САЛШАЙЫУ
САЛТ-СОЛТ (Р.: бац-бац; И.: bang!; Т.: pat! çat!) оҡш.
Тимер сынйырҙы һ. б. шундай нәмәне һелкетеп ҡаҡҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Бац-бац, хлоп-хлоп, шлёп-шлёп. Салт-солт бәрелеү. Салт-солт килеу. Салт-солт итеу. ■ Мортаза йылғыр хәрәкәттәр менән, хәйләкәр генә йылмайып, ишекте салт-солт иттереп эстән бикләп ҡуйҙы, урелеп утты һүндерҙе. X. Зарипов. Саҡ ҡына ҡыймылдаған сағында, батист яулыҡ аҫтынан һалынып төшкән сәсмау осона тағыу лы биҙәүестәр ҙә, бер-береһенә һуғылып, салт-солт серләшәләр кеуек. Я. Хамматов. Салт-солт атылып торған йәшен аҫтында улар [Йәудәтовтар] дүрт ҡаҙыҡ ултырттылар һәм самолётты бауҙар менән нығытып бәйләп ҡуйҙылар. Ә. Бикчәнтәев.
САЛТҮҘӘК (салтүҙәге) (Р.: высший сорт конопли; И.: first class hemp; T: yüksek kaliteli kenevir) и. диал.
Киндерҙең юғары сорты. □ Высший сорт конопли. Салтуҙәк үҫтереү. Салтуҙәк орлоғо.
САЛТЫР (Р: подражание звуку бьющейся посуды или стекла; И.: onomatopoeic word; T: çıngır çıngır) оҡш.
Сынаяҡ, быяла төшөп ярылғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ; сылтыр. □ Подражание звуку бьющейся посуды или стекла. Салтыр итеу. Салтыр итеп ярылыу.
САЛТЫРАТЫУ (салтырат-) (Р: дребезжать чем\ И.: rattle; jar; chatter; T: titretmek, çıngırdatmak) ҡ.
Салтыр иттереү, салтыр-солтор килтереү; сылтыратыу. □ Дребезжать, звякать чем. Егет, ҡулындағы йүгәнен салтыратып, атын саҡырҙы.
САЛТЫРАУ (салтыра-) (Р: дребезжать; И.: rasp; bing; T: titremek, çıngırdamak) ҡ.
Салтыр тигән тауыш сығарыу; сылтырау. □ Дребезжать, звякать, звенеть. // Звон. Тәҙрәнең быялаһы салтырап ҡойолоп төштө. Ҡар һыуҙары салтырап ағып ята.
САЛТЫР-СОЛТОР (Р: подражание многократным звукам бьющейся посуды
или стекла; И.: onomatopoeic word; T: çıngır çıngır) оҡш.
Ҡабат-ҡабат салтыр иткән тауышты белдергән һүҙ; сылтыр-сылтыр. □ Подражание многократным звукам бьющейся посуды или стекла. Салтыр-солтор килтереү. Салтыр-солтор итеу.
САЛФЕТКА [ит. salvietta\ и.
1. ҡар. майлыҡ 1. Ҡағыҙ салфетка. Еүеш салфеткалар. ■ Ғариф мыйығын, ауыҙын аҡ салфетка менән һыпырҙы. Ғ. Хәйри. Нәсимә .. өҫтәлгә таҙа ашъяулыҡ йәйә, салфеткалар ҡуя. Н. Иҙелбай.
2. Гигиена маҡсатында ҡулланылған бәләкәй таҫтамал йәки сепрәк киҫәге.
□ Салфетка. Парикмахер салфеткаһы. ■ Хужабикәбеҙ, яурыны аша аҡ салфетка һалып, алъяпҡыс быуып, кухнянан — өҫтәлгә, өҫтәлдән кухняға йүгереп йөрөй. Ф. Иҫәнғолов. Ә остарына сәскә биҙәге төшкән салфетканы ул [Сажидә] кухня тәҙрәһенең төбөнә йыйнаҡ ҡына итеп бөкләп һалып ҡуйған һәм бер ни өсөн дә тотонғаны юҡ. Н. Мусин.
3. Ғәҙәттә, аҡ төҫтәге бәләкәй өҫтәл ябыуы; ашъяулыҡ. □ Салфетка. Өҫтәлгә салфетка йәйеү.
САЛШАЙТЫУ (салшайт-) (Р: перекашивать; И.: distort; make wry; T: eğmek) ҡ.
1. Тәбиғи рәүешен боҙоп, ҡыйшайтыу.
□ Перекашивать, искривлять. Ауыҙҙы салшайтыу. Иренде салшайтыу. ■ «Һаман яратаһыңмы, ә?» — тине Бәҙри, был юлы ирендәрен мыҫҡыллы салшайтып. Д. Исламов. Иванов .. ҡурҡыу тулған күҙҙәре менән комиссия ағзаларын ҡарап сыҡты ла, ауыҙын салшайтып, көлөмһөрәп ҡуйҙы. X. Мохтар.
2. Салыш итеү, салышҡа әйләндереү; ҡыйшайтыу. □ Перекашивать. Үксәне салшайтыу. Ишекте салшайтыу.
САЛШАЙЫУ (салшай-, сал ша я) (Р: перекашиваться; И.: hog; T: eğilmek) ҡ.
1. Салышҡа әйләнеү, ҡыйшайыу. □ Перекашиваться, покоситься, кривиться, искривляться. Салшайып китеу. ■ Сибәғәттең ирендәре салшайып бәлшәйҙе. Т. Ғарипова. Артабан нимә эшләргә белмәйенсә,
375