САТИРА
тышлығы ситса йәки сатин тауарҙарҙы киҫкеләп, ниндәйҙер бер мозаика барлыҡҡа килтереп тегелә. С. Сурина. [Зифа:] Әсәйем сатин кулдәк алып биргәйне. 3. Ураҡсин.
САТИРА [лат. satira ‘көлкөлө’] (Р.: сатира; И.: satire; T.: yergi) и.
1. Тормоштағы көлкө, боҙоҡ хәлдәрҙе сәнғәттә әсе көлөп сағылдырыу ысулы. □ Сатира (литературный приём, который высмеивает негативные явления, пороки общества, образ жизни людей и образ их мыслей). Сатира формаһында. Сатира ысулы. Етешһеҙлектәрҙе сатира ҡулланып асыу. ■ Сатира ла уның [Рәми] өсөн ят әлкә тугел ине. Р. Бикбаев.
2. Ысынбарлыҡтағы кире күренештәрҙе фаш итеп, әсе көлөп сағылдырған сәнғәт әҫәре. □ Сатира (художественное произведение, остро и беспощадно обличающее отрицательные явления действительности). Пародиялы сатира.
3. Етешһеҙлектәрҙе фаш иткән әсе мыҫҡыл. □ Сатира (унизительное обличение явлений при помощи различных комических средств). К Сатира һәм юмор Фәйзи Ғумәров ижадының төп уҙенсәнлегенә әуерелде, тип һис шикһеҙ әйтергә мөмкин. Р. Мифтахов.
САТИРИК I (сатиригы) [рус.] (Р: сатирик; И.: satirist; T: yergici) и.
Сатира авторы (яҙыусы, рәссам, музыкант һ. б.). □ Сатирик. Танылған сатирик. Сатирик таланты. Я Минең өсөн иң мөһиме — был ҡалала [Октябрьскийҙа] сатирик, юмор оҫтаһы Тимер Арслан менән осраштым. Ф. Ғүмәров.
САТИРИК II (Р: сатирический; И.: satirical; T: hiciv) с.
1. Сатиранан торған, сатираға ҡоролған; сатираға мөнәсәбәтле. □ Сатирический. Сатирик журнал. Сатирик шиғыр. Сатирик куплеттар. Сатирик плакат. ■ Ана шул һирәк-мирәк булһа ла матбуғатта курен-геләгән сатирик һәм юмористик шиғырҙарым мине кескәй саҡтағы дуҫым «Һәнәк» журналы редакцияһына алып килде лә инде. Ф. Ғүмәров.
2. Сатираға хас; фашлаусы. □ Сатирический (относящийся к сатире, обличаю
щий, высмеивающий). Сатирик рухта яҙылған әҫәр. ■ Мифтахетдин Аҡмулланың бик куп шиғырҙарының сатирик пафос, публицистик аһәң менән һуғарылғанлығын курәбеҙ. Ғ. Ҡунафин. Рәсих Ханнанов, куп һанлы гәзит-журнал мәҡәләләре, очерктар, әҙәби һәм театраль рецензиялар менән бер рәттән, сатирик юҫыҡтағы әҫәрҙәр ҙә ижад итә. «Ағиҙел», № 5, 2011.
САТҠЫ (Р: искра; И.: spark; T.: yasımış ışık) и.
1. Янған йәки утлы нәмәнең баҙлап, сәсрәп осҡан бәләкәй генә киҫәге; осҡон.
□ Искра; вспышка. Сатҡы сәсеу. Сатҡы биреу. • Яҡтыла яҡты куренмәҫ, ҡараңғыла сатҡы ла куренер. Мәҡәл.
2. Бер-береһенә ышҡылған ике нәмәнән сәсрәп осҡан бәләкәй генә ут киҫәге; осҡон.
□ Искорка. Сатҡы сағыу.
3. Ҡояш төшкәндә, йәшен йәшнәгәндә һ. б. ялтылдап киткән яҡты һыҙат. □ Блик. Ҡояш сатҡыһы. ■ Хатта куҙҙәрендә [Амантаевтың] йәшен сатҡылары сағылып киткәндәй булды. Ә. Бикчәнтәев. һалҡын ҡояш нурында уйнаған йәш ҡар сатҡылары .. сағыу йымылдай. Ҡ. Ибәтуллин. Ҡояштан сәселгән ҡыҙыл сатҡылар тау биттәрен ҡыҙыл ҡан менән йыуа. Т. Хәйбуллин. • Үгәй инәнең яҡшыһы — тамуҡ утының сатҡыһы. Мәҡәл.
4. кусм. Нимәнеңдер (хистең, фекерҙең, һәләттең һ. б.) сағылышы, бәләкәй генә бер билдәһе. □ Проблеск, искорка. Белем сатҡыһы. Талант сатҡыһы. Дәрт сатҡылары. Шаянлыҡ сатҡыһы. К Йәйғорҙай балҡыған саҡтарым бәхеттең сатҡыһы тугелме? Г. Ҡотоева. Кәримәнең моңһоу куҙҙәрендә өмөт сатҡылары ла, ышанып етмәу билдәһе лә куренеп ҡалды. Н. Мусин.
5. Ниндәйҙер йылы тойғо. □ Лучик, зачаток какого-л. тёплого чувства. ■ Беловтыц куҙендә шатлыҡлы сатҡылар ялтыраны, йөрәге йышыраҡ тибә башланы. Ә. Бикчәнтәев. Ҡуңеле төбөндәге һуңғы сатҡынан яралған был һөйөу ҙә утә ҡиммәткә төшмәксе Ихсанбайға. Т. Ғарипова.
438