САТЛЫҠ
САТҠЫЙ и. диал. ҡар. сатҡы 1, 4, 5. Ут сатҡыйы. Бәхет сатҡыйы. Йылы сатҡый тойоу.
САТҠЫЛАНЫУ (сатҡылан ) (Р.: искриться; И.: sparkle; T.: kıvılcımlanmak) ҡ.
1. Сатҡыға әйләнеү, сатҡы булыу. □ Искриться; блестеть, сверкать искрами. Костёр сатҡылана. Сатҡыланып осоу. Сатҡыланып яныу.
2. Сатҡы биреү. □ Давать искру; рассеивать искры. Сатҡыланып тоҡаныу.
3. кусм. Ниндәйҙер хис-тойғо, фекер, һәләт һ. б. сағылыш табыу. □ Блестеть, искриться (под влиянием каких-л. чувств), вспыхивать (о глазах, взгляде). Өмөт сатҡылана. М Зильданың йөрәгендә бер нисә секундҡа ниндәйҙер өмөт сатҡыланып тоҡанды: бәлки, уның Карамы ла китмәҫ әле. Н. Мусин.
САТҠЫЛЫ (Р.: искровой; И.: sparkling; T.: kıvılcımlı) с.
Сатҡы (1, 2) сәсеп, сәсрәтеп торған. □ Искровой; блестящий, сверкающий искрами.
САТЛАМА ҺЫУЫҠ (һыуығы) и. ҡар. сатнама һыуыҡ. М Сатлама һыуыҡтарҙа шамбы, төбө таш йәки ҡом булған тә-рән урындарҙан сығып, һай ергә йыйыла һәм йәбешкәк ваҡ ыуылдырыҡтарын сәсә. Ш. Нафиҡов. Корама юрғандарҙы ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа тышҡа, ҡояшҡа алып сығалар, ҡояш нурын, энергияһын юрған эсендәге һарыҡ йөнө генә тугел, биҙәкле ҡорамыштар ҙа уҙенә йыя. С. Сурина. Беҙ уны [Ғимайҙы] .. утыҙ градуслы сатлама һыуыҡтарҙа сәғәттәр буйы һөйләр осон митингыларға ебәрҙек. И. Насыри. Кыш мөрйәнән сыҡҡан төтөн һауаға тура кутә-релһә, тыштағы сатлама һыуыҡты белдерә, ергә ятһа, ҡар яуасаҡ, һынамыш.
САТЛЫ (Р: развилистый, разветвлённый; И.: furcate; T.: çatallı) с.
Саты (III) булған; тармаҡлы. □ Развилистый, разветвлённый. Ике сатлы кәлтә һәнәге. Өс сатлы ботаҡ. ■ Карацғылыҡты ярып, уҙенә табан осоп килгән биш сатлы йондоҙҙо айырым-асыҡ курҙе Нурия. Ә. Байрамов.
САТЛЫ АРТЫШ (Р: раскидистый можжевельник (мифологизированное растение); И.: spreading juniper; T.: çatallı ardıç) и. миф.
Ҡыуыу, ҡурҡытыу көсөнә эйә тип иҫәпләнгән тарбаҡлы артыш. □ Раскидистый можжевельник (мифологизированное растение, имеющее отгонную силу). Я Бесәндә ҡыуыш ауыҙына саталы артыш ҡуялар ине, шайтан килмәһен тип. Экспедиция материалдарынан.
САТЛЫ-БОТЛО с. ҡар. сатай-ботай I, II. Сатлы-ботло яҙыу. Сатлы-ботло ятыу.
САТЛЫҠ I (сатлығы) (Р: перекрёсток; И.: intersection; T.: çatallık) и.
1. Нимәлер айырылып киткән, ҡушылған йәки киҫешкән урын. □ Перекрёсток; развилина. Трамвай сатлығы. Урам сатлығы. Ике юл сатлығы. Йылға сатлығы. Н [Рәиф] ырҙындары артындағы сатлыҡта машина көтөп ел йотто. Р. Ғабдрахманов. Йәш бисәне көсөктәре менән ете юл сатлығына илтеп ҡуйғандар. Әкиәттән.
2. Ике йәки бер нисә нәмә бергә тоташын яһалған урын, мөйөш. □ Угол между пересекающимися линиями; угол с внутренней стороны чего-л. Мейес сатлығы. Өй сатлығы.
3. миф. Мифлаштырылған, яман көстәр менән бәйле урын. □ Место, связанное с нечистой силой. Сатлыҡтан ҡурҡыу.
САТЛЫҠ II (сатлығы) (Р: межгорье; И.: gorge; T: iki dağ arası) и. диал.
Ике тау араһы. □ Межгорье. Сатлыҡтан сыҡҡан болот. Сатлыҡтағы ҡар.
САТЛЫҠ III (сатлығы) (Р: передняя; И.: hallway; T.: hol) и. диал.
1. Алъяҡ, алғы яҡ. □ Передняя. Сатлыҡта аш әҙерләу. Сатлыҡтағы һандыҡ.
2. Мөйөшкә ҡуйылған һике. □ Нары угловые. Сатлыҡты йыйыштырыу. Сатлыҡҡа өйөлгән мендәрҙәр.
3. Ике өй йәки өй менән һарай араһы. □ Пространство между домами или между домом или сараем. Сатлыҡҡа утын ойоу. Сатлыҡҡа арба, сана ҡуйыла.
САТЛЫҠ IV (сатлығы) (Р: палисадник; И.: front garden; T.: küçük bahçe) и. диал.
439