Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 437


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САТИН
САТАН Л ЫҠ (сатанлығы) (Р.: хромота; И.: limp; T.: aksaklık) и.
Сатан булыу, аҡһаҡлыҡ. □ Хромота. Са-танлығынан оялып, өйҙә ултыра.
САТАҺЫҘ (Р: без развилки; И.: without a fork; T.: çatalsız) c.
Сатаһы (I, 1) булмаған, айырсаһыҙ. □ Без развилки. Сатаһыҙ һәнәк. Сатаһыҙ юл.
САТАҺӘНӘК (сатаһәнәге) (Р: вилы с двумя развилками; И.: pitchfork; T.: iki çatallı yaba) и. диал.
Ике саталы һәнәк. □ Вилы с двумя развилками. Сатаһәнәкте алыу. Сатаһәнәк менән бесән ташлау.
САТАШЫУ (саташ-) (Р: бредить; И.: talk deliriously; T.: sayıklamak) ҡ. диал. ҡар. һаташыу.
1. Йоҡлағанда йәки ныҡ ауырығанда аңһыҙ рәүештә һөйләнеү йәки нимәлер ҡыланыу. □ Бредить. Саташып йоҡлау. ■ Биксән ағай төнө буйы саташып сыға. Р. Солтангәрәев.
2. кусм. Яңылышыу, буталыу. □ Сбиться с толку; путаться, запутаться. Иҫ аралаш саташыу. Саташып китеу. ■ [Гөлзифа:] Нишләп миңә ҡайны-ҡәйнә булһын! Әллә са-таша башланыңмы, әсәй. Ҡ. Даян. Ҡартлыҡ психозы осоронда йыш ҡына саташыу һәм эс бошоу — депрессия куҙәтелә. М. Ғатауллин. Сәбәпһеҙгә куңел төшөнкөлөгөнә бирелеуҙән, бер ук нәмә, идея менән саташыу сәбәпле психиканың боҙолоуы меланхолия була. «Йәшлек», 3 июль 2011.
3. Үҙ-үҙеңде тота алмау. □ Выйти из себя. Аҙ ғына һуҙ әйтһәң, саташа ла китә.
САТЕЛЛИТ [лат. satelles ‘һаҡсы’] (Р: сателлит; И.: Roman hireling; T.: muhafız) и.
1. тар. Боронғо Римда: хужаһын оҙатып йөрөгән ҡораллы ялсы. □ Сателлит (наёмный вооружённый телохранитель в Древнем Риме). Үҙе генә йөрөуҙән ҡурҡып, ике ҡораллы сателлит ялланы.
2. Формаль яҡтан ирекле, ә ғәмәлдә икенсе бер көслөрәк дәүләткә бойондороҡло булған дәүләт. □ Сателлит (государство, формально независимое, но фактически
подчинённое другому, более сильному государству). Сателлит дәуләттәр. ■ Бөйөк дәуләт-держава шар һымаҡ тубән тәгәрәй башланы һәм Американың ширма артында бармаҡтарҙы тирбәтеп уйнаусы сателлитына — ҡурсағына әйләнде. И. Абдуллин.
3. астр. Планетаның эйәрсене. □ Сателлит (спутник планеты). Урандың иң яҡты сателлиттарының береһе — Ариэль.
4. кусм. Үҙ фекере булмаған, башҡа кешеләрҙең ҡушҡанын ғына башҡарыусы.
□ Сателлит (безличный исполнитель чужой воли; приспешник). Хуплап ултырыусы сателлиттар.
САТИ [һинд Sati] (Р: сати; И.: sati; T.: eski bir Hint geleneğine göre bir kadının kocasının naaşı ile beraber yakılması) u.
1. һиндостанда тол ҡатындың иренең үлем утында үҙ-үҙен яндырыу йолаһы.
□ Сати (обычай самосожжения вдовы на погребальном костре мужа). Сатиға тап булыу. Сати шаһиты булыу.
2. Мөхәббәткә тоғролоҡ символы. □ Сати (символ преданности мужу). Сати булыу. Сати һаҡлау.
САТИН I [фр. satin ‘зәйтүн’] (Р: сатин; И.: sateen; T.: saten taklidi pamuklu kumaş) и.
Йылтырап торған кизе-мамыҡ туҡыма.
□ Сатин (ткань сатинового переплетения нитей из хлопчатобумажного или химического волокна). Кулдэклек сатин. Бары сатин. Йоҡа сатин. Сатин һатып алыу. Биҙәкле сатин. Я Ғәлиәхмәт .. ысын оҫта һымаҡ гармунының ҡыҙыл сатиндан эшләнгән куректәрен ҡолас еткәнсе киреп һуҙып ебәрә. Р. Байымов. Азат һуҙендә ныҡ торҙо: эре биҙәкле сатин тышлы мендәрҙәргә дуртенсе тәулектә генә килеп башын һалды. Т. Ғарипова. Приказчик сығып: «Ҡыҙыл тауар алырға килегеҙ! Сатиндың, ситсаның төрлө төҫтәгеһе, сәскәлеләре, буҫтау-ебәктең дә йәнең теләгәнен һайлап алырға мөмкин», — тип һөрәнләне. Ә. Әһлиуллин.
САТИН II (Р: сатиновый; И.: of sateen; T.: saten) с.
Йылтырап торған кизе-мамыҡ туҡыманан эшләнгән. □ Сатиновый. Сатин тышлы. Сатин мендәр тышы. ■ Ҡорама юрғандың
437