САТЛЫҠЛАУ
Өй артындағы ағаслыҡ. □ Палисадник. Сатлыҡтағы эскәмйә. Сатлыҡҡа бәүелсәк элеү.
САТЛЫҠЛАУ (сатлыҡла-) (Р.: делать в форме прямоугольника; И.: make rectangular; T.: dikdörtgen biçiminde yapmak) ҡ.
Бер-береһенә остарын төкәтеп, мөйөш яһау (өйҙө, мейесте һ. б.). □ Делать в форме прямоугольника (в форме деепричастия на -п выступает в функции наречия и имеет значение «прямоугольником»). Мейесте сатлыҡлап сығарыу. Өйҙө сатлыҡлап һалыу.
САТЛЫҠОЙРОҠ (сатлыҡойроғо) и. диал. ҡар. ҡарлуғас. Сатлыҡойроҡтар ояһы.
САТЛЫ ЮЛ (Р: развилистая дорога (опасное место; место отгона нечистой силы); И.: forking road; T.: çatallı yol) и. миф.
Айырсалы юл; яман көстәр төрлө ауырыуҙарҙы ҡыуып килтергән урын. □ Развилистая дорога (опасное место; место отгона нечистой силы). Ерҙән тейгән ауырыуҙарҙы сатлы юлға һалалар. Сатлы юлға еткәндә бик һаҡ булырға кәрәк.
САТМАШЫУ I (сатмаш-) (Р: спутываться; запутываться; И.: tangle up; T.: dolanmak) ҡ. диал. ҡар. сейәлеү.
Сырмалып, буталып төйнәлеү; сеймәлеү.
□ Спутываться; запутываться (о пряже, нитках). Еп сатмашҡан. Аттың ялы сагпма-шып бөткән, тарарға кәрәк.
САТМАШЫУ II (сатмаш-) (Р.: усиление сердцебиения; И.: exasperation of heartbeat; T.: kalbi çok hızlı atmak) ҡ. диал.
Йөрәк тибеше көсәйеү. □ Усиление сердцебиения. Ҡапыл йөрәгем сатмашып китте. Ҡурҡыштан йөрәк сатмашты.
САТНАМА ҺЫУЫҠ (һыуығы) (Р.: трескучий мороз; И.: heavy frost; T: pek şiddetli soğuk) и.
Ҡышҡы селләләге иң ҡаты һыуыҡ.
□ Трескучий мороз. Сатнама һыуыҡтар башланды. Сатнама һыуыҡта юлға сығырға ярамай. М Сатнама һыуыҡтар торған мин донъяға килгәндә. Ф. Күзбәков. Шартлап торған сатнама һыуыҡ. Ағастарҙы бәҫ ҡаплаған. Р. Низамов. Сыуағы ла, сатнама
һыуығы ла барыбер уға [Ишдәүләт ҡартҡа]. И. Йәһүҙин.
САТНАП ТОРОУ (сатнап тор-) (Р: быть очень смелым; И.: be very brave; T: cesur olmak) ҡ.
1. Үткер, сая булыу. □ Быть очень смелым. ■ [Фатима] эшкә тиһәц — эшкә, һүҙгә тиһәң — һүҙгә сатнап тора. 3. Шәрҡи.
2. Бик көслө, ҡаты булыу (һыуыҡҡа ҡарата). □ Трещать (о морозе). ■ Сатнап торған һыуыҡ, ел ҡотора, буран ҡаплай юлсы санаһын. М. Хәй.
САТНАТА БАҪЫУ (сатната баҫ-) (Р: быть уверенным; И.: be sure; T.: emin olmak) ҡ.
Үҙецә үҙең ышанып, дәрт, көс сығарып атлау. □ Быть уверенным, шагать решительно.
САТНАТЫУ (сатнат-) (Р: треснуть; образовать трещину; И.: crack; T: çatlatmak) ҡ.
1. Сыйҙыртып ҡына ярыу. □ Треснуть; образовать трещину. Сынаяҡты сатнатыу. Вазаны сатнатыу. ■ «Сатнатып тормайым, емерергә теләйем икән, онталғансы емерәм дә ҡуям», — тинем, бисәгә оҡшатың-ҡырап. X. Ризванова.
2. Артыҡ киптереп йәки туңдырып ярыу (ерҙе һ. б.). □ Потрескаться; треснуть. Ҡояш ерҙе киптереп сатнатты. Һыуыҡ балсыҡ стенаны сатнатҡан.
3. Киптереп телгеләү, ярғыслау (иренде, телде һ. б.). □ Трескаться, треснуть, растрескаться (о губах, языке и т. п.). М Йәй ысынлап та ҡоро, эҫе ел тамаҡ төбөн киптерә, ирендәрҙе сатната. «Башҡортостан», 19 июль 2011.
4. күсм. Асыҡ, оҫта, үткер итеү (һүҙҙе). □ Чётко, внятно, ясно, отчётливо выговаривать, читать и т. п. Сатнатып уҡыу. Сатнатып әйтеү. Сатнатып яуап биреү. Сатнатып телмәр һөйләү. ■ [Сотник Аҡҡусҡаров:] Ай-бай, Алдарбай тархан, бигерәк хәтәр кешеһец икән, батша менән Һин дә мин сатнатып һөйләштең дә ҡуйҙың бит. Н. Мусин. [Харрас.] Алдан ныҡ әҙерләнгән, ахырыһы: кемдең кем улы йә ҡыҙы булыуын, ниндәй фамилия йөрөтөүен, көнбағыш ярғандағылай, сатнатып әйтә лә
440