Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 379


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САЛЫШЫУ
килгән шәкерттең йөҙө килешһеҙ, йәмһеҙ, куҙ-фәләне салыш йәки башы ҙурыраҡ булһа, уның «бәрей» булыуына шик тағы ла арта. М. Ғафури.
3. Ҡылый; күҙ алмалары төрлө яҡҡа ҡараған. □ Косой (о глазах). Салыш куҙле ҡуян. ■ Ҡорҡолдайы йоҙроҡ хәшле булып сығып торған арыҡ, оҙон муйынлы, салыш куҙле мулла .. мендәр өҫтөнә менеп ултырҙы.
3. Биишева.
4. Аяғы эс яҡҡа ҡарап торған.
□ Кривоногий. Салыш аяҡ. ■ Дуҫың көлә, дошманың мыҫҡыллайҙыр, салыш аяғың .. булһа. М. Аҡмулла. [Сестра:] Үҙеңә йөрөргә ярамаҫ. Врач ҡушмай. Аяғы салыш булыр, ти. Ғ. Ибраһимов.
5. Ҡыйшайған, ҡыйыш урынлашҡан.
□ Перекошенный, искривлённый. Салыш тәҙрә. Салыш көҙгө. М Кеше — бары ҡылансыҡ бер йән, ялған иллюзиялар ҡоло, мираж -дар — салыш көҙгөләр илендә йәшәй кеуек. Р. Камал.
САЛЫШ II (Р.: косо; И.: askew; T.: eğri olarak) р.
Ниндәйҙер яҫылыҡҡа ҡарата ауыш, ҡыйыш. □ Косо, вкось; криво, вкривь. Салыш баҫыу. Салыш тороу. Салыш яһау. Салыш киҫеу. Ишек яңағын салыш ултыртыу. ■ Ишек, өҫкө кугәненән һурылып сығып, салыш аҫылынып тора. Б. Бикбай. Аяҡ эҙҙәренә ҡарағанда, еңел генә ирекәй, ҡырҡлы кеда кейгән, иҫерек кешеләй, салыш баҫып атлаған. С. Шәрипов.
САЛЫШ III с. диал. ҡар. кире. Кешесә тугел, салыш итеп эшләгән. Салыш эшләргә ярамай. Ыңғай булмаған, салыш хәбәр һөйләп торма.
САЛЫШ АЯҠ (Р: косолапый (табуированное название медведя); И.: taboo name for a bear; T.: ayının tabu ismi) и.
Исемен әйтергә ярамаған, кешене, йорт хайуандарын һаҡлаусы изге хайуан; тайыш табан (айыуға ҡарата әйтелә).
□ Косолапый (табуированное название медведя, покровителя человека и домашних животных). Салыш аяҡ килә. Умарталыҡҡа салыш аяҡ эйәләшкән, һунарсылар айыуҙы салыш аяҡ тиҙәр. М [Айыу:] Әй, төлкө!
Һин ни өсөн минең улымды таш менән бәргеләнең? [Төлкө:] Шулай кәрәк ул салыш аяҡҡа. Р. Мөхәмәтов.
САЛЫШ-СОЛОШ I (Р: перекошенный; И.: wry; T.: eğri büğrü) с.
Төрлө яҡҡа ҡыйыш, ҡыйыш-мыйыш.
□ Перекошенный, искривлённый, весь кривой. Салыш-солош тәҙрәләр. Салыш-солош тештәр. ■ Салыш-солош аҙымдары менән генә тугел, көтөлмәгән һәм киҫкен хәрәкәттәре менән дә хайран ҡалдырғайны ул [Йәнтимер] уны. Р. Мөхәмәҙиев.
САЛЫШ-СОЛОШ II (Р.: косо; И.: athwart; wry; T: eğri) р.
Төрлө яҡҡа ҡыйыш, ҡыйыш-мыйыш.
□ Косо, вкось; криво, вкривь. Салыш-солош йөрөу. Салыш-солош теҙелгән тештәр.
■ Оҙон буйлы егет, салыш-солош атлап, алдан төштө. М. Хужин. Ауыр юл ныҡ интектергән булһа кәрәк, малай салыш-солош атлай. Ә. Бикчәнтәев.
САЛЫШТЫРЫУ (салыштыр-) (Р: скрестить (руки, ноги)', И.: cross [limbs]; T: elleri veya ayakları üst üste atmak) ҡ.
1. Өҫтө-өҫтөнә ишә һалыу (аяҡ-ҡулды).
□ Скрестить (руки, ноги). Аяҡты салыштырып ултырыу. Ҡулды салыштырыу. Салыштырып ҡуйыу. ■ Әфләтунов .. оҙон ҡулдарын кукрәгенә салыштырып ҡуйҙы һәм ҡалынайып барған кәуҙәһен артҡа ташланы. Ә. Вәли.
2. Береһен береһенә арҡыры ҡуйыу.
□ Делать крест-накрест. ■ Ҡара айғыр .. ҡайтырға тип юлға сығыуын һиҙә, аяҡтарын йыш-йыш салыштырып ала. С. Агиш.
3. диал. Салышҡа (I, 1—3) әйләнеү, ҡыйшайыу. □ Перекашивать; кривить. Ауыҙҙы салыштырыу. Куҙҙе салыштырыу.
■ [Фирая] бер нисә аҙым ситкә атлағас, иренен салыштырып көлдө: «Ярай әле, лейтенант, һеҙ осранығыҙ». Д. Бүләков.
САЛЫШЫУ (салыш-) (Р: сделать петлю вокруг чего-л:, И.: get tangled; T: dolanmak) ҡ.
1. Осо сырмалып эләгеү, салыныу (арҡан, бауға һ. б. ҡарата). □ Сделать петлю вокруг чего-л.; спутаться. Арҡан салышҡан. Бау салышып бөткән.
379