САЛЫУ
сәсеп, ҡаҙанлыҡ яҡ бүлмәнең ишегенән уларҙы түргә әйҙүкләп тора. Н. Мусин.
2. Аяҡ-ҡулды өҫтө-өҫтөнә ишә һалыу.
□ Скрестить руки или ноги. Аяҡ салып ултырыу. ■ Оло йәштәге ҡарттар, йәшел үлән өҫтөнә йәйеүле балаҫҡа аяҡ салып ултырып, ҡымыҙҙың иң шәбен, иң шифалыһын эсә торғайнылар. Я. Хамматов. Шәмси Йәдгәрович аяҡтарын салып, ҡайҡая биреберәк диванда ултыра. Н. Мусин. Үҙенең ихатаһында аяҡ салып ултырған Уйылдан өгөт-нәсихәт һөйләне. Р. Өмөтбаев.
3. Ситтән уратып, аша киҫеү (юлды).
□ Пересекать путь, дорогу, һеләүһендең юлын салыу. ■ [Янбай] һыбайҙарҙың алдын салып ҡараһа, ҡойроғон күпертеп, бер уңға, бер һулға һелтәп .. ҡасып барған бер йәнлекте күрә. Әкиәттән.
САЛЫУ IV (Р.: раскат на зимней дороге; И.: bump; T.: çukur) и. диал. ҡар. кәйелтмәк.
Сананы кәйелтә торған ҡырын ер.
□ Раскат на зимней дороге, ухаб. Салыуға барып төшөү. Салыуҙа ауып китмәҫ өсөн сана тәртәһенә сат йәбешеү. ■ Гөлөм ауылына барған юлда бер ҡырын ер була торғайны, шул салыуға яҡынлашҡан һайын, йөрәк дерелдәп китә ине. Ф. Ғәлимов.
САЛЫУ V (Р.: мягкая метла; И.: soft besom; T.: yumuşak süpürge) и. диал.
1. Йомшаҡ һепертке. □ Мягкая метла. Салыу әҙерләү. Салыуға әрем яҡшы. Салыу менән генә һепер, сыйҙырып бөтмә иҙәнде.
2. диал. ҡар. ҡурсаҡ I, 1. Салыу яһап уйнау. Салыу эшләп алыу.
САЛЫУЛАТЫУ (салыулат-) (Р: пускать по скату; И.: make lurch; T.: yamaçtan uçurmak) ҡ.
Ҡырын ерҙә ситкә шыуҙырыу; кәйелтеү, һалыулатыу. □ Пускать по скату. Саңғыны салыулата. Сананы салыулатып алып китте бер заман. ■ Йөрөйҙәр сана егеп, салыулатып, һалҡынлыҡтан ирендәрен ҡалтыратып. Бәйеттән.
САЛ ЫУЛАУ (салыула-) (Р: скользить по скату; И.: slide; T.: yamaçtan kaymak) ҡ.
Ҡырын ерҙә ситкә шыуыу; кәйелеү, һалыулау. □ Скользить по скату. Саңғы са-лыулай. Сана салыулай. ■ Күрше ауылға
барғанда, санабыҙ салыулап китә лә, атайым: «Салыулатмай сыға торған юл һалырға кәрәк», — тип, яңынан юлға төшөп, кәйелтмәгән, ыңғай ғына урынын табып, һәйбәтләп китә. Экспедиция материалдарынан. Машина тая-тая ҡорт һымаҡ һаман алға шыуыша, .. тәгәрмәстәр салыулап, һулға, упҡынға тартыла. Р. Низамов.
САЛЫУ ҺӨЙӘГЕ (Р: шейный позвонок; И.: cervical vertebra; T.: yumrucuk kemiği) и.
1. Малды һуйғанда салған урындағы муйын һөйәге. □ Шейный позвонок; узелок хряща дыхательного горла (в том месте, где производится забой скота). ■ Йәнһеҙ һарыҡтың муйыны салыу һөйәге тәңгәленән сепрәк менән ҡыҫып уралғайны. Н. Мусин.
2. миф. Мифлаштырылған һөйәк. Өлөш, ырыҫ символы. □ Символ доли, изобилия, продуктивности. ■ Салыу һөйәген беҙҙә, ғәҙәттә, малды кем салған, шуға өлөш итеп биреп ҡайтаралар. Экспедиция материалдарынан. Малдың бүре һуғар һөйәге менән салыу һөйәгенә теш тейҙермәй ашарға кәрәк. Әгәр теш тейһә, киләһе йыл малыңды бүре ҡыра. «Башҡорт мифологияһы »нан.
САЛЫШ I (Р: косой; кривой; И.: crooked; T.: eğri) с.
1. Ҡыйыш (ҡайһы бер ағзаларға ҡарата); тәбиғи түгел. □ Косой; кривой. Салыш ауыҙ. Салыш йөҙ. ■ Ул [Карамыш] әбейенә үлем алдынан нисек этләнгәнен күрһәтергә теләмәгәндәй, башын шаҡарып төпкә ҡараған, салыш ауыҙы асыла биргән, эре һырҙар ҡаплаған маңлайынан тир бәреп сыҡҡан. Н. Мусин. Ололарҙан көлмә, ҡустым, ауыҙың салыш булыр. Б. Бикбай. Директорҙың теше һыҙлай, ут күренә күҙенә. Ҡул яңаҡта, ауыҙ салыш, әрнеү сыҡҡан йөҙөнә. X. Түләкәев. Ул [Игнат], салыш ирендәрен тағы нығыраҡ салшайтып, йәнә көлдө. Д. Бүләков.
2. миф. Башҡорт мифологияһында ҡылый, ҡыйыш кире мәғәнәгә эйә; иң түбән мифик заттарға хас. □ Косой, кривой (в башкирской мифологии имеет отрицательную семантику, свойство характерно для низших мифологических персонажей). ■ Ен һыңар салыш күҙле, һыңар аяҡлы була. Яңы
378