Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 352


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САЙЛАУЫҠ
Тәртипкә килтереү. □ Приводить в порядок. Өй эсен сайлау. Бүлмәне сайлау. ■ [Егет:] Туй булыр, өйҙөң эсен сайла. «Буҙйегет».
САЙЛАУЫҠ (сайлауығы) и. диал. ҡар. һай урын. Сайлауыҡтан ат менән сығабыҙ. Сайлауыҡтан сығыу. Сайлауыҡта кер сайҡау.
САЙ Л АШ (Р.: ровесник; И.: contemporary, age mate; T.: yaşıt) и. диал. ҡар. тиңдәш.
Йәш яғынан тиң кешеләр. □ Ровесник. Беҙ икәү сайлаштар. Сайлаштар йыйылған. Был егет — минең сайлашым.
САЙМАН (Р: кольчуга; И.: mail; Т.: yelme) и. ҡар. һайман.
Тимер күлдәк. □ Кольчуга. ■ Тамъян батыр .. һайлап-һайлап йөҙ илле батыр алған, ҡару яраҡ сайманын кейеп алған. «Бабсаҡ менән Күсәк».
САЙПЫЛДЫРЫУ (сайпыл д ыр-) (Р: плескать; И.: splash [about]; T: sıçratmak) ҡ.
1. Сайҡалдырып, һауыттан ситкә һирпелдереү (шыйыҡлыҡты). □ Плескать, расплёскивать. ■ [Гөлғәйшә инәй] мөлдөрәмә һөттө сайпылдырмаҫҡа тырышып, яй ғына атлай. Ш. Янбаев. [Ҡыҙ] күнәктәрен сай-пылдыра-сайпылдыра килә торғас, бөтөнләй хәле бөтөп йығылған. Әкиәттән.
2. миф. Кире семантикаға эйә булған эш-хәл. □ Расплескать, разливать (действие, имеющее отрицательную семантику). Күнәктәрҙе сайпылдырыуҙы бәхетһеҙлеккә юрайҙар.
САЙПЫ Л ТЫУ (сайпылт-) ҡ. ҡар. сай-пылдырыу. ■ [Ямал:] Һыуыңды сайпылтмай ғына алып ҡайт! М. Тажи. һыуға башлау йолаһында килен һыуын сайпылтмай ғына алып ҡайтырға тейеш, сайпылтһа, бәхете китә. «Башҡорт мифологияһы»нан.
САЙПЫЛЫУ (сайпыл-) (Р: расплёскиваться; И.: spill, swash; T: sıçramak) ҡ.
1. Сайҡалып, һауыттан ситкә һирпелеү. □ Расплёскиваться, разливаться. Сайпылып түгелеү. Сайпылып китеү. ■ Һабрауҙың ҡулындағы айранлы тәгәсе сайпылып китте. Ә. Хәкимов. Илисә лә, уны [Нурҙы] күргәс, ҡыҙарып киткәндәй булды, бит остары алмаланды, аллы-гөллө көйәнтәнең тимер
ырғаҡтарына эленгән һыулы биҙрәләре сайпылып ҡуйҙы. И. Абдуллин.
2. Ниндәйҙер көс һ. б. тәьҫир итеп, сайҡалып, тулҡынланып, ситкә ҡағылыу. □ Волноваться, колыхаться. ■ Ғәҙәтенсә, таң һарыһы менән, ҡармаҡ сыбыҡтарын күтәреп, шыйыҡ томанда яй ғына сайпылып ятҡан күл буйына төштө лә Марат, бабаһының иҫке кәмәһенә ултырып, һил ҡултыҡҡа табан иште. Ә. Хәкимов. Был яҡта Ағиҙел артыҡ йәйелеп китмәй, тауҙарға һыйынып аға икән, уның йыуаш тулҡындары ҡаршылағы ҡаяға бәрелеп сайпылғаны ишетелә. Н. Мусин. Йылға беҙгә шул тиклем яҡын ине, тулҡындарҙың таштарға бәрелеп, сайпылып китеүенән барлыҡҡа килгән тамсылары биттәребеҙгә ләйсән ямғырылай булып сәсрәй. Д. Бүләков.
3. күсм. Урғылып ташып сығыу (хис-тойғоға ҡарата). □ Переполняться (о чувствах). ■ Күптән күңеле тулышҡайны инде Миңһылыу ҙың, бына-бына сайпылырға тора ине. Ғ. Байбурин. Йөрәк тулы һағыш сайпылып, тим, үләндәргә тама күрмәһен. М. Кәрим. Меңәр саҡрым ер үтеп, Өфөгә килгән Биләнең дә һағыныуҙары сиктән ашҡан, күптән инде сайпылып, түгелеп килә ине. Ғ. Хисамов.
САЙПЫЛЫШЫУ (сайпылыш-) ҡ. урт. ҡар. сайпылыу 2, 3. взаимн. от сайпылыу 2,
3. ■ Кемдер төштө беҙҙең кисеүгә, сайпы-лышты Мейәс һыуҡайы. К. Кинйәбулатова. Сайпылышып шатлыҡ тулҡындары сәп-сәп бәрелә күңелем ярына. Ш. Бабич.
САЙПЫУ (сайпы-) (Р: плеснуть чем; И.: spill; T: dökmek) ҡ.
һирпеп, ситкә ҡағыу (шыйыҡлыҡты).
□ Плеснуть чем. Кул менән һыуҙы сайпыу.
■ Төн. Йылға өҫтөндә тынлыҡ, һыуҙы ишкәк сайпығаны ғына ишетелә. Ә. Бикчәнтәев.
САЙРА [рус.] (Р: сайра; И.: Pacific saury; T: zargana balığı) и. зоол.
Тымыҡ океандың төньяҡ зонаһындағы һыу ятҡылыҡтарында осраған балыҡ.
□ Сайра (лат. Cololabis saira). Сайра бешереү. Сайра консерваһы. Ыҫланған сайра.
■ «Рәхим ит», — тип өҫтәлгә араҡы, нарзан
352