Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 436


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САТАЛЫ АҒАС
САТАЛЫ АҒАС (Р.: развилистое дерево; И.: lopwood; T.: çatallı ağaç) и.
1. Саталанып торған, айырсалы ағас. □ Развилистое дерево. Саталы ағас эҙләп алып ҡайттыҡ урмандан. И Йыртҡыс [айыу], ҡапҡанды ысҡындырмаҡ булып, саталы ағас араһында аяғын тартып маташа. X. Зарипов.
2. миф. Илаһи бер көскә эйә булған табыныу объекты; донъя ағасы. □ Раскидистое дерево; в мифологии является объектом поклонения; мировое дерево. ■ Саталы ағасҡа таҫмалар, тәңкәләр бәйләп китәләр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
САТАЛЫ ТАЯҠ (таяғы) (Р: суковатая палка; И.: knarred stick; T.: görücü değneği) и. этн.
Яусыларға барыусы кешенең яусы икәнлеген күрһәткән ритуаль таяҡ. □ Суковатая палка (атрибут сватающего человека). И Яусылап ир кеше килә. Ул саталы таяҡ тотоп килә. Экспедиция материалдарынан.
САТАЛЫ ҺӘНӘК (һәнәге) (Р: вилы с развилинами, имеющие отгонную силу; И.: magical fork; T.: çatallı diren) и. миф.
Яман көстәрҙе ҡыуыу, ҡурҡытыу көсөнә эйә булған айырсалы һәнәк. □ Вилы с развилинами, имеющие отгонную силу. Ете саталы һәнәк булған ергә ен-шайтан килмәй.
САТАМАЙ I (Р: развилистый; И.: forked; spreading; T: çatal) с. диал. ҡар. саталы.
Айырсалы. □ Развилистый, разветвлённый; раскидистый. ■ Сатамай ҡарағай — төптән төҙ, һомғол булып уҫкән-уҫкән дә .. икегә айырылып киткән. Г. Яҡупова.
САТАМАЙ II (Р. : жесть в прямую или косую клетку, которой обивается сундук; И.: kind of tin-plate; T.: sandık tenekesi) и. диал.
Һандыҡтың тыш яғынан сатрашлап ҡағылған ҡалай. □ Жесть в прямую или косую клетку, которой обивается сундук. Сатамай эшләргә әҙерләнеу. Сатамай менән семәрләу. Килендең һандығы сатамай менән биҙәкләнгән ине.
САТАМАЙҘАУ (сатамайҙа-) (Р.: сделать крест-накрест; И.: make crosswise; T.: çapraz yapmak) ҡ. диал.
Арҡыс-торҡослау, арҡыс-торҡос итеү. □ Сделать крест-накрест. Ағасты сата-майҙап һалыу. Утынды санаға сатамайҙап бәйләу.
САТАН (Р: хромой человек; И.: lame person; T.: aksak) и.
1. Имгәнгән йәки зәғиф аяҡлы кеше, аҡһаҡ. □ Хромой человек. / Хромой, хромоногий, колченогий. Сатан килә ята. М Мейес сығарыусы бер сатан бар, шуға барып ҡарағыҙ, булмаһа. Ф. Ғәлимов. Ирҙәр фронтта. Ҡайтҡандары, йыйын ҡылый бер табын, тигәндәй, беҙҙең шикелле, сатан йә сулаҡ. Т. Килмөхәмәтов. Сатан көйө лә ике аяғы һауҙарға биргеһеҙ яугир егеттәр юҡмы ни? Ә. Хәкимов. • Һуҡыр куп курер, сатан куп йөрөр. Мәҡәл.
2. миф. Ауырлы ҡатындарға, балаларға ҡарарға ярамай тип иҫәпләнгән ҡурҡыныс янаусы зат; сатан кеше. □ Хромой; в мифологии, как любое ущербное лицо, опасен для беременных и новорождённых. N Ауырлы ҡатынға сатан, һуҡыр, сулаҡ кешеләргә ҡарарға ярамай, балаһы зәғиф була. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
САТАНЛАНЫУ (сатанлай ) ҡ. ҡайт. ҡар. сатанлау, возвр. от сатанлау.
САТАНЛАТЫУ (сатанлат-) ҡ. йөкм. ҡар. сатанлау, побуд. от сатанлау. Аяғымды са-танлаттым. Сатанлатып атлап китеу.
САТАНЛАУ (сатанла-) (Р: хромать; И.: walk with a hobble; T.: aksamak) ҡ.
1. Сатанға, аҡһаҡҡа әйләнеү, сатан булыу. □ Хромать, становиться хромым. Сатанлап ҡалыу. ■ [Салпа] зәғифлекте уйламай, сатанлап ҡала бит бала. Г. Яҡупова.
2. Зәғиф йәки ауыртҡан аяҡ менән һылтыҡлау. □ Хромать, ковылять. Сатанлап атлау. Ул ныҡ сатанлай. ■ Кистән ауылға ҡайтып йоҡларға йыйынған Мәҙинә атының сатанлауын иҫенә төшөрҙө. Т. Ғарипова. Зөлхәбирә апай Заһиттың да сатанлап булһа ла .. етеҙерәк юрғалағанын шәйләп ҡалды. Р. Ғабдрахманов. • Аҡһаҡты сатанларға өйрәтмәйҙәр. Мәҡәл.
436