Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 377


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САЛЫУ
төшкәс, тулап ҡараһа ла, ысҡына алманы, ти. Әкиәттән.
2. Нимәгәлер эләгеп уралыу, сырмалыу; абыныу □ Сделать петли вокруг чего-л.; опутаться, запутаться. // Опутывание. Сыбыҡҡа салыныу. Салынып йығылыу. ■ Алдағы кешенең аяғы тимерсыбыҡҡа салыныпмы, кирбес өйөмөнә абыныпмы, гөрһөлдәп йығылды. Ғ. Ильясов.
САЛЫНЫУ III (салын-) (Р.: мелькнуть перед глазами; И.: flick; T.: gözükmek) ҡ.
Саҡ ҡына күрә биреп йәки ишетә биреп ҡуйыу; күреү йәки ишетеү ағзаларына еңелсә генә, өҙөк кенә булып һиҙелеү, эләгеү; сағылыу. □ Мелькнуть перед глазами; показаться на миг; послышаться. Куҙгә салыныу. Колаҡҡа салыныу. ■ Артта эре-эре алмалар куҙгә салына. Д. Бүләков. Зөбәржәт еңгә баянан бирле улын борсолоп куҙәтә ине, бына ҡолағына Рәшиттең һыҙғырыныуы салынды. Б. Рафиҡов. Башҡорт һуҙе, башҡортомдоң моңо ҡолағыңа тик бер салыныр. Бер салыныр. .. Сәхәр ваҡытында шул моңдарҙы куңел һағыныр. М. Кәрим.
САЛЫП БӘЙЛӘҮ (салып бәйлә-) (Р: вязать с накидом; И.: yarn over; T.: örgü örmek) ҡ.
Осон аша алып, эләктереп салып алыу (бәйләгәндә); элмәкләп бәйләү. □ Вязать с накидом. Свитерын салып бәйләгән. Салып бәйләу серенә тиҙ төшөндөм.
САЛЫП СИГЕҮ (салып сик-) (Р: вышивать петельным швом; И.: embroider with buttonhole stitch; T.: ilik dikişi) ҡ.
Элмәкләп сигеү. □ Вышивать петельным швом. Сәскә япраҡтарын сиккәндә салып сигәләр.
САЛЫР (Р: деревянная лопатка; И.: kind of small spadel; T.: bir tür kürek) и.
1. Тамыр ҡаҙыу өсөн башын ҡарлау һымағыраҡ итеп, һабының төп яғына арҡыры ағас ҡуйып эшләгән ҡорал. □ Деревянная лопатка с железным резцом для выкапывания съедобных корней растений. Салырҙың һабы. Салыр менән әтлек ҡаҙыу. ■ Андыҙ тамырын ипләп кенә салыр менән ҡаҙып алаһың да йыуып, тураҡлап киптерәһең. Р. Әхмәтов.
2. диал. һуғылған ашлыҡты сүп-сарҙан таҙарта торған һепертке. □ Веник для очистки зерна от мусора. Салыр әҙерләу. Салыр менән таҙартыу.
САЛЫР ҺЕПЕРТКЕ и. диал. ҡар. салыр
2. Салыр һепертке менән ашлыҡты суп-сарҙан таҙартыу. Салыр һепертке бәйләу.
САЛЫУ I (сал-) (Р: резать, забивать кого; И.: slaughter; T.: boğazlamak) ҡ.
Бысаҡ менән боғаҙҙан ҡырҡыу; һуйыу, боғаҙлау. □ Резать, забивать, колоть, закалывать кого (о животных). // Забивание, закалывание, убой (животных). Һарыҡ салыу. Башмаҡ салыу. Ҡаҙ салып биреу. Мал салыуға саҡырыу. Ҡорбан салыу. ■ [Бибеш — бейеменә:] Бер ҡайҙа ла бармайым, бер кемгә лә әйтмәйем, ошо йәшенә етеп, һарыҡ та салмағас, ул ниндәй атай? 3. Биишева. [Ҡәйнәһе — Аҡбулатҡа:] Кейәу, хәҙер ук шул һарыҡты салып ташласы. Һ. Дәүләтшина. Башҡорт халҡы малды мөмкин тиклем тертләтмәй, уҙенә һиҙҙермәй, мал куҙенә ҡарамай салған. Салыу ҡанын ағыҙған. Д. Бураҡаев. Ҡорбан салыр алдынан улар [башҡорттар] оло таштабаҡҡа май һалып ут яндырғандар ҙа шул ут алдында доға ҡылғандар, ти. Я. Хамматов.
САЛЫУ II и. һөйл.
1. ҡар. салыу һөйәге. Малды салыуынан һуялар. Мал салған кешегә салыуын бирәләр.
2. Тамаҡ, боғаҙ (йәнлек, хайуан муйынының алғы өлөшө). □ Горло, гортань, глотка. Быҙауыбыҙ, салыуынан уралып, саҡ улмәй ҡалды.
САЛЫУ III (сал-) (Р: сделать петлю вокруг чего-л.; И.: loop; T: ilmek yapmak) ҡ.
1. Осон аша һалып, эләктереп алыу, тоҡан яһау (бәйләгәндә). □ Сделать петлю вокруг чего-л.; захлестнуть, связывать захлё-стом. Элмәк салыу. Салып бәйләу. ■ Ишектән яулығын эйәк аҫтынан салып бәйләгән бер ҡыҙ килеп керҙе. Ф. Иҫәнғолов. Заһиҙә әбей уҙе лә тас башҡортса итеп, бәбәй итәкләп, бәбәй итәктәре өҫтөнән төрлө төҫтәге тар ғына таҫмалар йугертеп теккән .. кулдәген кейеп, сит-ситтәре эре алһыу биҙәкле шәлъяулығын алға салып бәйләгән көйө, кукһел зәңгәр куҙҙәренән яғымлы нурҙар
377