Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 442


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САТРАШ
ции, отвечавший за сбор податей, вершивший суд, набиравший войска и контролировавший местных чиновников). Сатрап итеп тәғәйенләу. Тәуҙә флот етәкселәрен, һуңынан башка юғары дәрәжәле кешеләрҙе лә сатраптар тип йөротә башлағандар.
2. кусм. кит. Законды иҫәпкә алмай, үҙ иркенә хөкөм йөрөткән башбаштаҡ хаким, түрә. □ Сатрап (правитель, наместник-деспот). ■ [Әсфәндиәр:] Сатрап кешеләре булырға тейеш. Биттәрендә япма. Әллә юлбаҫарҙармы икән? Б. Рафиҡов.
САТРАШ I (Р.: клетчатый; И.: checkered; T.: satrançlı) с.
1. Арҡыры-буй һыҙыҡтарҙан торған; шаҡмаҡлы. □ Клетчатый. Сатраш ашъяулыҡ. Сатраш биҙәк. Сатраш тауар. И Юлсы йәһәт кенә сатраш пинжәген кейеп алды. М. Кәрим. Камалетдинов, сатраш дәфтәр битенә яҙылған бысраҡ һуҙҙәрҙе йыртып, суп һауытына ырғытты. Т. Ғарипова.
2. Арҡыры-буй йүнәлешле. □ Крест-накрест, крестом. Сатраш һыҙыҡтар.
САТРАШ II (Р: крест-накрест, крестом; И.: criss-cross; T.: çapraz) р.
Арҡыры-буй йүнәлешле. □ Крест-накрест, крестом. Сатраш һалыу. Сатраш ятыу. К Беҙ сатраш уткән ике юл сатына килеп еттек. С. Кулибай.
САТРАШ III (Р: клетчатый узор; И.: chequered pattern; T.: satranç desen) и.
Шаҡмаҡ биҙәктәрҙән торған сигеү төрө. □ Клетчатый узор вышивки (крест-накрест, крестом). Сатраш һыҙыу. Сатраш сигеу.
САТРАШ IV (Р: игра в шахматы, шашки; И.: chess; T.: satranç) и.
Арҡыры-буй һыҙған шаҡмаҡлы таҡтала уйнай торған уйын; шахмат, шашка. □ Игра в шахматы, шашки. Сатраш таҡтаһы. Сатраш уйыны. М Ул [Хәтмулла ағай] һаман баяғы сатраш таҡтаһы янындағы хәлдән уңайһыҙлыҡ кисерә ине. 3. Ураҡсин. [Кинйә:]Кубегеҙ сатраш уйынын — шахматты — беләлер. Ғ. Ибраһимов. Әминбәк .. батшаға сатраш уйнарға киткән. Әкиәттән.
САТРАШ V (Р: тын; И.: poling; T.: çit) и. диал. ҡар. текмә.
1. Нәҙек ағасты өс буй кәртәгә шаҡарып яһаған ҡойма; шаҡарма. □ Тын, частокол. Сыбыҡ сатраш. Тал сатраш. Сатраш тотоу.
2. Йыуан ағасты теҙеп ултыртып яһаған ҡойма. □ Частокол. ■ Батыр уҙе лә йортон имән сатраш менән уратып алды. Ғ. Ибраһимов.
САТРАШ VI (Р: упрямец; И.: stubborn beggar; T: inatçı) и. диал.
Арҡыры, тиҫкәре кеше. □ Упрямец. Сатраш менән ғумер иттем, бер ыңғайға килмәне.
САТРАШ VII (Р: упрямый; И.: stubborn; T.: inatçı) с. диал.
Арҡыры, тиҫкәре. □ Упрямый, неуступчивый; строптивый. Сатраш малай. Сатраш ҡыҙ.
САТРАШЛАНДЫРЫУ (сатрашландыр-) ҡ. йөкм. ҡар. сатрашланыу, понуд. от сатрашланыу. В Кыҫҡа ҡара салбары таҫма бауҙар менән сатрашландырып яурындары аша тарттырып ҡуйылған. Ф. Иҫәнғолов.
САТРАШЛАНЫУ (сатрашлан-) ҡ. тош. ҡар. сатрашлау, страд, от сатрашлау. ■ Бары Тәңрене тәрегә — сатрашланған ағас киҫәктәренә тшҫләуҙәрен генә оҡшатманы Әсфәндиәр. Б. Рафиҡов.
САТРАШЛАУ I (сатрашла-) (Р: разбивать на клетки; И.: square off; T: satranç tahtası gibi karelere ayırmak) ҡ.
1. Арҡыры-буй һыҙыҡлы итеү, сатраш (I, 1) итеү. □ Разбивать на клетки, расчерчивать на клеточки. Таҡтаны сатрашлау. Сатрашлап биҙәу. М [Бабайҙың] ҡатыны йөн иләгән, сатрашлап балаҫ һуҡҡан. Әкиәттән.
2. Нимәнелер арҡыс-торҡос уратыу йәки ҡуйыу. □ Наматывать, обвить захлёстывая. Сатрашлап бинт бәйләу.
САТРАШЛАУ II (сатрашла-) (Р: делать узоры; И.: make patterns; T.: desen yapmak) ҡ.
Аҫалау, биҙәк ултыртыу. □ Делать узоры. Сатрашлап һуғабыҙ кейеҙҙе. Сатрашлап ҡағығыҙ һандыҡ тимерен.
442