Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 435


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САТАЛЫ
тәуге битенә ул [Әхмәди] ғәрәп хәрефтәре менән сатай-ботай итеп яҙып ҡуйҙы: «Мец туғыҙ йөҙ ун учунчи сәнәдә шаһар-шәнбә ошбу айныц икесендә синтәбердә Ҡинйәбыз донъяға килди». Ж. Кейекбаев.
2. кусм. Рәте, сираты булмаған, нисек етте шулай. □ Беспорядочный, бессистемный. Сатай-ботай тормош.
САТАЙ-БОТАЙ II (Р.: неряшливо, небрежно; И.: slovenly; T.: özensizce) р.
1. Тәртипһеҙ хәлдә; сатаҡ-ботаҡ. □ Неряшливо, небрежно. Сатай-ботай яҙыу.
■ [Ҡарабаев:] Сатай-ботай килеп ер тултырып ятмаһын тип, эрерәк ағастарҙы колхозсыларға утынға алып ҡайтып өләштек. И. Ғиззәтуллин.
2. кусм. Рәте, сираты булмаған, нисек етте шулай. □ Беспорядочно, бессистемно.
■ [Иштуған:] Сәрелдәк тауышын ишетеу менән [бисәкәйҙец], бөтөн француз сатай-ботай ҡасып бөтөр ине. Ф. Аҡбулатова. Дәрестәргә әҙерләнмәй йөрөй башланым. Бөтәһе лә сатай-ботай китте. Ә. Әхмәт-Хужа. Йәш ғумеркәйҙәрҙе уҙмай, тиҙәр, сатай-ботай барып уҙа икән. Халыҡ йырынан.
САТАҠ I (Р: с развилиной, развилистый; И.: forked; T: çatal) с.
1. Тармаҡ; саталанып торған, саталы. □ С развилиной, развилистый. ■ Йәшен сатаҡтарын ярып, эҙләмәҫ тә инек юҡһа, йәндәш, иптәш, куцелдәште, өмөт өҙмәй ышаныстан. Г. Ҡотоева. Тупаҡ ҡойроҡ буреле, сатаҡ мөгөҙ боланлы .., ай, Уралым, Уралым. «Ҡараһаҡал».
2. кусм. Кәмселекле, етешмәгән. □ Несуразный, нелепый. ■ «Эйәле башымдыр» тигән шиғырым идея-художество йөкмәткеһе яғынан сатаҡ әҫәр булып сыҡты. Р. Ниғмәти.
САТАҠ II (сатағы) (Р: недостаток; И.: deficiency; T: kusur) и.
Кәмселекле яҡ, етешһеҙлек. □ Недостаток, неправильность, ненормальность.
■ Ботаҡһыҙ ағас, сатаҡһыҙ кеше булмаҫ, Мирғасимды был йомшаҡлығы [маҡ-тансыҡлығы] өсөн ғәфу итәйек. И. Абдуллин.
САТАҠ III (сатағы) (Р: сучковатое бревно, предназначенное для боронования; И.: kind of lopwood; T: budaklı kütük) и. диал.
Ер тырматыу өсөн ҡулланылған ботаҡлы ағас. □ Сучковатое бревно, предназначенное для боронования. Сатаҡ әҙерләп ҡуйыу. Борон ерҙе сатаҡ менән тырматҡандар.
САТАҠ-БОТАҠ с. ҡар. сатай-ботай I. Сатаҡ-ботаҡ яҙыу. ■ Икенсе көндө Илусә сатаҡ-ботаҡ оҙон сыбығын тотоп инеш буйына ҡаҙ бәпкәләре һаҡларға китте — эсе ауыртыуы ҡул менән һыйпағандай булған. И. Абдуллин.
САТАҠЛЫҠ (сатаҡлығы) (Р: ненормальность; И.: abnormality; T.: eksiklik) и.
Насарлыҡ, кәмселек, етешһеҙлек. □ Ненормальность, недостаток, неправильность. ■ «Әллә эшемдә берәй сатаҡлыҡ килеп сыҡтымы икән?» — тип борсолдо [Мәжит]. В. Исхаҡов. Саимәнец исемен Заһитов тормошонда берәй сатаҡлыҡ килеп сыҡҡанда .. ғына иҫенә төшөрөр булып китте. Н. Мусин.
САТАЛАНДЫРЫУ (саталандыр) ҡ. йөкм. ҡар. саталаныу, понуд. от саталаныу. Таяҡты саталандырыу.
САТАЛАНЫУ (саталан ) (Р: разветвляться, стать развилистым; И.: be ramifed; T.: çatallanmak) ҡ.
Саталы булыу, сата (1) рәүешендә булыу. □ Разветвляться, стать развилистым. Ағас саталанған. Ботаҡ саталанған. Саталанып тороу. Саталанып бөтөу.
САТАЛАУ (сатала-) (Р: сделать (делать) развилистым, разветвлённым; И.: make ramify; T.: çatal gibi ikiye ayırmak) ҡ.
Саталы итеү, сата рәүешендә итеү; саталандырыу. □ Сделать (делать) развилистым, разветвлённым. Антеннаны ҡороп, саталап ҡуйыу. Өс саталап һәнәк эшләу.
САТАЛЫ (Р: развилистый; И.: forking; Т.: çatallı) с.
Саталанып торған, сатаһы (1) булған; айырсалы. □ Развилистый; разветвлённый. Саталы бағана. ■ [Емеш] йылмайғанда, куҙ ҡырыйында ваҡ ҡына саталы һыҙаттар барлыҡҡа килә. 3. Биишева.
15*
435