САЛЪЮҒЫТ
ҡатып ҡалды, ирендәре салшайҙы, керпектәре йыш талпына башланы. Д. Исламов.
2. Тәбиғи рәүеше боҙолоп, ҡыйшайыу. □ Коробиться. Салшайған таҡта. ■ Раузаның өйө иҫкерҙе, салшайып ергә ығышты. Т. Ғарипова. Өйҙөң бәләкәс кенә тәҙрәләре ҡыйшайған бүрәнәләр ыңғайына ҡайһыһы былай, ҡайһыһы тегеләй салшайып ултыра. Ғ. Дәүләтшин.
САЛЪЮҒЫТ и. этн. ҡар. салйоғот. Салъюғыт ырыуы вәкиле. Салъюғыт ырыуына ҡарау. Салъюғыт ырыуынан сығыу.
САЛЫҠЛАУ (салыҡла-) (Р.: играть, мотать, дёргать головой (о лошади); И.: shake (of the horse’s head); T: başını sallamak) ҡ.
Аттың баш ташлауы, башын уйнатыуы (аҫҡа-өҫкә һелкеүе). □ Играть, мотать, дёргать головой (о лошади). Ат башын салыҡлап юрта. ■ Усаҡ тирәләй биш-алты кеше ултыра, арыраҡ яңғыҙ ағасҡа бәйләүле эйәрле аттар баштарын салыҡлап тора. Ә. Хәкимов. Аттар көндөң эҫелегенән, көсәйеп киткән себендәрҙән баштарын салыҡлап ашамай торҙо. Ғ. Дәүләтшин. Яныҡайым .. һыуға төшөп батҡан ерендә аты торған салыҡлап, тибенеп. Халыҡ йырынан.
САЛЫМ (Р.: крестовина, мотушка; И.: cross-piece; T: makara) и. диал. ҡар. кәләп ағасы.
1. Иләнгән епте аяҡлай торған сатрашлап ҡағылған ағас яйланма. □ Крестовина (приспособление для наматывания пряжи, нити в длину от ладони до локтя или от носка до колена); мотушка, вороб. Епте салымға урау. Салымға һалыу.
2. Шул ағасҡа аяҡланған еп. □ Пряжа, намотанная на вороб, мотушку. Йөн салымы. Бер салым еп.
САЛЫМЛАНЫУ (салымлан-) ҡ. төш. ҡар. салымлау I. страд, от салымлау I. Салымланған киндер еп. Салымланған сей еп.
САЛ ЫМ Л АТЫУ (салымлат-) ҡ. йөкм. ҡар. салымлау I. понуд. от салымлау I. Иләнгән йөндө салымлатып алдым. Бәйләм ебен салымлатыу.
САЛЫМЛАУ I (сал ым ла-) (Р: наматывать, мотать пряжу или нитки; И.: coil; ball; T.: sarmak) ҡ.
Иләнгән йөндө, епте, дебетте ус менән терһәк йәки аяҡ башы менән тубыҡҡа тиклем оҙонлоҡта кәләпкә һалыу, аяҡлау.
□ Наматывать, мотать пряжу или нитки в длину от ладони до локтя или от носка до колена. Иләнгән йөндө салымлау. Епте салымлау. Дебетте салымлау.
САЛЫМЛАУ II (салымла-) (Р: припоминать, припомнить; И.: recall a bit; Т.: hatırlamak, benzetmek) ҡ. диал. ҡар. төҫмөрләү.
Төҫөнә, ҡиәфәтенә ҡарап, кемгәлер оҡшатып йәки кемделер иҫкә төшөрөп, таныған кеүек итеү; сырамытыу. □ Припоминать, припомнить. Салымлағандай булам. Салымларға мөмкин. Ата-әсәһенә ҡарап балаларҙы салымлау.
САЛЫМЛЫ (Р: намотанные в длину от ладони до локтя или от носка до колена; И.: coiled; T.: sarılmış) с.
Ус менән терһәк йәки аяҡ башы менән тубыҡҡа тиклем оҙонлоҡта кәләпкә һалынған, сал ымлап уралған, аяҡланған.
□ Намотанные (о нитках, пряже) в длину от ладони до локтя или от носка до колена. Салымлы мамыҡ. Салымлы еп. Салымлы йөн.
САЛЫМҺЫТЫУ (салымһыт-) ҡ. диал. ҡар. салымлау II. Ауылдаштың улын бер аҙ салымһытыу. Салымһытҡандай булам. ■ Ике кеше эшләп ултыра. Уларҙың икеһен дә мин, ҡасандыр, ҡайҙалыр күргән кешеләй, салымһытҡандай булам. С. Кулибай.
САЛЫНЫУ I (салын) ҡ. төш. ҡар. салыу 1,1. страд, от салыу 1,1. һарыҡ салыныуын да көтөп торманылар. Салынған малдың тиреһен аҫып ҡуйып тунайҙар. Ҡорбанға салынған мал. ■ Ғәли ҡарт: «Салынмаған һыйыр үләкһәһен аҙаҡ яндырырбыҙ, ауыл яҡын бит», — тине. С. Шәрипов.
САЛЫНЫУ II (салын-) (Р: спутать ся, оказаться спутанным; И.: be tangled; T: sarılmak) ҡ.
1. Осо эләгеп тартылыу, эләгеп уралыу (арҡан, бау һ. б. ҡарата). □ Спутаться, оказаться спутанным (верёвкой, путами и т. д.). Бау ағасҡа салынған. Арҡан салынып бөткән. ■ Арҡан бейәнең муйынына салына
376