САТРАП
бирә. Б. Рафиҡов. Сәлим дә бик тиҙ бирешә торғандарҙан тугел икән, сатнатып тора, суҡынған. И. Ғиззәтуллин.
5. Ныҡ итеп һуғыу. □ Сильно ударить. Н [Аҡҡалпаҡ] башын эйеп алға ынтылды, ә инде теге ҡараҡтар эргәһенән уткәндә, уҙен атта алып китеусегә ҡапыл боролдо ла, йоҙроғон төйнәп, куҙенән уттар курһәткәнсе, яңағына сатнатты. Ғ. Ибраһимов.
САТНАУ I (сатна-) (Р: трескаться, треснуть; И.: crack; split; T.: çatlanmak) ҡ.
1. Сыйылып ҡына ярылыу. □ Трескаться, треснуть; надтреснуть, потрескаться. Сатнаған сынаяҡ. ■ Әрмән дуҫтар яңынан-яңы гузәл һарайҙар, һыйыр фермаһы, ашлама һаҡлағыс та ҡора, тик уҙҙәре китеу менән стеналары сатнай башлай. Р. Камал. Төптәге бер кирәгә ботаҡ урынынан сатнаған да һығылып төшкән. Н. Мусин. • Осҡондан ялҡын сыға, сыйыҡтан быяла сатнай. Мәҡәл. Ята-ята таш та сатнай. Мәҡәл.
2. Артыҡ кипкәндән йәки туңғандан ярылыу (ергә һ. б. ҡарата). □ Потрескаться; треснуть (о почве и т. п.).
3. Кибеп, телгеләнеү, ярылыу (биткә, иренгә һ. б. ҡарата). □ Трескаться, треснуть, растрескиваться, потрескивать (о губах, лице и т. п.). Я Айһылыу, тауышһыҙ ғына йылмайып, иренец куптән ҡырыуы еткән ҡаҡса сикәләренән, тир һәм туҙандан һоро төҫкә ингән тулҡынлы ҡара сәстәренән, сатнап ярылған ирендәренән йомшаҡ ҡына һыйпап ултырҙы. 3. Биишева. Сарсауҙан сатнаған ирендәрен ебетеп сығырға тип, улар [Шәфҡәт, Әхмәт] ашханаға инделәр. X. Ризванова.
4. Бик ныҡ шартлау, сарт-сорт итеү, сарт-сорт килеү. □ Трещать, сильно трескаться, разрываться. Һауа сатнай. Сатнап йәшен атыла. Сатнап яна. ■ Бер ҡатлы мөхәббәтеңде сатната һуға йәшен. М. Хисамова. Ҡапыл .. сая «Ур-ра!»нан тертләй, сатнай һауа. Р. Назаров. Ваҡыт еткәс, кумер кеуек тугел, йәшен һымаҡ сатнап һунермен. Ғ. Әмири.
5. кусм. Үҙәккә үтеп әсетеү, ярылып барыу; сәңгеү. □ Трещать, ломить, ныть.
Сатнап ауыртыу. Сатнап һыҙлау. Я Нурания, талсыҡҡан ағзаларының сатнап ауыртыуына курә, серемгә китә алмай ыҙа сигә. Ә. Хәкимов. Купме йоҡлағандыр, әммә уянғанда, уның [Абдулланың] башы сатнап ауыртмай, зиһене асыҡ ине. Н. Мусин. Сания башы сатнауға туҙә алмай уянып китте. И. Насыри.
♦ Теш сатнатҡыс һыуыҡ (һалҡын) һыуыҡ һыу. □ Ледяная вода. Я Юламан, ташҡа ятып, танһыҡтары ҡанғансы теш сатнатырлыҡ һалҡын шишмә һыуын эсте. Д. Бүләков.
САТНАУ II (сатна-) (Р: пересыхать в горле, жаждать; И.: thirst; T: susamak) ҡ. диал.
Тамаҡ кибеү, һыуһау. □ Пересыхать в горле, жаждать. Тамағым сатнаны. Я Тамаҡтарым кипте, сатнап килә, ялыҡтым инде төрлө дарыуҙан. В. Әхмәҙиев.
САТНАУ III (сатна-) (Р: вылупиться (о птенцах); И.: hatch; T: yumurtadan çıkmak) ҡ. диал.
Йомортҡанан себеш сығыу. □ Вылупиться (о птенцах). Ҡаҙҙың алты себеше сатнаған. Тауыҡтың өс кенә себеше сатнаған әле.
САТРА (Р.: развилина; перепутье; И.: bifurcation; T: kavşak) и. иҫк. диал.
1. Бергә килеп ҡушылған ике юл йәки йылға араһы; сат (I). □ Развилина; перепутье. Сатраға һыуға барыу. Сатрала баҫма һалалар. Я Эй, сатра, сатра, сатрала кәкук саҡыра. Сеңләүҙән.
2. Тау башы. □ Вершина. Я Әуәле, шаҙра булһа, кеше сатра башына бер ҡарт кешене йөкләп менеп, шундағы шишмәлә битен йыуып, һыуҙан таш алып, ағасҡа бәйләп киткән. «Башҡорттарҙың им-том китабы »нан.
САТРАП [гр. < фарс. ‘батшалыҡты һаҡлаусы’] (Р: сатрап; И.: satrap; T.: pers valisi) и.
1. Боронғо Персияла һәм ҡайһы бер боронғо Көнсығыш дәүләттәрендә хәрби-административ әлкә (провинция) башлығы. □ Сатрап (высший чиновник древнеперсидского государства; наместник администра-
441