ һыу өҫтөндәге хәтәр сәфәрендә оҙата йөрөгән, кер сайҡаусы килендәрҙең күңел күгендә осар ҡош булып талпынған, ауылдаштарының ауырлыҡтан кителгән күңеленә өмөт өҫтәгән. Т. Килмөхәмәтов. Кемдеңдер бер һылыу ҡыҙы, тубығынан ала һыу кисеп, йылғаның иң ағын ерендә кер сайҡай. 3. Биишева.
2. Өҫтән һыу йүгертеп йыуыу. □ Полоскать, споласкивать. Кулды сайҡау. ■ Талған билеңде яҙып, ҡояшта йылынып ултырған ҡомғандың йылымыс һыуы менән ҡулыңды сайҡағансы, самауыр ҙа борҡоп ҡайнап сыға, ялбыр муйыл күләгәһендәге өҫтәлгә сынаяҡ та, бал һауыты ла, һалҡын баҙҙан сығарылған хуш еҫле ҡаймаҡ та ки
леп ултыра. Ш. Янбаев. Амантаев сынаяғын сайҡап һирпте лә сәй ҡойорға тотондо. Р. Солтангәрәев. Тамаҡ туйҙырып, яңынан ҡул сайҡағас, Дәүләткирәй ашыҡмай ғына һүҙ башланы. Р. Өмөтбаев.
3. Дезинфекциялау, таҙартыу йәки дауалау маҡсаты менән йыуыу, сайҡатыу (ауыҙҙы, тамаҡты, теште, яраны). □ Полоскать (рот, горло, зубы, рану). Ауыҙ сайҡау. Теште паста менән таҙартып сайҡау. V Бына ул [Белла], тәүәккәллеген туплап, яңынан ауырыуға табан яҡынлашты һәм уның ауыҙындағы мамыҡ төрөмдәрен алып ташланы ла уға стакандағы марганец һыуы менән ауыҙын сайҡап түгергә ҡушты. М. Садиҡова. Володя ни ҡылырға белмәй, башын сайҡап торған арала, хужа ҡатын яраны йылы һыу менән сайҡап, һары май һөртөргә тотонғас ҡына, кеҫәһендә бинт барлығын хәтерләп, уны тартып сығарҙы һәм был өлгөр ҡатынға рәхмәт әйтеп, иптәшенең яраһын бәйләп ҡуйҙы. X. Ғиләжев.
4. этн. Күҙ тейеүҙән, ҡара көстәр тәьҫиренән ауырыу ҡағылғанда тәҙрә күҙәнәктәрен, ишек тотҡаларын сайып алыу. □ Полоскать ручки дверей, звеньев окон (магическое действие). И [Көзәйнәп эбей Хәйретдингә] ишек тотҡаһын сайҡаған һыуҙы йылытып эсерҙе. Я. Хамматов.
САЙҠАШЫУ I (сайҡаш-) ҡ. иҫк. ҡар. алышыу II, 1. Үҙ-ара сайҡашыу. Дошман менән сайҡашыу. М [Урал — үгеҙгә:] Яфаланып, көс түгеп, һинең менән сайҡашмам. «Урал батыр».
САЙҠАШЫУ II (сайҡаш-) ҡ. урт. ҡар. сайҡау I, II. взаимн. от сайҡау I, II. М Беҙҙең Зилбәр бигерәк үҫкән, кер сайҡашты баҫмала. Ф. Рәхимғолова. Халыҡ, балтаны күреү менән бер-береһенә төртөп, баштарын сайҡашып ҡуйҙы. М. Тажи.
САЙҠАШЫУ III (сайҡаш ) ҡ. диал. ҡар. сайҡалыу I, 1—3. Халыҡ төркөмө сайҡаша. Күл өҫтөндә ҡамыштар сайҡашалар. Сайҡашып барып ҡоланым.
САЙЛАУ (сайла-) (Р.: приводить в порядок; И.: put to order; T: düzenlemek) ҡ. иҫк. ҡар. йыйыштырыу 2.
351