САТЫР
САТ-СОТ (Р.: подражание многократному звуку чавканья; И.: champing sound imitation; T.: çat çut) оҡш.
Ҡабат-ҡабат сат (VI) иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократному звуку чавканья. Сат-сот итеу. Сат-сот һағыҙ сәйнәу. ■ Берәуҙәр пар кугәрсен кеуек гөрләшеп, икенселәр сат-сот һуғышып йәшәп ята. Г. Ғиззәтуллина.
САТ ТА БОТ (Р: во всю прыть; И.: in all haste; T.: doludizgin)/?.
Йән-фарман. □ Во всю прыть. Cam та бот килеп йугерҙеләр.
САТУРН [лат Satumus ‘сәсеү аллаһы’] (Р: Сатурн; И.: Saturn; T.: Satürn) и. (баш хәреф менән)
1. Ҡояш системаһында Ҡояштан алтынсы торған планета. □ Сатурн (шестая по удалению от Солнца и вторая по размеру и массе планета). ■ Сатурн майҙың башында көньяҡта, офоҡ өҫтөндәге Ҡыҙ йондоҙлоғонда нурлана, ай аҙағына көньяҡ-көнбайышҡа табан кусә. «Башҡортостан календары »нан.
2. миф. Боронғо Римда ваҡыт, ер һәм сәсеүлектәр тәңреһе. □ Сатурн (древнеримский бог времени, земли и посевов). Сатурнға табыныу.
САТЫЛДАТЫУ (сатылдат-) (Р: чавкать, чмокать; И.: champ; T.: şapırdatmak) ҡ.
1. Сат-сот иттереү, сат-сот килтереү. □ Чавкать, чмокать, цокать. // Чавканье, чмоканье. Иренде сатылдатыу.
2. кусм. Һүҙен, хәбәрен тотлоғоп, туҡтап тормай, теҙеп әйтеү. □ Говорить чётко, бойко, смело. ■ [Абдулла:] Минең йәш бисә бик батыр, иренән дә ҡурҡмай, һуҙен сатылдатып һөйләй. Һ. Дәүләтшина.
САТЫЛДАУ (сатылда-) (Р: чавкать; И.: champ; T.: şapırdamak) ҡ.
1. Сат-сот итеү, сат-сот килеү. □ Чавкать. // Чавканье. Ашағанда ауыҙ сатылдай.
2. кусм. Хәбәрҙе тотлоғоп тормай, теҙеп, шыма һөйләү. □ Говорить чётко, бойко, смело. К Бигерәк тә уның [Миңлекәйҙең] руссаны һыуҙай эсеп, сатылдап һөйләуе уны [Ғөлйөҙөмдө] ғәжәпләндерә. Һ. Дәүләтшина.
САТЫЛДАШЫУ (сатылдат-) ҡ. урт. ҡар. сатылдау, взаимн. от сатылдау. Балалар сатылдаша. Бер туҡтауһыҙ ҡыҙҙар сатыл-дашты ғына.
САТЫР I [ғәр. 5^1 (Р: шатёр; палатка; И.: wall tent; T: çadır) и.
1. Һыу үткәрмәй торған беше туҡыманан йәки кейеҙҙән, тиренән ҡаҙыҡтарға тарттырып киреп, елдән, ямғырҙан ышыҡланыу, ваҡытлыса тороу өсөн эшләнгән еңел ҡоролма. □ Шатёр; палатка. Сатыр ҡороу. Дауыллы ямғыр беҙҙең сатырыбыҙҙы ауҙара яҙҙы. Сиғандар йылға буйында сатыр ҡороп ята. ■ Әхкәмде сатыр артынан ниндәйҙер бер нәмәгә һалып һөйрәкләп алып сыҡтылар ҙа ипләп кенә кутәреп аяғына баҫтырҙылар. Б. Рафиҡов. Ҡояш самаһын онотоп ҡыҙҙыра башлағас, зәңгәр кук утлы табаға әйләнгәс, бесәнселәр кулемгә туҡтанылар — арба тәртәләренә тарттырып ҡоролған сатыр аҫтына барып яттылар. И. Абдуллин.
2. Ярым күсмә тормош менән йәшәгән халыҡты иҫәпләү берәмеге. □ Единица счёта населения, ведущего полукочевой образ жизни. ■ Ҡушҡар бей, атаһы вафат булғандан һуң, 60 сатыр кеше эйәртеп, Иҙелде арҡыры сығып, Яйыҡ һәм Һаҡмар тамағына килеп урынлашҡан. «Башҡорт шә-жәрәләре»нән.
3. Ямғыр, ҡояштан һаҡланып, баш осонда тотоу өсөн эшләнгән еңел япма, көмбәҙ; ҡулсатыр. □ Зонт; зонтик. / Зонтичный, зонтовый. Ҡояштан һаҡлаусы сатыр. Сатыр һатып алыу. Сатыр тышлығы. Ҡомбайн сатыры. ■ Бисәләре баш өҫтөндә сатыр тотоп йөрөгән була. Йәнәһе, беҙҙең ҡояш уларға килешеп бөтмәй. М. Кәрим.
4. кусм. Ағастың ҡояштан ышыҡ яһап торған бөтә ботаҡ һәм япрағы. □ Крона. Ҡуйы сатыр. М Урманда тынлыҡ. Ҡуккә олғашҡан ағас сатырҙарын аралап, ергә нур һөңгөләре һуҙылған. Ә. Хәкимов. Ағастың .. олоно беҙҙән ун метр самаһы ҡырҙа, ә сатыры беҙҙең баш осона уҡ килеп еткән. Ғ. Ғүмәр.
5. кусм. Күк көмбәҙе, күк сатыры. □ Небосвод. ■ Сентябрь ҡояшының селләләге ипкене ҡайтышланған, нурҙары тоноҡ
443